Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
11 Июнь 2023, 10:42

ЙОНДОҘНАМӘ

(12 – 18 июнь)

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ

ҠУҘЫ

Ялҡаулыҡ тураһында оноторға ваҡыт. Тырышлығығыҙҙы күрер­ҙәр, баһаларҙар, шуға ҡушылған һәр эште еренә еткереп атҡарығыҙ. Сауҙа һәм реклама бизнесында мәшғүл кешеләр өсөн уңышлы аҙна.

 

БУҒА

Аҡса мәсьәләһендә быға тиклем булмағанса һаҡсыллыҡ күр­һә­терһегеҙ. Эшлекле даирәлә уңыштар йыл­маясаҡ. Иғтибарығыҙҙы яҡындарығыҙға, ғаиләгә бүлегеҙ.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Аҙна бик тығыҙ булмаҡсы – әҙер тороғоҙ. Ваҡ-төйәккә ныҡ иғ­тибар итеп, ниндәйҙер ҙур проекттан баш тартһағыҙ, киләсәктә уңыш һәм килем килтерәсәк эшкә аяҡ салырһығыҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Үҙаллы булырға тырышып, ниндәйҙер ҡалыптарға индергән тәҡдимдәрҙән баш тартмағыҙ. Һуңынан был килешеүҙе тергеҙеп, партнерығыҙ вәғәҙә иткән килемде алып булмаясаҡ.

 

АРЫҪЛАН

Маҡсаттарығыҙ селпәрәмә килер. Эшегеҙҙә мәшәҡәттәр күп булыр, әммә уларҙы уңышлы атҡарып сығырһығыҙ. Һеҙҙе һәйбәт яңылыҡтарға бай аҙна көтә.

 

ҠЫҘ

Ата-әсәгә ҡағылған мәсьәлә­ләрҙе тиҙ арала хәл итергә кәрәк, был эш бар булмышығыҙҙы ялмар. Ремонт өсөн кәрәк-яраҡ, өй өсөн йыһаздар һатып алыуға уңышлы мәл.

 

ҮЛСӘҮ

Эш алымдарын алмашты­рырға кәрәк. Шул ваҡытта яңы килешеү­ҙәр төҙөрһөгөҙ, килемегеҙ артыр. Үҙгәрештәргә әҙер булығыҙ. Шәхси йәһәттән барыһы ла һәйбәт бара.

 

САЯН

Ойоштороу һәләтен эшкә ҡу­шы­ғыҙ. Эшлекле килешеүҙәр төҙөү өсөн күп ваҡыт сарыф итер­һегеҙ, командировкаларға йыш сығырһығыҙ. Тәҡдимдәрегеҙҙе һәм фекерҙә­регеҙҙе юғары баһаларҙар.

 

УҠСЫ

Яңы пландар һәм эштәр менән янырһығыҙ. Тик ниндәйҙер сәбәп­тән улар тормошҡа ашмаясаҡ. Аҡса мәсьәләһендә иғтибарлыраҡ булығыҙ.

 

ЫЛАҠ

Насар ғәҙәттәрегеҙ менән кө­рәшергә ваҡыт. Маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырырға тырышығыҙ. Оҡшамаған кешеләр менән әңгәмә­ләшеүҙән баш тартығыҙ.

 

ҺЫУҒОЯР

Үткән аҙнала башлаған эштә­регеҙҙе ахырына еткереп ҡуйы­ғыҙ. Дуҫтарығыҙ, туғандарығыҙ ме­нән осрашығыҙ. Һеҙ уларҙың ярҙамына мохтаж.

 

БАЛЫҠ

Эшегеҙҙә уңышлы осор. Хеҙ­мәтегеҙҙе баһаларҙар, ҙур ғына премия биреүҙәре лә ихтимал. Йыйылыштарҙа, кеше алдында яһаған сығыштарығыҙ һөҙөмтәле булыр.

 
 
ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ
Автор:
Читайте нас: