Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
27 Февраль 2023, 11:55

Йондоҙнамә (27 февраль –5 март)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...    

Йондоҙнамә (27 февраль –5 март)
Йондоҙнамә (27 февраль –5 март)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Был арала хаталарығыҙ күбәйеп күбәйеп китеүе ихтимал. Бөтә эшегеҙ ҙә бер аҙға туҡтап торор, моғайын. Шулай ҙа иң мөһим маҡсаттарығыҙ тураһында онотмағыҙ. Кемгәлер ҡыҫҡа ваҡытлы сәфәр ярҙам итер. Бәғзеләргә тормоштарына ниндәйҙер яңылыҡ индерергә ҡушыла.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Аҙна бигүк еңел булмаҫ. Бигерәк тә шишәмбенең буталсыҡ килеүе мөмкин. Күптәргә яңылыш юлдан китеү хәүефе янай. Яйлап хәлегеҙ арыуланыр. Ваҡиғалар барышын да аңлай башларһығыҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Киләсәккә төҙөлгән пландарығыҙҙың ысынбарлыҡҡа тура килер. Бының сәбәбе – мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһаламау. Бәхетегеҙгә күрә, янығыҙҙа тапҡыр кәңәш бирерлек кешеләр юҡ түгел һымаҡ. Йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ, буғай.

Ҡуҙы ( 20.03 – 20.04)

Аҙна ауырыраҡ башланыр кеүек. Юҡ-бар өсөн кәйефегеҙ ҙә боҙолоуы мөмкин, тик был ваҡытлыса ғына булыр.  Шаршамбыла һис тә көтмәгәндә аҡса алырһығыҙ, бәлки. Файҙалы аралашыуҙар күбәйер. Тап был арала ниндәйҙер мөһим мәсьәләне асыҡларһығыҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Иң ауыр эштәрегеҙҙе лә башҡарырға форсатығыҙ сығыр. Һеҙгә ярҙам итеүселәр бар һәм бынан мотлаҡ файҙаланып ҡалығыҙ. Башығыҙҙа өмөтлө фекерҙәр ҙә бер-бер артлы тыуып торор. Шуларҙың кәрәген генә алығыҙ, ҡалғандары буш хыял булып ҡына ҡалыр.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Һәйбәт осор. Ҡайһы бер аңламаған мәсьәләне яҡшыраҡ төшөнә башларһығыҙ. Һәр саҡ башығыҙҙы эшләтегеҙ, уйлағыҙ, фекерләшегеҙ. Был һеҙҙең иң ҙур байлығығыҙ. Иң өмөтлө көнөгөҙ – шаршамбы. Ниндәйҙер иҫтә ҡалырлыҡ осрашыу булыуы ихтимал.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Аҙна ҡәҙимгесә үтер. Әллә ни мөһим ваҡиғалар булмаҫ кеүек. Күптәнге танышығыҙ үҙе хаҡында белгертер. Был һеҙҙе артыҡ ҡыуандырмаҫ. Сөнки элекке дуҫлыҡ күптән онотолған бит инде. Йомала кемдеңдер үтескә аҡса һорауы ихтимал  – суммаһы ҙур булмаһа, бирегеҙ әйҙә.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Дүшәмбелә кире хәлдәр булып, эсегеҙҙе бошорор. Бигүк яҡшы булмаған кәйефегеҙ аралашыуға ла ҡамасаулар. Был оҙаҡҡа бармаҫ. Шаршамбыла уҡ йондоҙҙарҙың һеҙҙең яҡлы икәнен асыҡ күрерһегеҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Нигеҙҙә үҙаллы эш итерһегеҙ һымаҡ. Быға әҙер булығыҙ. Ниңәлер был арала ярҙамға килергә теләүселәрҙе таба алмаҫһығыҙ. Киреһенсә, буш кәңәшселәр күбәйеп китер. Шулай ҙа аҙнаны арыу ғына тамамларһығыҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Тормошоғоҙға зарланмаҫҡа ла булалыр, һеҙгә көнләшергә лә мөмкин. Эшегеҙ тыныс, етәкселәрегеҙ һеҙҙән ҡәнәғәт, барыһы ла ихтирам күрһәтә. Шәхси яҡтан да хәлегеҙ арыу ғына. Яҡын арала ниндәйҙер етди һәм мөһим ваҡиғаға әҙерләнегеҙ.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Аҙна һәйбәт үтмәксе. Бәғзеләр элек белмәгән нәмәгә өйрәнер. Кемдер быға тиклем аңламағанды төшөнә башлар. Башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр тыуып торор. Яҡын киләсәккә ҡуйған маҡсаттарығыҙҙы бер аҙ асыҡлай алырһығыҙ. Шишәмбеләге ваҡиғалар оҙаҡҡа иҫегеҙҙә ҡалыр.

Уҡсы ( 23.11 –  21.12)

Тап был арала ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләне ыңғай хәл итерһегеҙ кеүек. Был һеҙҙән байтаҡ көс-ваҡыт талап иткәндер, моғайын. Кемгәлер рәсми ойошмаға мөрәжәғәт итергә тура килер. Был эшегеҙҙең бик оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал, аҙағын төҫмөрләүе лә ҡыйын.

ӨМӨТБАЙ.

https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-02-26/yondo-nam-27-fevral-5-mart-3144027

Йондоҙнамә (27 февраль –5 март)
Йондоҙнамә (27 февраль –5 март)
Автор:
Читайте нас: