Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
5 Июнь 2023, 10:19

Йондоҙнамә (5–11 июнь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...    

Йондоҙнамә (5–11 июнь)
Йондоҙнамә (5–11 июнь)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Һеҙҙе үтә мәшәҡәтле көндәр көтә. Ҡайсаҡ бер юлы бер нисә нәмә тураһында уйланырһығыҙ. Барыбер уйлағандан күберәк эшләй алырһығыҙ. Ҡайһы бер борсоған мәсьәләләр бөтөнләй онотолор.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Был арала тағы ла уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Әйткәнәдәй, был һеҙҙең өсөн әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ. Шишәмбелә бер аҙ икеләнерһегеҙ. Эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ, ул дөрөҫ юлды асыҡ күрһәтер.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Шишәмбе һәм шаршамбы һәйбәт үтергә тейеш. Һөйләшеүҙәр, эшлекле аралашыу өмөтлө булмаҡсы. Артабан ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр күбәйер. Бәғзеләр бөтөнләй уйламаған эш менән булышыр.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Бөтә ваҡиға ла һеҙҙең файҙаға тамамланыр. Икеле хәлдәргә осрамаҫһығыҙ. Кемдер элекке бурысығыҙ тураһында һүҙ ҡуҙғатыр, бәлки. Был бик күптәнге хәл булһа ла, ниндәйҙер сара күрергә кәрәктер.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Һуңғы уңыштарығыҙ ҡыуандырып торор. Һис тә тартынмағыҙ, был хаҡта башҡалар ҙа белһен. Бәғзеләр хатта танышлыҡ та тәҡдим итер. Кесе йомала күптәнге танышығыҙҙан хәбәр булыр.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Бөтөн эшегеҙ һәйбәт һәм еңел барыр. Әллә ни ҙур тырышлыҡ күрһәтмәҫкә лә мөмкиндер. Элекке уй-фекерҙәрегеҙҙе барлап сығыу ҙа файҙа килтерер. Ҡасандыр тормошҡа ашыра алмаҫлыҡ  тойолған маҡсаттарығыҙға яңы һулыш бирерһегеҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Был арала фекерҙәштәр эҙләрһегеҙ – ниндәйҙер ҙур эште башҡарырға уйлайһығыҙ һымаҡ. Уларҙы табыу ауыр булмаҫ. Кесе йомала алыҫтан яҡшы хәбәр килер. Ул кәйефегеҙҙе күтәрер.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Ҡатмарлы хәлдәргә осрауығыҙ ихтимал. Йондоҙҙар һәр саҡ иғтибарлы булырға һәм ашыҡмаҫҡа ҡуша. Бәғзеләр кеше йомоштары менән булышыр, кемгәлер ярҙам итер. Йомала эсегеҙҙе бошорған мәсьәләнән ҡотолорһоғоҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Эштәрегеҙгә ҡыҫылырға теләүселәр ҡапыл күбәйер. Кәрәкмәгән кәңәшселәр ҙә табылыр. Быға тыныс ҡарағыҙ һәм үҙ эшегеҙ менән булығыҙ. Дәғүәләрҙе ҙурға ебәрмәгеҙ, әлегә был һеҙгә кәрәкмәҫ.

Үлсәү  (24.09 – 23.10)

Шишәмбелә иғтибарлыраҡ булығыҙ. Сөнки ниндәйҙер сәйер ваҡиғаларға осрауығыҙ бар. Уларҙы аңларға тырышһағыҙ, үҙегеҙгә бер аҙ файҙа ла сығара алырһығыҙ. Ғөмүмән, был аҙнала кешеләргә күп ярҙам итерһегеҙ.

Саян ( 24.10  – 22.11)

Аҙна башында мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ самалағыҙ. Юғиһә шишәмбе һәм шәмбелә юғалтыуҙарға осрарһығыҙ. Бәғзеләр ҡағыҙҙар менән бәйле бик ялҡытҡыс эшкә тотонор. Кемдер бының өсөн шелтә лә алыр.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Һеҙҙе мәшәҡәтле һәм тынғыһыҙ көндәр көтә. Ҡайсаҡ бөтөнләй ят эш менән  булышырһығыҙ. Күпселек осраҡта баш күтәрергә лә ваҡытығыҙ ҡалмаҫ. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, барыһын да ваҡытында башҡарырһығыҙ.

ӨМӨТБАЙ.

https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-06-04/yondo-nam-5-11-iyun-3278292

Йондоҙнамә (5–11 июнь)
Йондоҙнамә (5–11 июнь)
Автор:
Читайте нас: