Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
26 Июнь 2023, 09:36

Йондоҙнамә (26 июнь – 2 июль)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (26 июнь – 2 июль)
Йондоҙнамә (26 июнь – 2 июль)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Һеҙҙең тирәлә үтә үҙгәреүсән ваҡиғалар көтөлә. Етеҙ булһағыҙ, мотлаҡ уңырһығыҙ. Алдан уйлаған эштәрегеҙҙе ваҡытында башҡарып, ял итергә лә форсат табырһығыҙ. Шаршамбыла һаҡ булығыҙ, ишеткән хәбәрҙәрҙе башта мотлаҡ тикшерегеҙ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Көндәр һәйбәт килер. Элек ҡулығыҙҙан килмәгән эштәр ҙә яҡшы барыр. Шишәмбелә уйламағанда аҡса алырһығыҙ. Тормошоғоҙҙо ыңғай яҡҡа үҙгәртеү тураһында күп уйларһығыҙ һәм бының өсөн ҡайһы бер юлдарҙы төҫмөрләрһегеҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Аҙнаның тәүге яртыһы ҡәҙимгесә уҙыр. Башлыса таныш эш менән булышырһығыҙ. Шаршамбынан һуң ваҡиғаларҙың уйламаған йүнәлештән китеү бар. Баш күтәрергә лә ваҡытығыҙ булмаҫ, моғайын. Бәғзеләр алыҫ сәфәргә юлланыр.

Буға ( 21.03 – 20.04)

Ғөмүмән, бөтәһе лә яҡшы барыр. Шишәмбелә иң ҡатмарлы мәсьләләрҙе лә хәл итеү һис ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ. Башҡаларға уңған булыуығыҙҙы күрһәтеү өсөн уңайлы мөмкинлек тыуыр. Дошмандарығыҙ был арала шымып ҡалыр.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Аҙна һис тә еңелдән булмаҫ. Ҡайһы бер хәл ныҡлап уйландырыр ҙа, бәлки. Айырым һорауҙар яуаптар эҙләргә мәжбүр итер. Барыһын да уйлап эш итегеҙ, ашығыс аҙымдарығыҙҙың хаталаныуға килтереүенән һаҡланығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Шишәмбелә яҡшы хәбәрҙәр ишетерһегеҙ. Үҙегеҙ өсөн дә яҡындарығыҙ өсөн дә улар  мөһим буласаҡ. Бәғзе яңылыҡтар ниндәйҙер яҡын киләсәккә ҡорған маҡсаттарығыҙҙың үҙгәреүенә килтерер. Был һеҙҙең файҙаға ғына булыр.

Ҡыҫала (  22.06 – 23.07)

Был арала төрлө мәшәҡәт күбәйер. Кемгәлер сит кеше башлаған эште тамамларға, уларҙың хаталарын төҙәтергә тура килер. Йондоҙҙар аралашыуҙа һаҡ булырға, сит-яттар араһында күпте һөйләмәҫкә ҡуша.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, алдан планлаштырылған эштәрегеҙ менән булышырһығыҙ. Шишәмбелә ныҡышмалылыҡ күрһәтегеҙ, үҙ һүҙегеҙҙе яҡлағыҙ. Йомала яҡшы хәбәр алырһығыҙ, уның хат рәүешендә лә булыуы мөмкин.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Көндәр бигүк тыныс булмаһа ла, барыбер уңышлы үтер. Бер юлы бер нисә мәсьәләне хәл итерһегеҙ. Шуға ҡарамаҫтан, барыһына ла өлгөрөрһөгөҙ. Әммә аҡса етмәүе ныҡ һиҙелә башлар.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Эштәрегеҙ ҡәҙимгесә барыр. Улар менән мауығып, ҡайһы бер нәмәләр хаҡында онота ла башланығыҙ кеүек. Кем менәндер күптән хәбәрләшкәнегеҙ ҙә юҡ, шикелле. Был турала етди уйланырға кәңәш ителә.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Аралашыуҙар һәйбәт барыр. Был арала хатта элекке дошмандарығыҙ менән дә уртаҡ телтабырһығыҙ. Шаршамбыла бөтөнләй көтөлмәгән хәл булыр. Башлыса өр-яңы  эштәр менән булышырһығыҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр булыр һымаҡ. Был бигерәк тә шишәмбелә беленер.  Мөмкинлектәрегеҙҙең киңәйгәнен асыҡ тойорһоғоҙ. Һеҙҙең бурыс – уларҙы күреп, хәлегеҙҙән килгәнсә файҙаланыу. Йомала ярҙамға мохтажлыҡ кисерерһегеҙ.

https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-06-25/yondo-nam-26-iyun-2-iyul-3311285

Йондоҙнамә (26 июнь – 2 июль)
Йондоҙнамә (26 июнь – 2 июль)
Автор:
Читайте нас: