Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
17 Апрель 2023, 09:10

Йондоҙнамә

( 17 – 23 апрель)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Шишәмбелә ниндәйҙер етди һөйләшеү булып, уны дөрөҫ алып бара алырһығыҙ һымаҡ. Абруйығыҙ артыр ғына. Йомала бөтөнләй хәл итә алмаҫлыҡ эште башҡарырһығыҙ. Әле күптән түгел был турала уйларға ла ҡурҡа инегеҙ.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Барыһы ла һәйбәт барыр. Яҡшы таныш эштәр ҙә, яңылары ла әллә ни ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ. Кесе йомала ҡапыл кәйефегеҙ боҙолор. Уның төп сәбәбе – арығанлыҡта. Үҙегеҙгә бер аҙ ял биреү һис тә артыҡ булмаҫ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Мәл һөйләшеүҙәр өсөн уңайлы. Һеҙҙе иғтибар менән тыңларҙар һәм булышлыҡ итерҙәр. Бәғзеләр элек боҙолған араларҙы ялғарға тырышыр – теләгәнегеҙгә мотлаҡ ирешерһегеҙ. Был арала элек туҡтап ҡалғған эштәрегеҙгә лә иғтибар биреү мөмкинлеге булыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Шишәмбе бигерәк тә уңышлы үтер. Ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләне сисеү юлын табыырһығыҙ. Кемдер уның асылын үҙ аҡылы менән аңлар, кемгәлер кәңәш биргән кеше  табылыр.  Аҙна аҙағындараҡ күптән көткән хәбәр килер.

Буға (21.04 – 21.05)

Алдан ҡорған маҡсаттарығыҙҙың дүшәмбелә үк боҙолоуы  ихтимал. Бының сәбәбе һеҙҙең менән бәйле түгел. Шулай ҙа аптырап тормаҫһығыҙ, көсөгөҙҙө йәһәт кенә икенсе эштәргә йүнәлтерһегеҙ. Ғөмүмән, аҙна йомғаҡтарынан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Яңы эштәргә тотонһағыҙ, мотлаҡ уңырһығыҙ. Ваҡытығыҙ тиҙ һәм файҙалы үтер. Шаршамбыла уйламаған осрашыу булыуы мөмкин. Ул һеҙҙе лә ҡыуандырыр. Өй-йорттағы хәлдәр иғтибар талап итер. Ваҡ мәшәҡәттәр күбәйеп китер. Уларҙы хәл итеү өсөн бер аҙ аҡса түгерһегеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Был арала эштәрегеҙҙә тәртип урынлаштырырһығыҙ. Уларҙың һис насар түгеллеген дә асыҡ күрерһегеҙ. Бер аҙ тиҙләткәндә һәйбәт булыр ине, ләкин әлегә был хәлегеҙҙән килмәҫ. Йома ауырыраҡ килер. Башҡаларҙың хаталарын төҙәтеү менән булышырһығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Аҙна ҡәҙимгесә көтөлә. Шишәмбелә ниндәйҙер бәхәстәр килеп сығыуы бар. Уларҙың ахыры бөтә яҡ өсөн дә файҙалы булыр. Бәғзеләрҙе уйламаған сығымдар көтә. Төп эшегеҙҙә барыһы ла яҡшы барасаҡ. Кемдер хатта маҡтау һүҙҙәрен дә ишетер, бәлки.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Мәл һеҙҙең өсөн үтә яуаплы. Был арала етеҙ булырға, әүҙем эш итергә, тураһын әйтергә ҡушыла. Бер нәмәнән дә, бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ. Шулай ғына тормошоғоҙҙо бер аҙ ыңғай яҡҡа үҙгәртә алырһығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Аралашыуҙа ҡыйынлыҡ килеп сығыр. Бәғзеләрҙең һеҙҙең һүҙҙәрегеҙҙе, фекерегеҙҙе дөрөҫ аңламауы ла ихтимал. Үҙегеҙ ҙә ихлас биргән кәңәштәргә ҡаршы булырһығыҙ. Хәйер, дәғүәләр оҙаҡҡа китмәҫ, бер-берегеҙҙе аңлай алырһығыҙ, моғайын. Уҡып йөрөгәндәр мотлаҡ уңыр.

Саян (24.10 – 22.11)

Ҡатмарлы хәлдәр күбәйеп киткәндәй тойолор. Шишәмбе көтөлмәгән ваҡиғаларға осрарһығыҙ һымаҡ. Шуларҙың ҡайһылары һеҙҙән яуаплы аҙымдар талап итер. Кесе йомала һеҙҙең эшмәкәрлектең тәнҡит утына эләгеүе мөмкин.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Был арала мөһим һөйләшеүгә әҙер булығыҙ. Уның ярҙамында ҡайһы бер мәсьәләләр асыҡланыр, элекке үпкәләшеҙәр ҙә онотолор. Шаршамбыла алдан төҙөлгән пландарығыҙ боҙолор. Ләкин бынан һеҙ бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫһегеҙ.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Электронное Издательство
 
https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-04-16/yondo-nam-17-23-aprel-3213298
Автор:
Читайте нас: