Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Юҡ-бар менән мауығып, ваҡытығыҙҙы әрәм итеүегеҙ ихтимал. Йондоҙҙар етдиерәк булырға ҡуша. Кесе йомала бөтөнләй көтөлмәгән сәйер ваҡиғалар булыуы бар. Иғтибарлы булһағыҙ, уларҙан файҙа сығарырһығыҙ.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Аҙна бигүк еңел булмаҫ. Ашығыс аҙымдар яһамаҫҡа тырышығыҙ. Кире осраҡта хаталаныуығыҙ мөмкин – уларҙы төҙәтеү көсөгөҙҙө алыр. Йомалағы хәлдәр күңелегеҙҙе күтәрер.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Яҡшы таныш булған эш тә ҡәҙимгенән күберәк ваҡыт талап итер. Башлыса үҙ көсөгөҙгә генә таянырһығыҙ. Кесе йомала бер аҙ арығанығыҙҙы һиҙерһегеҙ – үҙегеҙгә ҡыҫҡа ял бирергә онотмағыҙ.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Шишәмбелә файҙалы һөйләшеү булыр. Унан һуң башығыҙҙа ҡайһы бер өмөтлө уй-фекерҙәр ҙә тыуыр. Мәл яңы эштәрҙе башлап ебәреү өсөн уңайлы. Теләктәштәр ҙә табылыр, моғайын. Йомала килгән аҡса тиҙ генә бөтөр.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Көндәр бер аҙ ҡатмарлы килер, шулай ҙа бирешмәҫһегеҙ. Йондоҙҙар һәр осраҡта ла ашыҡмаҫҡа, ябай күренгән һәр мәсьәләгә лә етди ҡарарға ҡуша. Кәрәк саҡта ярҙамға ла өмөт итергә мөмкин булыр.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Был арала күпте булдыра алырһығыҙ. Ҡайһы бер күптән туҡтап торған эштәрегеҙҙе лә уңышлы бөтөрөп ҡуйырһығыҙ. Һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған кеше үҙенең ыңғай ҡарашын асыҡ белдерер.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Аҙна бигүк еңел булмаҫҡа оҡшай. Уйламаған яҡтан ҡыйынлыҡтар килеп сығыр. Элек төҙөгән килешеүҙәр йыш боҙолор һымаҡ. Ғөмүмән, был арала баш күтәрмәй эшләрһегеҙ.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Шишәмбелә бәғзеләрҙең көтөлмәгән хәлдәргә осрауы ихтимал. Әйткәндәй, улар тәү ҡарашҡа ғына шулай күренер, тәжрибәгеҙ ҙә етерлек кеүек. Нигеҙҙә осорҙо тыныс ҡына, бер ниндәй ҙә юғалтыуһыҙ уҙғарырһығыҙ.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Шишәмбелә ниндәйҙер бәхәстәр килеп сығыр. Үҙ һүҙегеҙҙә хаҡ булғанығыҙ раҫланыр. Йомала йондоҙҙар һеҙҙең яҡлы булыр һәм һиҙелерлек уңышҡа өлгәшерһегеҙ.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Аҙна араһында ҡайсаҡ икеләнергә лә тура килер. Шулай ҙа һайлаған юлығыҙ дөрөҫ булыр. Шаршамбынан һуң бәғзеләр өсөн яңы мөмкинлектәр асылыр. Яҡын киләсәккә ҡорған маҡсаттарығыҙ тураһында артыҡ һөйләмәгеҙ.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Яҡшы хәбәрҙәр даими килеп торор. Бәғзеләр ниндәйҙер ҙур эште тулыһынса тамамлар. Уның йомғаҡтары ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Кесе йомала ишеткән кәңәшкә ҡолаҡ һалырға тырышығыҙ.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Көндәр бигүк тыныс булмаһа ла, өмөтлө көтөлә. Шишәмбелә башығыҙҙа яңы уй-фекерҙәр тыуыр. Кемдер ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү юлын табыр. Был арала төрлө кеше менән ҡәҙимгенән еңел уртаҡ тел табырһығыҙ.
Сығанаҡ:Йәшлек