Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
3 Июль 2023, 10:27

Йондоҙнамә (3 – 9 июль)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (3 – 9 июль)
Йондоҙнамә (3 – 9 июль)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Был арала бәғзеләрҙең йөрәге бер аҙ елкенеп алыр, бәлки. Кемдер бик һуңлап, бөтөнләй теләмәйенсә, тәрән тойғолар кисерер. Йондоҙҙар мөмкинлегегеҙҙән сығып эш итергә һәм түҙемлерәк булырға кәңәш итә.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Шишәмбелә бүләк алыуығыҙ ихтимал. Күптән күҙегеҙ ҡыҙып йөрөгән әйбергә хужа булырһығыҙ. Кесе йомала ҡатмарлы мәсьәләгә осрауығыҙ мөмкин. Уны хәл итеү юлдары әлегә ҡараңғы, был турала ныҡлап уйланырға кәрәктер.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Аҙнаның тәүге яртыһында буталсыҡ икеле хәлдәргә осрарһығыҙ, ахыры. Йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа, ашығыс саралар күрмәҫкә ҡуша. Һәр ваҡыттағыса бындай күренеш оҙаҡҡа бармаҫ. Бер аҙҙан күпселек мәсьәләләр үҙенән-үҙе юғҡҡа сығыр.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Бер кемдән дә ярҙам көтмәйенсә үҙаллы эш итһәгеҙ, мотлаҡ уңырһығыҙ. Кем менән  нисек һөйләшергә, нимә менән булышырға – эске тауышығыҙ яуап бирер. Кесе йомала ҡайһы бер пландарығыҙҙы үҙгәртерһегеҙ, бынан ҙур зыян күрмәҫһегеҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Шишәмбелә иғтибарлыраҡ булығыҙ. Ниндәйҙер уңайһыҙ хәлгә ҡалыуығыҙ ихтимал.  Аҙаҡ үкенергә лә тура килер, бәлки. Һәр саҡ яҡын кешеләрегеҙҙең ярҙамын тойорһоғоҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Осорҙо уңышлы ғына башлап ебәрерһегеҙ. Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ мотлаҡ артыр. Эштәгеләр менән арағыҙ күҙгә күренеп ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Кесе йомала рәсми саҡырыу ҡағыҙын алыуығыҙ ихтимал.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа, тәүҙә башлаған эштәрегеҙҙе тамамларға ҡуша. Шунһыҙ алға китә алмаҫһығыҙ. Шаршамбыла кемдер өҫтәмә мәшәҡәт килтерер. Ни хәл итәһең, был бурыс та һеҙҙең иңегеҙгә төшөр.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Күҙәтегеҙ, фекерләгеҙ, аҡыл төйнәгеҙ. Был арала ниндәйҙер мөһим нәмәләрҙе белерһегеҙ, яңы тәжрибә тупларһығыҙ –  аҙаҡ быларҙың кәрәге тейер. Шишәмбелә күптәнге танышығыҙҙан файҙалы хәбәр ишетерһегеҙ. Ғөмүмән, аҙнаны файҙалы үткәрерһегеҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Шишәмбелә тәнҡит һүҙҙәрен дә әйтерҙәр, бәлки. Кемдер һеҙгә кәрәкмәгән кәңәш тә бирергә маташыр. Түҙемлерәк булығыҙ, тиҙҙән барыбер  хаҡлы булыуығыҙ тулыһынса раҫланыр. Йома үтә мәшәҡәтле көтөлә.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Аҙна башында яңы мөмкинлектәр асылыр. Ләкин дөйөм хәлегеҙ улар менән файҙаланырға мөмкинлек бирмәҫ, моғайын. Шаршамбыла уйламаған ваҡиғалар килеп сығыр. Үҙегеҙҙе тыныс тотһағыҙ, һеҙгә бер ниндәй ҙә юғалтыуҙар янамай.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Был арала йыш борсолорһоғоҙ. Элек иғтибар итмәгән нәмәләрҙән, төрлө юҡ-барҙан ниңәлер эсегеҙ бошор. Ғаиләгеҙҙә лә айырым мәсьәләләр килеп сығыуы бар. Шаршамбынан һуң үҙегеҙҙе ышаныслыраҡ тоя башларһығыҙ. Кәйефегеҙ ҙә мотлаҡ күтәрелер.

Уҡсы (  23.11 – 21.12)

Осор файҙалы килер. Элек аңламаған нәмәләргә төшөнә башларһығыҙ. Яҡшы таныш кешенең кире яғын күрерһегеҙ. Кесе йомала мотлаҡ яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.

 

https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-07-02/yondo-nam-3-9-iyul-3322896

Йондоҙнамә (3 – 9 июль)
Йондоҙнамә (3 – 9 июль)
Автор:
Читайте нас: