Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Еңел көндәргә өмөт итмәгеҙ, һәр саҡтағыса мәшәҡәттәр күбәйер. Яңы танышығыҙ ышаныслы кешегә оҡшай һымаҡ, шулай ҙа уға етди һынау үткәрергә кәрәктер. Кесе йомала яҡын туғанығыҙ менән һүҙгә килешеүегеҙ ихтимал.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Мәл ҙур эштәрҙе башлап ебәреү өсөн уңайлы. Йондоҙҙар тейешле юлды һәр саҡ күрһәтеп торор. Иң ауыр мәсьәләләр ҙә еңел күренер, уларҙы ваҡытынан алда башҡарырһығыҙ. Был арала рәсми ойошмалар менән ҡыйынлыҡтар булмаҫ.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Һеҙҙең тирәләге бөтә ваҡиға тиҙләнгән һымаҡ тойолор. Тырышыуығыҙға ҡарамаҫтан, бөтәһенә лә өлгөрә алмаҫһығыҙ. Ҡайһы бер эштәрегеҙҙе туҡтатып торорға ла тура килер, бәлки. Йомала ерле юҡтан бәхәс килеп сығыуы бар.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Яҡындарығыҙҙан кемдер ярҙамға мохтаж булыр, ахыры. Мөмкин тиклем уға булышлыҡ итергә тырышығыҙ – изгелегегеҙ онотолмаҫ. Шаршамбыла төп эшегеҙҙә ҡаршлылыҡ килеп сығыуы ихтимал – түҙемлерәк булығыҙ.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Аҙнаны һис тә уйламағанса үткәрерһегеҙ. Уҡыған йәки эшләгән урынығыҙҙа абруйығыҙ күҙгә күренеп артыр. Төрлө йомош менән мөрәжәғәт итеүселәр ҡырҡа күбәйер. Был арала иңегеҙгә яуаплы ҙур эште йөкмәтерҙәр.
Игеҙәктәр ( 2.05 – 21.06)
Әллә ни ҙур уңыштар көтөлмәй. Шулай ҙа бәғзеләр элек башлаған эштәрен тулыһынса тамамлар. Кемдер эсен бошороп торған бер нисә мәсьәләне хәл итер. Бының өсөн өҫтәмә сығымдар ҙа талап ителер.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Шишәмбелә бер аҙ борсолорға ла тура килер. Ваҡиғалар барышының һеҙ уйламаған йүнәлештән китеүе бар. Күпселек ваҡытта күңелегеҙгә ятмаған эштәр менән булышырһығыҙ. Йомалағы аралашыу өмөтлө булырға оҡшай.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Шаршамбынан һуң алдығыҙҙа яңы мәсьәләләр ҡалҡып сығыр. Алдан ҡорған маҡсаттарығыҙҙы кисектереп торорға мәжбүр булырһығыҙ. Кесе йома бик уңышлы көтөлә. Аҙна йомғаҡтарынан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Был арала әллә ни ни ҙур эштәрегеҙҙе башҡара алмаҫһығыҙ. Ләкин аҙнаны барыбер файҙалы үткәрерһегеҙ. Шаршамбылағы уйламаған осрашыу мотлаҡ кәйефегеҙҙе күтәрер. Йомала алған аҡса бик ваҡытлы булыр.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Әгәр юлға сығырға тура килһә, һис шикһеҙ, уңырһығыҙ. Тик өҫтәмә сығымдарға әҙер булығыҙ. Кесе йомала ишеткән яңылыҡтар һеҙҙе ашығыс аҙымдар яһарға мәжбүр итер, моғайын.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Күпселек осраҡта үҙ көсөгөҙгә генә таянығыҙ. Ҡыйынлыҡтарға осраһағыҙ, ярҙам итеүселәр булмаҫ. Үҙегеҙ ҙә юғалып ҡалмаҫһығыҙ, бындай хәлдәр һеҙгә күптән таныш. Бөтә эшегеҙҙе ваҡытынан алда башҡарырһығыҙ.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ самалап эш итегеҙ. Бәғзеләр иңенә артыҡ йөкләмәләр алыуы ла ихтимал. Шаршамбы уйламаған мәшәҡәттәр килтерер. Һеҙҙе аҡсалата өҫтәмә сығымдар ҙа көтә.
ӨМӨТБАЙ.