Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
27 Март 2023, 09:14

ЙОНДОҘНАМӘ

(27 март – 2 апрель)

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ

 ҠУҘЫ

Осор башында тулыһынса эшкә сумырһығыҙ, моғайын. Мәшә­ҡәттәргә бирелеп, ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ хаҡында онотоуығыҙ ихтимал. Ярҙам күрһәтеүҙән баш тартһағыҙ, мөнәсәбәттәрҙә аңлашылмаусанлыҡ тыуыуы мөмкин.

 

БУҒА

Ярайһы уҡ тыныс осор көтөлә. Етди үҙгәрештәр ҙә, мөһим ваҡиғалар ҙа булмаҫ кеүек. Аҙна уртаһында аралашыуға ихтыяж артыр. Шулай ҙа сит кешеләр араһындағы низағтарҙа ҡатнашмаҫҡа тырышығыҙ.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Осор һәүетемсә үтер. Ваҡиғаларҙы ашыҡтырмағыҙ, хәлде үҙгәртергә тырышмағыҙ, әһәмиәтле мәсьәләләргә тотонмағыҙ. Әле һеҙҙең өсөн киләсәкте күҙаллау, мөһим аҙымдарҙы кисектереү мәле. Иң яҡшыһы – башҡарылған эшегеҙҙең һөҙөмтәһен көтөү.

 

ҠЫҪАЛА

Аралашыуға әүәҫлегегеҙ был аҙнала бик файҙалы булмаҡсы. Яңы танышлыҡтар, бәйләнештәр, мөмкинлектәр барлыҡҡа килер, моғайын. Яҡын­дарығыҙ менән мөнәсәбәт яйға һалыныр, абруйығыҙ бермә-бер артыр. Килешеүҙәр төҙөү өсөн аҙна аҙағы ҡулай күренә.

 

АРЫҪЛАН

Осор башында әүҙемлегегеҙ артыр, моғайын. Ҡуйған маҡсатығыҙға өлгәшеү өсөн ҙур тырышлыҡ һалығыҙ. Ләкин аҙна уртаһында был әүҙемлегегеҙ ҡапыл ғына юҡҡа сығыр, сөнки мәл ниндәй ҙә булһа мөһим эштәр, ҡарарҙар өсөн ҡулай түгел.

 

ҠЫҘ

Яҡындарығыҙға ҡарата артыҡ ныҡ талапсан булмаһағыҙ ине, юғиһә яңғыҙ ҡалыуығыҙ ихтимал. Үҙегеҙҙе ғәйепле тойоуығыҙ кәйефегеҙҙе төшөрөр. Шуға күрә әле алдығыҙҙа киләсәкте алдан тойомлау, ныҡлы уйланыу, теге йәки был юлды һайлау бурысы тора.

 

ҮЛСӘҮ

Аҙнаның тәүге яртыһы уңышлы ғына булмаҡсы, айырыуса романтик мәсьәләләрҙә. Киләсәктә яңы мөмкинлектәргә юл асасаҡ кешеләр менән танышыуығыҙ ихтимал. Аҡса мәсьәләһен хәл итеү, яңы башланғыстар өсөн дә уңайлы мәл.

 

САЯН

Аҙна башында мөһим ҡарар ҡабул итмәҫкә тырышығыҙ. Ҙур яуаплылыҡ талап иткән эште кисектереп торорға кәңәш ителә. Әле мәғлүмәт туплау мәле. Хәл аҙна уртаһында ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Матди хәлегеҙҙең дә яҡшырыуы көтөлә.

 

УҠСЫ

Осор башында үҙ көсөгөҙгә ныҡлы ышаныс тойорһоғоҙ, моғайын. Етәкселек итеүгә бәйле һәләттәрегеҙ ваҡиғаларға ныҡлы йоғонто яһау мөмкинлеген бирер. Шуға күрә уны файҙаланып, тәғәйен маҡсатҡа өлгәшергә тырышығыҙ. Ҡайһы саҡта тәүәккәллек һәм ҡәтғилек күрһәтеү ҙә ҡамасауламаҫ.

 

ЫЛАҠ

Аҙна әүҙем башланыр. Шул уҡ ваҡытта арыу-талсығыу тоймаҫһығыҙ, осорҙо күңелле һәм еңел үткә­рерһегеҙ. Әллә ни ҡатнашмаһағыҙ ҙа, эшегеҙҙең һөҙөмтәһе тап һеҙ көткәнсә булыр.

 

ҺЫУҒОЯР

Аҙна башында холҡоғоҙҙа тупаҫлыҡ һыҙаттары бермә-бер артыр. Юҡтан ғына низағлашырһығыҙ, үпкәләрһегеҙ, моғайын. Ләкин осор уртаһында көйһөҙлөгөгөҙ романтик кәйеф менән алмашыныр, яңы таныштар барлыҡҡа килер.

 

БАЛЫҠ

Романтик танышыуҙарға, мө­хәббәткә бәйле ваҡиғаларға бай аҙна көтөлә. Никахҡа инеүегеҙ ихтимал. Ғаилә ҡорғандарҙы иһә яҡындары менән мөнәсәбәттәренең нығыныуы көтә. Осор барышында яңы кешеләр менән танышыуығыҙҙың матди файҙа алыуға ла ҡоролоуы ихтимал.

 

https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2023-03-24/yondo-nam-27-mart-2-aprel-3190947

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ
Автор:
Читайте нас: