Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Ыңғай ваҡиғалар ҙа көтөлә, кире ваҡиғаларҙан да тулыһынса ҡотола алмаҫһығыҙ, моғайын. Шишәмбелә бер аҙ икеләнергә мәжбүр булырһығыҙ, аҙаҡ барыбер дөрөҫ ҡарарға килерһегеҙ. Тәжрибәле кешенең ярҙамы тейер.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Уйламаған ерҙән ҡулығыҙға аҡса инер. Уның элекке бурыс булыуы ла мөмкин. Уны тотонорға ашыҡмағыҙ, бер аҙ сабыр итеүегеҙ дөрөҫ булыр. Кесе йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ. Ул яҡын туғанығыҙ менән бәйле булыр.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Аҙна ҡатмарлыраҡ көтөлһә лә, бер юлы уңышлы ла булырға оҡшай. Әйткәндәй, ҡыйынлыҡтарҙан әллә ни ҡурҡмайһығыҙ ҙа һымаҡ. Шишәмбелә һеҙ уларға ҡаршы тора алырһығыҙ. Ә кесе йомала бер аҙ артҡа сигенеп, урау юлдарҙы эҙләрһегеҙ.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Һуңғы ваҡытта арыу ғына эшләй алдығыҙ кеүек. Был юлы үҙегеҙҙән күпте талап итмгәеҙ, әҙерәк хәл йыйыу өсөн форсат табырға тырышығыҙ. Алда һеҙҙе яңы үрҙәр көтәсәк, быға әҙер булығыҙ.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Йондоҙҙар был арала етди мсьләләрҙе ҡуҙғатмаҫҡа ҡуша. Уңайлы мәлдәр алда булыр әле. Тамамланмаған эштәрегеҙ ҙә байтаҡ һымаҡ – иғтибарығыҙҙы уларға йүнәлтегеҙ. Шаршамбыла әйткән һүҙҙәргә һиҙгер булығыҙ – уны боҙоп таратырға теләүселәр табылыр.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Көндәр ҡәҙимгесә килер. Шишәмбелә генә ҡайһы бер ваҡиғаларҙың һеҙ уйлағанса бармауы мөмкин. Шулай ҙа хәлдәрҙе ваҡытында төҙәтә алырһығыҙ, юғалтыуҙар булмаҫҡа тейеш. Йомала бер түгел. Хатта ике мөһим һөйләшеү көтөлә.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Бөтәһе лә һәүетемсә генә барыр. Шаршамбыла ғына кире ваҡиғалар булыр, улар оҙаҡҡа һуҙылыр һымаҡ. Кемдер үҙ алдына яңы оло маҡсаттар ҡуйыр һәм уны шундуҡ бойомға ашыра башлар. Күпселек хәл һеҙ көткәндән тиҙерәк барыр.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Сығымдарығыҙ ҡапыл артып китер кеүек. Әллә ни борсолмағыҙ, улар файҙаға булыр. Шишәмбелә ашыҡмай эш итегеҙ. Йондоҙҙар дөрөҫ юлды ваҡытында күрһәтер. Кесе йома бигерәк тә һәйбәт булмаҡсы. Өмөтлө хәбәрҙәр, ыңғай яңылыҡтар ишетерһегеҙ.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Күберәк үҙаллы эш итергә тырышығыҙ. Тәжрибә-аҡылығыҙ етерлек. Кеше кәңәштәре башығыҙҙы бутар. Был бигерәк тә шишәмбегә ҡағыла. Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгәндәр мотлаҡ уңыр.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Үтә ныҡ иғтибар талап иткән эш менән булышырһығыҙ. Әйткәндәй, был һеҙҙең өсөн еңел булмаясаҡ. Шулай ҙа хаталар ебәрмәҫһегеҙ, булғанын тиҙ төҙәтерһегеҙ. Йома һәйбәт яңылыҡтар килтерер.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Мәл эшлекле һөйләшеүҙәр алып барыр өсөн уңайлы. Элек дошманлашҡан кешеләр күңеленә лә юл таба алырһығыҙ. Уларҙың бәғзеләрек артабан һеҙҙең өсөн ышаныслы фекерҙәшкә әйләнер. Кесе йомалағы ваҡиғаклар күңелегеҙҙе тағы ла күтәрер.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Был арала бик етеҙ эш итерһегеҙ. Һеҙҙең тирәләге үтә үҙгәреүсән хәлдәр көтөлә. Улай эшләмәһәгеҙ, ныҡ артта ҡалыуығыҙ бар. Шаршамбыла иғтибарлыраҡ булырға тырышығыҙ, элек күрмәгәнде күрерһегеҙ.
ӨМӨТБАЙ.