Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала әллә ни ҙур ваҡиғалар көтөлмәй. Күтәренке кәйефегеҙ бөтә эшегеҙгә булышлыҡ итер. Ҡай саҡ йомшаҡ булырһығыҙ, кәрәк саҡта ҡатылыҡ та күрһәтерһегеҙ. Аҙна йомғаҡтары ҡәнәғәтләнерлек булыр.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
көндәр тыныс һәм тигеҙ үтер. Шаршамбыла ғына көтөлмәгән хәл булыуы ихтимал. Бәхәстәр ҙә килеп сығыуы бар, улар оҙаҡҡа бармаҫ. Бер аҙҙан уртаҡ тел таба алырһығыҙ, моғайын.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Һеҙҙе өмөтлө көндәр көтә. Кемдер бик күптән башлаған эшен тулыһынса тамамлар. Төп эшегеҙҙә шаршамбыла ниндәйҙер ҡаршылыҡ килеп сығыуы бар. Йондоҙҙар әлегә асыҡ көрәшкә сығырға иртәрәк икәнен иҫкәртә.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Бик үҙгәреүсән ваҡиғалар көтөлә. Шишәмбелә көтөлмәгән хәлдәр ҙә килеп сығыуы ихтимал. Бәғзеләр ҙур булмаған аҡсалата юғалтыу кисерер. Борсолорға әллә ни етди сәбәп юҡ та һымаҡ – эске тауышығыҙ тейешле юлды күрһәтер.
Буға (21.04 – 21.05)
Һуңғы арала гел эш менән булыштығыҙ, күпте башҡара алдығыҙ. Үҙегеҙгә бер аҙ ял бирһәгеҙ ҙә булыр. Өй-йорт хәлдәренә лә иғтибар бүлергә кәңәш ителә: был өлкәлә лә мәшәҡәттәр йыйылып китте кеүек.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Мәл әүҙем кешеләр өсөн уңайлы. Иң ҡатмарлы эштәрҙән дә ҡурҡмағыҙ, барыһын да булдырырһығыҙ. Йондоҙҙар һәр саҡ ярҙам итә, быға шикләнмәгеҙ. Шишәмбе һәм йома бигерәк тә файҙалы уҙыр.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Эшегеҙгә ҡыҫылырға теләүселәр ҡәҙимгенән күбәйер. Шишәмбелә етди бәхәстәргә инеүҙән һаҡланығыҙ. Фекерегеҙҙе башҡаларға еткерер өсөн һеҙҙән түҙемлек талап ителер. Аҙнаның икенсе яртыһы күпкә яҡшыраҡ үтер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Көндәр файҙалы килмәксе. Шишәмбелә ыңғай яңылыҡтар көтөгөҙ. Бәғзеләр яҡын киләсәккә билдәләгән ниәттәренә үҙгәрештәр индерергә мәжбүр булыр. Кесе йомала өйөгөҙҙә йәки эшегеҙҙә ҙур булмаған ҡаршылыҡтар килеп сығыуы мөмкин.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Элек хәл ителмәгән мәсьәләләргә яңынан тотонорһоғоҙ, бәлки. Әллә ни ҙур уңыштар булмаҫ, шулай ҙа бер аҙ алға китә алырһығыҙ. Кемдер өҙөлгән араларҙы ялғарға маташыр – бында барыһы ла һәйбәтләнер.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Шишәмбелә яңы ҡыйынлыҡтар, бурыстар килеп тыуыр һымаҡ. Тәү ҡарашҡа улар хәл итә алмаҫлыҡ тойолор. Бер аҙ фекер төйнәргә, кәңәшләшергә тура килер. Бәғзеләр юлға әҙерләнер.
Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна үтә мәшәҡәтле көтөлә. Яҡын туғандарығыҙ менән бәхәстәр килеп сығыуы бар. Шулай ҙа был кәйефегеҙҙе төшөрмәҫ. Килеп сыҡҡан ығы-зығы бик тиҙ онотолор. Кесе йомала ҡапыл яңы мөмкинлектәр асылыр.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Көндәр ҡәҙимгесә килер. Шишәмбеләге ваҡиғалар бер аҙ эсегеҙҙе бошорор. Ныҡлап уйлағанда, улар бигүк мөһим түгел дә һымаҡ. Кесе йомала ниндәйҙер өмөтлө яңылыҡ ишетерһегеҙ. Уҡып йөрөгәндәр өсөн осор айырыуса уңышлы.