Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Йорт эштәрен тәртипкә килтерер, ғаилә мөнәсәбәттәрен көйләр өсөн уңайлы мәл. Бер аҙ көс-тир түгергә лә тура килер, әлбиттә. Тормошоғоҙға ҡайһы бер үҙгәрештәр ҙә индерерһегеҙ – улар файҙаға ғына булыр.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Ҙур эштәрҙе әлегә башламаҫҡа кәңәш ителә. Тыныс ҡына фекер төйнәр өсөн ваҡыт табырға тырышығыҙ. Әйткәндәй, был арала башығыҙҙы бутаусылар, кәрәкмәгәндә эшегеҙгә ҡыҫылырға теләүселәр күбәйер.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Аҙна көтөлмәгәнерәк башланып китер. Ниндәйҙер ваҡиғалар ҡәҙимге эш тәртибен боҙорға мәжбүр итер һымаҡ. Шулай ҙа хәлдәрҙең айышына төшөнөрһөгөҙ һәм ваҡытында тейешле саралар күрерһегеҙ.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Үҙегеҙҙе һәр саҡ тыныс һәм иркен тойорһоғоҙ. Файҙалы эшмәкәрлек итергә бер нәмә лә ҡамсауламаҫ кеүек. Кесе йома ыңғай хәбәр менән ҡыуандырыр, бәлки. Элек ҡатмарлы күренгән мәсьәләне хәл итеү юлын табырһығыҙ.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Ошо көндәрҙә бер нисә тәҡдим алыуығыҙ бар. Шуларҙың береһе бик өмөтлө күренә. Шаршамбыла йондоҙҙар ярҙамы менән мотлаҡ уңырһығыҙ. Йомала һис тә уйламаған ерҙән аҡса килер.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Шишәмбелә ваҡиғалар көтөлмәгән йүнәлештән китер. Етеҙ эш итеүегеҙ мөһим, һеҙгә бер ниндәй ҙә кәңәш кәрәкмәҫ. Был арала өмөтлө һөйләшеү булыр – ҡайһы бер файҙалы хәбәр ишетерһегеҙ.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Аҙна барышында ниндәйҙер өр-яңы, бөтөнләй ят эште башҡарырһығыҙ. Булған тәжрибәгеҙ ярҙам итер, уның мәғәнәһенә тиҙ төшөнөрһөгөҙ. Кесе йома һәйбәт яңылыҡтар килтерер.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Мәшәҡәтле көндәр артта ҡалды кеүек. Бер аҙ хәл йыйырға форсат сығыр, моғайын. Шаршамбынан һуң яңы мөмкинлектәр асылыр. Ошо тарала өмөтлө һөйләшеү көтөгөҙ. Ниндәйҙер күмәк эш тураһында һөйләшеп булыр.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Осорҙоң тәүге яртыһы өмөтлө күренә, уны файҙалы үткәрегеҙ. Аралашыу, һөйләшеүҙәр яҡшы үтер. Шаршамбынан һуң эштәрегеҙ туҡталғандай тойолор, ләкин был оҙаҡҡа бармаҫ.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Һәйбәт кенә барған ваҡиғалар ағышы шишәмбелә ҡапыл боҙолор. Мәшәҡәттәр ҡапыл күбәйеп, барыһына ла өлгөрә алмаҫһығыҙ. Шулай ҙа һиҙелерлек хаталар яһамаҫһығыҙ. Кесе йомала һәйбәт хәбәр ишетерһегеҙ.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Һеҙҙе уңышлы көндәр көтә. Яҡшы таныш булған эштәрегеҙҙең йомғаҡтары мотлаҡ ҡыуандырыр. Өр-яңы эште лә еңел генә башлап ебәрерһегеҙ. Шаршамбылағы хәлдәр башығыҙҙа яңы фекер тыуҙырыр, барасаҡ юлығыҙ асыҡланыр.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Аҙна мәшәҡәттәре менән айырылып торор. Үҙ эштәрегеҙҙе лә, кеше йомоштарын да башҡарырһығыҙ. Ваҡытты дөрөҫ бүлә белһәгеҙ, барыһына ла өлгөрөрһөгөҙ. Ярҙамсылар ҙа табылыр. Бәғзеләр рәсми сараларҙа ҡатнашыр.
ӨМӨТБАЙ.