Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
17 Июль 2023, 09:32

Йондоҙнамә (17 – 23 июль)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (17 – 23 июль)
Йондоҙнамә (17 – 23 июль)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Шишәмбелә бәхәскә инмәүегеҙ хәйерле. Уларҙан һеҙгә бер ниндәй ҙә файҙа булмаясаҡ. Кесе йомала ниндәйҙер аҡсалата отош алыуығыҙ мөмкин. Шишәмбелә бөтөнләй күңелегеҙ ятмаған эш менән булышырһығыҙ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Ғаиләгеҙҙә мәшәҡәтле һәм бер юлы ҡыуаныслы ваҡиғалар көтөлә. Яҡындарығыҙ менән арағыҙ мотлаҡ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Ошо көндәрҙә өмөтһөҙ күренгән ниндәйҙер эште уңышлы ғына тамамларһығыҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Шаршамбыла мөмкин тиклем ашыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Ашығыс аҙымдар өсөн был көн бөтөнләй ярамай. Ваҡиғалар һеҙ уйлаған йүнәлеш алған саҡта түҙемлерәк булығыҙ. Бер аҙҙан бөтәһе лә тынысланыр һәм үҙ яйы менән китер.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Аҙна тыныс үтер. Аралашыу бигерәк тә файҙалы булмаҡсы. Һеҙҙе аңлаған һәм ярҙам итерлек кешеләрҙе тағы ла асыҡ күрерһегеҙ. Кесе йомала яҡындарығыҙға ҡағылған яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Мөмкинлегегеҙҙән сығып эш итегеҙ. Шишәмбелә был йәһәттән яңылышыуығыҙ ҙа ихтимал. Башҡаларға ла артыҡ ышанмауығыҙ хәйерле – үҙҙәре теләмәйенсә алдауҙары ла бар. Был бигерәк тә яңы таныштарығыҙға ҡағыла.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Элек арағыҙ боҙолған кешеләр менән дә уртаҡ тел таба алырһығыҙ, моғайын. Шаршамбы яҡшы хәбәрҙәр килтерер. Кесе йомала етеҙ эш итһәгеҙ иң ауыр эш тә ҡулығыҙҙан килер.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Аҡса-милек менән һаҡ эш итегеҙ. Был өлкәгә ҡағылған мәсьәләләрҙе ныҡлап уйлап алғандан һуң ғына хәл итегеҙ. Бигерәк тә шаршамбыла ишеткән тәҡдимгә ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Шәхси мөнәсәбәттә ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнә.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Элек башлаған эштәрегеҙ күбәйеп киткән һымаҡ. Уларҙы тамамламайынса алға китә алмаҫһығыҙ. Кесе йомалағы ҡыйынлыҡтар тәү ҡарашҡа ғына үтә ауыр һымаҡ күренер – уларҙы еңеп сығырға көсөгөҙ етергә тейеш.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Шишәмбегә артыҡ өмөт итмәгеҙ. Ваҡиғаларҙың бөтөнләй уйламаған йүнәлештән китеүе бар. Ахырҙа күңелегеҙгә ятмаған эш менән  булышырһығыҙ. Сығымдарығыҙҙың ҡәҙимгенән артыуы ла эсегеҙҙе бошорор.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Аҙна уртаса килер. Әллә ни иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар ҙа көтөлмәй, барыһы ла һәүетемсә барыр, моғайын. Кесе йомала бик күптән күрмәгән кеше үҙе хаҡында белгертер. Буласаҡ һөйләшеү өҫтәмә мәшәҡәт килтерер.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Бәғзеләр был арала ниндәйҙер йәмәғәт сараһына саҡырыу алыр. Унан баш тартмағыҙ, ул мотлаҡ файҙа килтерер. Шишәмбелә мөмкин тиклем иғтибарлы булығыҙ. Бәләкәй генә нәмәнән ҙур мәсьәлә тыуыуы бар.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Дүшәмбелә алыҫтан хәбәр йәки хат килер, моғайын. Һеҙ уны күптән көткәйнегеҙ һымаҡ. Кесе йома уңышлы үтергә тейеш. Үҙегеҙ өсөн кәрәкле ниндәйҙер эште тулыһынса тамамлап ҡуйырһығыҙ.

ӨМӨТБАЙ.

https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-07-16/yondo-nam-17-23-iyul-3327825

Йондоҙнамә (17 – 23 июль)
Йондоҙнамә (17 – 23 июль)
Автор:
Читайте нас: