Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Көндәр уңышлы көтөлә, тик бер аҙ көс түгергә кәрәк булыр. Бигерәк тә шишәмбе һәм шаршамбыла әүҙемлек күрһәтергә ҡушыла. Йондоҙҙар йомала аҡса менән иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итә.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Аҙна башында уҡ ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләргә тап булырһығыҙ. Ул бөтөнләй таныш булмаһа ла, уны , ярҙам һорамай, үҙегеҙ хәл итерһегеҙ, был арала бер ҡасан да булмаған урынды күрерһегеҙ.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Элек килеп сыҡмаған эштәрегеҙ көтөлмәгәнсә яҡшы барыр. Бер ҙә уйламаған яҡтан ярҙам һәм булышлыҡ алырһығыҙ. Кесе йомала ыңғай яңылыҡтар ишетерһегеҙ. Был арала күптәнге бурысығыҙҙы ҡайтарырһығыҙ.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Мәл һәләттәрегеҙҙе күрһәтер өсөн уңайлы. Шишәмбе һәм шәмбе бигерәк тә уңышлы көтөлә. Осор барышында ҡайһы бер эшлекле бәйләнештәрҙе нығытырһығыҙ. Йомала бәхәстәрҙән ары тороғоҙ.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Был арала йондоҙҙар һаҡ булырға ҡуша. Етди аҙымдарҙан ары тороу мөһим. Шишәмбелә ниндәйҙер бәхәстәр килеп сығыуы ла ихтимал. Бер аҙ түҙемлерәк булырға тырышығыҙ – хәлдәр тиҙ яйланыр.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Үҙ көсөгөҙгә ҡайсаҡ артыҡ ышанаһығыҙ һымаҡ. Бындай ҡараш хпталарға килтереүе мөмкин. Яңлыш юл менән китеп, көс һәм ваҡыт әрәм итеүегеҙ бар. Аҙна барышында башҡалар менән уртаҡ тел табыу ауырыраҡ булыр.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Иң ауыр эштәр ҙә еңел барған һымаҡ тойолор. Ҡарашығыҙ ялған булыуы ихтимал. Шишәмбелә үк көрсөккә терәлгәнегеҙҙе аңларһығыҙ, бәлки. Йондоҙҙар бер аҙға туҡтап фекер төйнәргә ҡуша. Юғиһә көстө юҡҡа түгеүегеҙ бар.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Аҙна араһында бәхәстәр күбәйеп китеүе мөмкин. Эшегеҙгә ҡыҫылырға теләүселәр ҙә табылыр. Мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалыу һеҙҙән үтә түҙемлек талап итер кеүек. Йома көндө ыңғай яңылыҡтар килер.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Киләһе көндәр яҡшы хәбәрҙәр өмөт итә. 4 һәм 6-нда уңайлы мәлдәр булыр. Шәхси тормошоғоҙҙа а үҙгәрештәр көтөлә. Ғөмүмән, бар өлкәлә лә уңыштар буласаҡ. Йомалағы һөйләшеү кәйефегеҙҙе күтәрер.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Аралашыу һәйбәт барыр – яҡындарҙың күңеленә юлды еңел таба алырһығыҙ. Ҡайһы бер элекке хәлдәр, үпкәләшеү бөтөнләй онотолор. Был арала ышаныслы кешенән бик урынлы кәңәш ишетерһегеҙ. Уйламаған ерҙән аҡса килер.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Һеҙҙе мәшәҡәтле осор көтәсәк. Бер юлы ике-өс эш менән булышырға тура килер һымаҡ. Бар тырышыуға ҡарамаҫтан, хаталар ебәреүегеҙ бар. Уларҙы, оҙаҡҡа һуҙмайынса, тиҙ төҙәтергә кәрәк булыр.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Шишәмбелә башҡалар менән ниндәйҙер ҡытыршылыҡтар килеп сығыуы мөмкин. Йондоҙҙар фекрегеҙҙе асыҡтан күрһәтмәҫкә ҡуша. Һүҙегеҙҙән зыян күреүегеҙ ҙә ихтимал. Күберәк башҡаларҙы тыңларға кәңәш ителә.
ӨМӨТБАЙ.