ҠУҘЫ
Һәр кемдең ниндәйҙер ҡурҡыу тойғоһо һәм етешһеҙлектәре бар. Һеҙгә уларҙы онотоп торорға йәки еңергә тура килер. Был осраҡта ниәттәрегеҙ бойомға ашасаҡ. Шәхси тормошта уңышлы осор.
БУҒА
Ойоштороу һәләтен күрһәтеү мөмкинлеге тыуасаҡ. Әммә иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ни тиклем аныҡ һәм ҡыҫҡараҡ бойороҡтар бирһәгеҙ, шул тиклем яҡшыраҡ буласаҡ. Һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Үҙегеҙ өсөн генә түгел, башҡаларға ла файҙа килтерә аласаҡһығыҙ. Әгәр ҙә быға тиклем дан-шөһрәт етмәгән икән, ошо көндәрҙә теләгегеҙ тормошҡа ашыр.
ҠЫҪАЛА
Матди-финанс мәсьәләләргә тотонмағыҙ: хаталар ебәрерһегеҙ, ә был һөҙөмтәләрҙә сағылыш табасаҡ. Яҡындарығыҙға иғтибарлыраҡ булығыҙ, уларға был кәрәк.
АРЫҪЛАН
Нимәнелер яңынан башларға тура килер. Элекке тәжрибәгә таянып, проблемаға еңелерәк ҡарарһығыҙ һәм тиҙлекте кәметерһегеҙ. Ял итеп алырға кәрәк.
ҠЫҘ
Дәрт-дарманығыҙ ташып торһа ла, ул төрлө йүнәлештә сарыф ителер. Бер аҙ тынысыраҡ булһағыҙ, башланғанды аҙағына еткереү ихтималлығы бар.
ҮЛСӘҮ
Уңышлы аҙна. Уны нисек үткәрергә – үҙегеҙ хәл итегеҙ. Тик балаларҙы онотмағыҙ: улар иғтибарға мохтаж. Бурыс ҡайтарыуҙары бар.
САЯН
Быға тиклем ҡала килгән эштәрҙе тамамларһығыҙ. Был бик яҡшы, сөнки яңыһын башларға барыбер хәлегеҙ юҡ. Яҡындарығыҙ иғтибар талап итә.
УҠСЫ
Аҙна ҡатмарлы һәм мәшәҡәтле булһа ла, уларҙың сәбәптәрен асыҡлап, хәл итә алырһығыҙ. Сәләмәтлек мәсьәләһен дә ҡайғыртығыҙ.
ЫЛАҠ
Ҡараштарығыҙ даирәһен киңәйтеү, белемегеҙҙе арттырыу өсөн ҡулай көндәр. Киләсәктә барыһы ла кәрәк буласаҡ.
ҺЫУҒОЯР
Ябай ҡарарҙар һеҙҙең өсөн түгел. Ҡайһы ваҡытта мәсьәләне артыҡ ҡатмарлаштырып та ебәрәһегеҙ. Туҡтап тороғоҙ: шул саҡта проблеманы хәл итеү юлы төҫмөрләнер.
БАЛЫҠ
Өйҙә лә, эштә лә һеҙҙең менән аҫтыртын ғына ярышыусы табылыр. Уны мөмкин тиклем ҡыҫырыҡларға тырышһағыҙ ҙа, был һөҙөмтәлә сағылмаясаҡ.
https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2023-07-07/yondo-nam-10-16-iyul-3332295