Йәнтөйәк
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
19 Июнь 2023, 09:37

Йондоҙнамә (19 – 25 июнь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (19 – 25 июнь)
Йондоҙнамә (19 – 25 июнь)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Был көндәрҙе файҙалы үткәрерһегеҙ. Әүҙемлегегеҙҙе башҡалар күрер һәм дөрөҫ баһалар. Һүҙегеҙ һәм кәңәштәрегеҙ үтемле булыр. Йомалағы эштәрегеҙҙең һөҙөмтәләре уйлағандан яҡшыраҡ һөҙөмтә бирер.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Был арала ижади кешеләр мотлаҡ уңыр. Бәғзеләр яңы һөнәр үҙәләштерер. Шишәмбелә үҙ көсөгөҙгә генә ышанығыҙ. Һәр саҡтағыса, ярҙамсылар һуңынан ғына күренә башлар.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Аҙна барышында әллә ни алға китә алмаҫһығыҙ. Башҡаларҙың йомоштары менән күп булышырһығыҙ һымаҡ. Кесе йомала хәл итә алмаҫлыҡ ниндәйҙер ҡаршылыҡ килеп сығыуы  мөмкин.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Уңыштар менән юғалтыуҙар сиратлашып килер. Ғөмүмән, тәүгеләре аҙыраҡ булыр. Шулай ҙа артыҡ борсолмағыҙ – кесе йоманан һуң дөйөм хәл һеҙҙең файҙаға үҙгәрә башлар. Тиҙҙән яңы үрҙәрҙе яуларға яңынан әҙер булырһығыҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Бик ҡатмарлы мәсьләләрҙе сисергә тотонорһоғоҙ. Хәйер, янынығыҙҙа ярҙам итерлек кешеләр бар. Улар менән үҙегеҙҙе ышаныслы тойорһоғоҙ. Бер юлы ниндәйҙерт элекке хатағыҙҙы төҙәтерһегеҙ.

Игеәҙктәр ( 22.05 – 21.06)

Шишәмбелә ниндәйҙер уңыштар булыуы ихтимал. Артабан башкөлләй эшкә сумырһығыҙ. Йондоҙҙар ваҡиғаларҙың төпкөл сәбәптәрен эҙләргә, еңел юлдан бармаҫҡа ҡуша. Был көндәрҙә өр-яңы эште үҙләштерерһегеҙ.

Ҡыҫала ( 22.06  – 23.07)

Үткән аҙнала кешеләргә ярҙам итһәгеҙ, әле үҙегеҙгә ярҙам кәрәк булыр. Был бигерәк тә шишәмбегә ҡағыла. Кәңәш биреүселәр булыр-булыуын, ләкин уларҙың әллә ни файҙаһы теймәҫ. Күпселектә барыбер үҙегеҙсә эш итерһегеҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Шишәмбе һәм шаршамбы һәйбәт булмаҡсы. Күңел күтәрерлек ваҡиғалар ҙа көтөлә. Кесе йомала алданыуығыҙ ихтимал. Һаман да кешеләргә артыҡ ышанаһығыҙ. Шулай ҙа бынан артыҡ зыян күрмәҫһегеҙ, киләсәккә һеҙгә яҡшы һабаҡ булыр.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Осор барышында ниндәйҙер сәйер хәлгә осрарһығыҙ. Шишәмбелә көтөлмәгән хәбәр алырһығыҙ. Йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа, айыҡ аҡыл менән эш итергә ҡуша. Тиҙҙән барыһына ла төшөнөрһөгөҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Был арала тәнҡит һүҙҙәрен ишетерһегеҙ, моғайын. Кәңәштәр ҙә булыр. Күңелегеҙгә ятмағанын ҡабул итмәҫкә лә ярайҙыр. Етәкселәр үҙҙәренең ойоштороу һәләтен асыҡ күрһәтә алыр. Уйламаған сәфәргә лә сығырға тура килер.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Ҡыйынлыҡтар осрар, ләкин был ғына ҡуйған маҡсаттарығыҙҙы үҙгәртә алмаҫ. Алдан төҙөгән пландарығыҙҙы барыбер үтәп ҡуйырһығыҙ. Шишәмбеләге һөйләшеү һеҙҙең өсөн мөһим буласаҡ. Элек төшөнмәгән нәмәләрҙе яҡшыраҡ аңларһығыҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Яңы эштәргә тотонорға кәңәш ителмәй. Элегерәк башлағандары артыҡ күп йыйылып киткән. Шаршамбы айырыуса һәйбәт үтмәксе, уңайлы мәлдәр ҙә булыр. Ғөмүмән, һуңғы арала был аҙна – иң яҡшыларҙың береһе.

ӨМӨТБАЙ.

https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-06-18/yondo-nam-19-25-iyun-3300506

Йондоҙнамә (19 – 25 июнь)
Йондоҙнамә (19 – 25 июнь)
Автор:
Читайте нас: