Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Осор яңы мөмкинлектәр килтерер. Ваҡ-төйәк менән булышҡандар уларҙы күрмәй ҙә ҡалыр, бәлки. Шишәмбелә кәйефегеҙ үтә үҙгәреүсән булыр. Ҡайсаҡ башҡалар һеҙгә юҡҡа бәйләнә һымаҡ тойолор.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Шаршамбыла һеҙҙе ыңғай ваҡиғалар көтә. Күтәренке кәйефегеҙ әүҙем эшкә булышлыҡ итер. Бәғзеләр яңы маҡсаттар тураһында уйлана башлар. Йомала артыҡ көс түкмәй генә ниндәйҙер ҙур эште тамамларһығыҙ.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Кемдер яңы етди эште башлап ебәреүгә әҙерлек алып барыр. Йондоҙҙар иҫкәртә – бының өсөн ваҡыт етмәгән әле, уңайлы мәлде көтөгөҙ. Йомала кемдер үҙ бурысын һеҙгә йөкмәтергә тырышыр.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Аҙнаны әүҙем башлап ебәрерһегеҙ. Ләкин шишәмбенән һуң эштәрегеҙ барышы әкренәйер. Һис уйламаған хәлдәр килеп сығыуы ихтимал. Бигүк борсолмағыҙ, был оҙаҡҡа бармаҫ.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Ғөмүмән, көндәр һәйбәт килер. Шулай ҙа йондоҙҙар һаҡ булырға һәм ашыҡмаҫҡа ҡуша. Ашығыс ныҡлап уйламаған аҙымдарҙың хаталы булыуы мөмкин. Был бигерәк тә йомаға ҡағыла.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Йорт-хужалыҡ эштәре күптән иғтибарығыҙҙы талап итә кеүек. Бының өсөн һиҙелерлек сығымдар ҙа кәрәгер, моғайын. Шаршамбыла ыңғай ваҡиғалар көтөгөҙ. Элек ҡылған изгелегегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен дә ишетерһегеҙ, бәлки.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Был арала көтөлмәгән ваҡиғалар күбәйер. Йыш ҡына йылдам эш итергә, ашығыс ҡарарҙар ҡабул итерһегеҙ. Юғалып ҡалмаҫһығыҙ, барыһын да дөрөҫ эшләрһегеҙ. Күпселек осраҡта үҙ көсөгөҙгә генә таянығыҙ.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Аҙна ҡәҙимгесә килер. Шишәмбелә ишеткән хәбәр мотлаҡ ҡыуандырыр. Уңайлы мәлдәрҙең кесе йомала булыуы ихтимал. Был көндө элек иғтибар итмәгән мөмкинлекте күрерһегеҙ.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Ошо арала бер аҙ борсолорға, икеләнергә лә сәбәптәр булыр шикелле. Был шәхси тормошоғоҙға ҡағылыр кеүек. Тойғоларығыҙҙы тәртипкә килтереп, хәлдәргә асыҡлыҡ индерә алырһығыҙ, моғайын.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Шишәмбе бик уңышлы үтер. Рәсми ҡағыҙҙар менән бәйле ниндәйҙер эште тамамларһығыҙ. Кесе йомала хата ебәреүегеҙ бар. Уны тиҙ күрерһегеҙ, ләкин төҙәтеү һеҙҙән өҫтәмә ваҡыт талап итер.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Ҡатмарлы көндәр көтөлә. Шулай ҙа тыныс булығыҙ, дөйөм хәлдәр тиҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрергә тора. Йондоҙҙар әлегә аҡса менән һаҡ эш итергә ҡуша. Был арала башҡаларҙың хаталарын да төҙәтерһегеҙ.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Ғөмүмән, аҙна уңышлы булмаҡсы. Шишәмбелә генә кеше ғәйебе менән ваҡытығыҙҙы бушҡа уҙғарырһығыҙ. Кесе йомала ниндәйҙер мөһим эште башлап ебәрерһегеҙ һымаҡ. Булышлыҡ итерлек ышаныслы юлдаш та табылыр.