Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Көндәр һәйбәт килер. Шишәмбелә элек алған тәжрибәгеҙҙе файҙаланырһығыҙ. Кесе йомала уйламаған ерҙән аҡса килеүе бар. Ғөмүмән, аҙна йомғаҡтары уйлағандан яҡшыраҡ булырға оҡшай.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Бер ҙә тартынмайынса фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ. Был ысын арҡаҙаштар табырға булышлыҡ итер. Шаршамбының бер аҙ буталсыҡ килешеүе көтөлә. Ҡайһы бер яңылыҡтар ҙа аптыратыр кеүек.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Яҡшы кәйефегеҙ бөтөн эшегеҙгә булышлыҡ итер. Элек ауыр күренгән мәсьәлә һеҙҙе һис тә ҡурҡытмай шикелле. Уларҙы ыңғай хәл итеү өсөн тапҡыр һәм ҡыҫҡа юлдар табырһығыҙ, моғайын. Йомала һәйбәт яңылыҡ килер.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Аҙна уйлағандан мәшәҡәтлерәк уҙыр. Ҡайсаҡ бер юлы ике-өс эште башҡарырһығыҙ. Барыбер барыһына ла өлгөрә алмаҫһығыҙ. Кесе йомала башығыҙға өмөтлө фекерҙәр килер, уларҙы онотмағыҙ.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Был арала ашыҡмағыҙ. Юғиһә үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға өҫтәмә эш кенә өҫтәрһегеҙ һымаҡ. Аҡсағыҙҙы уйлап тотонорға һәм бурысҡа инмәҫкә кәңәш ителә. Йомала ишеткән кәңәшкә етди иғтибар бүлеүегеҙ хәйерле.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Кешеләрҙе аңлау, улар менән уртаҡ тел табыу еңеләйер. Мәл элекке бәйләнештәрҙе тергеҙеү, фекерҙәштәр табыу өсөн уңайлы. Шаршамбынан күпте көтмәгеҙ, ваҡиғаларҙың һеҙ уйлағанса бармауы мөмкин.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Аҡса менән бәйле эштәрҙә ыңғай ваҡиғалар булыуы ихтимал. Шишәмбе һәм йомала килем алыуығыҙ бар. Башҡа өлкәләрҙә лә уңыштар көтөлә. Шәмбелә файҙалы һәм урынлы яңылыҡ ишетерһегеҙ.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Аҙна араһында иғтибар үҙәгендә йыш булырһығыҙ. Күпте һөйләмәҫкә тырышығыҙ. Яңылыш ысҡынған һүҙегеҙҙе арттырып таратырға теләүселәр янығыҙҙа юҡ түгел. Кесе йомала хата ебәреүҙән һаҡланығыҙ.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Әле ижади һәләттәрегеҙ бик юғары кимәлдә. Был өлкәлә һеҙҙең менән тиңләшерлек кеше булмаҫ, буғай. Тормошоғоҙға үҙгәрештәр индереү өсөн уңайлы. Янығыҙҙа кәңәш бирерлек дуҫтар ҙа табылыр.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Осор ҡәҙимгесә килер. Шулай ҙа борсолор өсөн төрлө сәбәп табылып ҡына торор. Был бигерәк тә шаршамбыға ҡағыла. Кисерештәрегеҙ менән уртаҡлашырға һис тә тартынмағыҙ.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Элек бик ҡатмарлы күренгән эштәргә тотонорға мөмкин. Тәүге уңыштарығыҙҙы күрмәй ҡалмаҫтар һымаҡ. Ярҙам итергә теләүселәр ҙә табылыр шикелле. Йомала осраҡлы танышлыҡ булдырырһығыҙ.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Иң һәйбәт көндәрегеҙ – шишәмбе, йома. Шаршамбыла етди ҡыйынлыҡтарға тап булыуығыҙ бар. Йондоҙҙар һәр хәлдә дөрөҫ юл күрһәтер. Йомала төрлө бәхәстән ситтәрәк тороғоҙ. Аҙна йомғаҡтары ҡәнәғәтлек килтерер.
ӨМӨТБАЙ.
https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-10-16/m-tbay-an-m-tt-r-men-n-ya-y-a-na-a-yondo-am-3479258