Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
6 Март 2023, 12:00

Йондоҙнамә (6 –12 март)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...    

Йондоҙнамә (6 –12 март)
Йондоҙнамә (6 –12 март)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Һеҙҙең тирәләге ваҡиғалар үтә үҙгәреүсән буласаҡ. Уларҙың барышын әлегә аңламаҫһығыҙ. Тәжрибәле кешеләр урынлы кәңәш бирер, моғайын. Был арала уйламаған сығымдарҙан һаҡланығыҙ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһалауығыҙ мөһим. Артыҡ ауыр эшкә тотоноп, кәрәкмәгән ҡыйынлыҡтарға осрауығыҙ бар. Элекке хаталарығыҙҙы ла төҙәтергә тура килер, моғайын – был өҫтәмә көс-ваҡыт талап итер. Ғөмүмән, әллә ни алға бара алмаҫһығыҙ һымаҡ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Төп эшегеҙҙә кемдер һеҙгә ҡарата артыҡ ҡыҙыҡһыныу күрһәтә һымаҡ. Уның ниндәйҙер тәҡдимдәр әйтеүе лә мөмкин. Йондоҙҙар быға шикләнеп ҡарарға ҡуша. Аҙна араһында яҡшы таныш эшегеҙ һәйбәт барыр. Күпкә ынтылмағыҙ.

Ҡуҙы ( 20.03 – 20.04)

Аҙна тыныс килмәҫ кеүек. Төрлө ваҡиға күбәйер. Ҡайһы бер эшегеҙҙең һәүетемсә барышы боҙолоуы ла ихтимал. Шулай ҙа бындай хәл оҙаҡҡа һуҙылмаҫ. Йомала яҡындарығыҙ менән бик мөһим мәсьәлә буйынса һөйләшеп килешерһегеҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Көндәрҙе файҙалы үткәрерһегеҙ. Теләһә ниндәй өлкәлә лә уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Шаршамбылағы осрашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Ошо арала элекке бурысығыҙҙы ҡайтарырҙар. Ул аҡса бик ваҡытлы килер.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Аҙна мәшәҡәтле көтөлә. Йондоҙҙар һәр осраҡта ла ашыҡмаҫҡа, һәр аҙымығыҙҙы уйлап баҫырға саҡыра. Шулай ғына хаталарҙан ҡотолорһоғоҙ. Бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ юлығыҙҙан тайпылырға мәжбүр итмәҫ. Йомалағы хәлдәр һеҙҙең өсөн мөһим булыр.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Аралашыуҙар файҙалы булмаҡсы. Аҡыллы фекерҙәр ҙә ишетерһегеҙ,  башығыҙҙа өмөтлө уйҙар ҙа тыуыр. Шишәмбелә яҡшы яңылыҡтар ҙа ишетерһегеҙ. Һуңғы арала бер аҙ аҡса тупларға форсат сығыр. Бәғзеләр күптән алырға хыялланған әйберҙәрҙе һатып алыр, бәлки.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Йондоҙҙар ярҙамы менән иң ҡатмарлы эш тә әллә ни ауыр күренмәҫ. Башҡаларҙың ярҙамы теймәҫ, ләкин ҡаршылыҡтар ҙа күренмәҫ. Яҡындарығыҙҙан кемдер үтескә аҡса һорар. Бирмәйенсә булмаҫтыр, моғайын.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Бик тыныс осор. Ашыҡмай ғына ағымдағы эштәрегеҙҙе башҡарығыҙ, барыһына ла өлгөрөрһөгөҙ. Һеҙгә урынлы кәңәштәр ҙә әйтелер. Шаршамбыла ниндәйҙер дөйөм эш тураһында өмөтлө тәҡдимдәр ҙә ишетерһегеҙ. Һуңғы аралағы эш йомғаҡтары ҡыуандырыр.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Аҙна араһында өйҙәге эштәр менән ҡәҙимгенән күберәк булышырһығыҙ. Шишәмбелә уйламаған хәл килеп сығыуы ихтимал – кемгәлер ярҙам итерһегеҙ. Быға көс-ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ, уның сауабы ҙур булыр.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Мәл яңы эштәрҙе башлап ебәрер өсөн уңайлы. Тәүге уңыштарға тиҙ өлгәшерһегеҙ. Башҡаларҙың һеҙгә ҡарата иғтибары артҡанын асыҡ тойорһоғоҙ. Мөрәжәғәт итеүселәр, һорау биреүселәр күбәйер. Ошо арала бәғзеләр мөһим ҡағыҙҙар менән бәйле эште тамамлар, моғайын.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Күпселек ваҡытта үҙаллы эш итерһегеҙ. Кәңәш һорарға бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ булмаҫ – барыһын үҙегеҙ беләһегеҙ кеүек. Шишәмбе һәйбәт яңылыҡтары, ыңғай ваҡиғалары менән иҫегеҙҙә ҡалыр. Кесе йомала тәнҡит һүҙҙәрен дә ишетерһегеҙ, бәлки.

ӨМӨТБАЙ.

 

https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-03-05/yondo-nam-6-12-mart-3159472

Йондоҙнамә (6 –12 март)
Йондоҙнамә (6 –12 март)
Автор:
Читайте нас: