Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Аҙна башында әүҙем эш итеүегеҙ хәйерле – уңайлы мөмкинлектәр күбәйер. Етди ҡыйынлыҡтар көтөлмәй, килеп сыҡҡан ваҡ мәшәҡәттәр ҡамасауламаҫ. Бәғзеләр килемен арттырыр.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Шишәмбелә ниндәйҙер өмөтлө ваҡиға булыуы ихтимал. Унан этәргес көс алыуығыҙ ҙа бар. Йомала бик файҙалы һөйләшеү көтөлә – ул иҫегеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр. Был арала уйламаған кешенән ярҙам алырһығыҙ.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Был көндәрҙә яңы мөмкинлектәр асылыр – уларҙы күрергә тырышығыҙ. Шаршамбыла һиҙелерлек уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Был үҙегеҙ өсөн дә көтөлмәгәнерәк булыр хатта. Йомала бер аҙ борсолорһоғоҙ.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Шишәмбе һәйбәт яңылыҡтар килтерер. Күтәренке кәйефегеҙ оҙаҡҡа етер, моғайын. Кесе йомала һаҡ булығыҙ, икеле хәлдәрҙән мөмкин тиклем ары тороғоҙ, бәхәстәргә лә инмәгеҙ. Аҙна аҙағында аҡса көтөгөҙ.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Әүҙем эш итеүегеҙҙең бәғзеләргә оҡшамауы ла ихтимал. Шишәмбелә тәнҡит һүҙҙәрен дә ишетерһегеҙ. Кесе йома бер аҙ мәшәҡәтле лә, уңышлы ла уҙыр.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Был арала алдығыҙға маҡсаттар ҡуйыуығыҙ дөрөҫ булыр. Кәрәк саҡта фекерҙәштәрегеҙ ярҙам итер. Йомала яҡшы белгән кешенән һис уйламаған хәбәр ишетерһегеҙ.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Көндәрегеҙ файҙалы үтер. Шишәмбелә алған тәжрибәгеҙҙең аҙаҡ кәрәге тейер. Кесе йома мәшәҡәтлерәк килһә лә, һеҙҙең яҡтан бер ниндәй ҙә хата булмаҫ. Кемдәндер рәхмәт һүҙен дә ишетерһегеҙ.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Ҡайсаҡ башҡаларҙың эштәренә ҡыҫылырға мәжбүр булырһығыҙ. Был хәл үҙегеҙгә лә әллә ни оҡшамаҫ, моғайын. Шаршамбыла һис тә көтөлмәгән ваҡиғалар булмаҡсы, шулай ҙа уларҙан зыян күрмәҫһегеҙ.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Ваҡытығыҙҙы бик файҙалы үткәрерһегеҙ. Шаршамбыла бәхетле мәл һәм ҙур уңыш көтөгөҙ. Бының өсөн күп көс түгергә лә кәрәкмәҫ, барыһы ла үҙенән-үҙе килер. Шишәмбе лә ыңғай ваҡиғалар килтерер.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Аҙна ҡәҙимгесә килер. Шишәмбелә бер аҙ тырышлыҡ күрһәтерһегеҙ – уйламаған хәлдәр буласаҡ. Шаршамбыла өҫтәмә эш менән булышырһығыҙ, бәлки. Ҡулығыҙға ингән аҡсаның нисек бөткәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Дүшәмбелә кемдер кәйефегеҙҙе боҙорға маташыр, бәлки. Ҡыйын булһа ла быға иғтибар итмәгеҙ. Был арала эштәрегеҙҙе тәртипкә килтерер өсөн мөмкинлек табырһығыҙ. Бәғзеләр ниндәйҙер рәсми ҡағыҙҙар әҙерләй башлар.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Иң ауыр эштәрегеҙ ҙә әллә ни ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ. Күптән борсоп торған мәсьәләне лә ыңғай хәл итерһегеҙ. Ғөмүмән, бөтә йүнәлештә лә алға китерһегеҙ.
ӨМӨТБАЙ.
https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-07-30/yondo-nam-31-iyul-6-avgust-3330307