Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
12 Март 2023, 13:27

ЙОНДОҘНАМӘ

(13 – 19 март)

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ

ҠУҘЫ

Аралашыу даирәһен сикләгеҙ, эс-серегеҙҙе берәүгә лә һөйлә­мәгеҙ. Яңы таныштарығыҙға ышан­мағыҙ. Аҙнаның беренсе яртыһында эштә әллә ни әүҙемлек күрһәтмәгеҙ. Ә бына аҙнаның икенсе яртыһында, киреһенсә, үҙ маҡсатығыҙға өлгәшер өсөн барыһын да эшләгеҙ.

 

БУҒА

Яҙ кәйефегеҙгә ҙур тәьҫир яһар. Шәхси тормошоғоҙҙа ла, эштә лә һәр яҡлап әүҙемлек күрһәтерһегеҙ. Барыһын да яңынан башларға теләһә­геҙ, иң уңайлы ваҡыт.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Шәхси тормошоғоҙҙағы ҡатмар­лыҡтарҙан арыныр өсөн башкөллө эшкә сумырһығыҙ. Хәләл ефетегеҙ менән араларҙы боҙмаҫ өсөн уның дәлилдәрен ҡабул итегеҙ. Чиновниктар, власть вәкилдәре менән ниндәйҙер юридик мәсьәләләр хәл итергә тура килер.

 

ҠЫҪАЛА

Хистәрҙең яңырған ваҡыты. Яңы мөнәсәбәттәр башлар алдынан эске тауышығыҙға ҡолаҡ һалығыҙ. Эштә иһә һаҡ булығыҙ: күп кеше ҡатнашлы­ғын­дағы проект­тарға аҡса һалмағыҙ, акциялар алмағыҙ, селтәрле маркетинг менән булышҡан ойошмаларға бәйлән­мәгеҙ.

 

АРЫҪЛАН

Көсөргәнешле аҙна көтә. Аҙна башында тормошоғоҙға ҙур йоғонто яһарлыҡ эшкә тотонмағыҙ. Уңмауы­ғыҙ ихтимал. Бынан тыш, акциялар һатыуҙан, сит ил аҡсаһы алыуҙан баш тартығыҙ. Быға тиклем ҡуйған маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырыуға көс һалығыҙ.

 

ҠЫҘ

Уңышҡа бары тик түҙемлек ме­нән генә өлгәшерһегеҙ. Яңы мөнә­сәбәттәр башлауға уңайлы булмаһа ла, элеккеләрен нығытыу өсөн һәйбәт осор. Ғөмүмән, был аҙнала фекерләү ҡеүәһен киңәйтергә кәңәш ителә.

 

ҮЛСӘҮ

Һеҙҙең өсөн иң шәп осор етте! Һәр яҡлап уңырһығыҙ. Әммә был осорҙа белемегеҙ етмәгән эшкә тотонмағыҙ. Аҙнаның икенсе ярты­һын­да яңы хеҙмәттәшлеккә юл асылыр.

 

САЯН

Ижад өлкәһендә эшләүселәр өҫ­тәмә көс тойор. Яңы эш башла­ған­да һалынған аҡса күпкә артып ҡай­тыр. Шуға төрлө проекттарға тотоноу­ҙан ҡурҡмағыҙ. Сағыу төҫтәргә иғтибар йүнәлтегеҙ.

 

УҠСЫ

Шәхси тормошоғоҙ икенсе планға күсеп торор. Эш менән өйөрҙәр. Уның һөҙөмтәһен ике айҙан ғына күрер­һе­геҙ. Икенсе эшкә күсеү тураһында уйла­мағыҙ ҙа, яңы урынығыҙҙа оҙаҡ тормаҫһығыҙ.

 

ЫЛАҠ

Тормошоғоҙҙағы ығы-зығы бөтөн аҙнаның кәйефенә йоғонто яһар. Әгәр торлаҡ мәсьәләһен хәл итмә­һәгеҙ, ошо арала иғтибарҙы шул юҫыҡҡа йүнәлтегеҙ. Шулай уҡ был осор ремонт башлау өсөн уңайлы.

 

ҺЫУҒОЯР

Ҡатын-ҡыҙға “ир-егеттең йөрәгенә юл ашҡаҙаны аша ята” тигәнде иҫтә тоторға кәңәш ителә. Йортоғоҙҙағы кәйеф ошоға бәйле булыр. Ир-егеткә иһә был аҙнала икенсе яртыһына иҫтә ҡалырлыҡ бүләк яһарға кәрәк.

 

БАЛЫҠ

Яңғыҙҙар, моғайын, икенсе ярты­һын осратыр. Был кеше һеҙҙеке икә­нен тәү ҡараштан аңларһығыҙ. Әһә­миәтле ки­лешеүҙәргә ҡул ҡуйыр өсөн уңайлы мәл. Ләститтән һәм яман һүҙҙән һаҡ булығыҙ.

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ
Автор:
Читайте нас: