Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
13 Февраль 2023, 09:25

Йондоҙнамә ( 13 – 19 февраль)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә ( 13 – 19 февраль)
Йондоҙнамә ( 13 – 19 февраль)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Был аҙнала бик уңышлы аралашыу көтөлә. Ысынлап та һеҙҙе аңлаған һәм фекерҙәш булған кешеләр аҙ түгел икәнен күрерһегеҙ. Ниндәйҙер дөйөм эш тураһындағы тәҡдимдәр ҙә ишетеүегеҙ ихтимал. Уларға ризалашырға кәрәктер.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Аҡса, милек менән эш иткәндәр мотлаҡ уңыр. Был көндәрҙә үтә иғтибарлы булыуығыҙ  һәр эштә лә булышлыҡ итер. Тәжрибәгеҙ дөрөҫ юлды һайларға ярҙамлашыр. Йомала алыҫтан яҡшы хәбәр килер.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Төп эшегеҙҙә ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнә башлар һымаҡ. Осор барышында һеҙгә мөрәжәғәт иткәндәр күбәйер. Кемдер ярҙам һорар, бәғзеләр дөйөм эш тәҡдим итер. Элекке дәғүләр ҙә онотолор. Аҡса мәсьләләрендә һаман да һаҡ булырға ҡушыла.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Аҙна һәйбәт яңылыҡтарҙан башланыр. Улар бик мөһим булмаһа ла кәйефегеҙҙе күтәрер. Эшегеҙ ҙә ҡәҙимгенән күбәйер. Шулай ҙа борсолмағыҙ, барыһын да ваҡытында башҡарырһығыҙ. Кесе йомала ниндәйҙер уңайлы мәл булмаҡсы.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Ҡайһы бер яҡындарығыҙҙы күрергә мохтажлыҡ тыуыр. Етди мәсьәләләр ҙә йыйылып китте кеүек. Уртаҡ фекергә еңел килерһегеҙ, моғайын. Был арала бәғзеләр арығанын тойор, Хәйер, үҙегеҙгә бер аҙ ял бирергә лә мөмкин, һеҙ быға лайыҡлыһығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Көндәр арыуыраҡ килергә оҡшай. Ысынында, был күберәк эске хәлегеҙ менән бәйле һымаҡ. Шулай ҙа ҡыйынлыҡтарға бирешмәҫһегеҙ. Янығыҙҙа кәңәш бирерлек кешегеҙ булһа, бигерәк яҡшы булыр ине. Килемегеҙ ҡәҙимгенән артырға тейеш.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Хәлегеҙ яҡшы, хатта уйланғандан да һәйбәтерәк һымаҡ. Фекерҙәштәрегеҙ ҙә һеҙ фараз иткәндән күберәк, улар һәр саҡ үҙҙәрен белгертеп торор. Был арала ниндәйҙер күптән туҡтап торған эшегеҙҙе тамамлап ҡуйырһығыҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Шишәмбелә һәйбәт яңылыҡтар ишетерһегеҙ. Һеҙ уларҙы күптән көткәйнегеҙ кеүек. Кесе йома ла яуаплы эш менән булышырһығыҙ. Ул һеҙҙә ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ, моғайын – барыһын да ваҡытында башҡарырһығыҙ. Иң уңышлы көндәрегеҙ йома һәм шәмбе.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Көндәр үтә өмөтл!ө булмаҡсы. Теләһә ниндәй өлкәлә лә мотлаҡ уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Фекерҙәштәр, кәңәш бирерлек кешеләр янығыҙҙа һәр саҡ булыр. Кесе йомала ниндәйҙер хәбәр ишетеүегеҙ бар. Яҡын киләсәктә унан файҙа сығарырһығыҙ.

Үлсәү ( 24. 09 – 23.10)

Аҙаның тәүге яртыһын һәйбәт көтөлә. Шаршамбынан һуң кире ваҡиғалар йышайып  китер. Кәйефегеҙ ҙә маҡтанырлыҡ булмаҫ, моғайын. Йондоҙҙар үҙегеҙгә бер аҙға ял бирергә ҡуша. Һуңғы арала һеҙгә бигерәк күп эшләргә тура килде шул.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Кәйефегеҙҙе боҙор өсөн сәбәптәр табылып ҡына торор. Өй-йорт мәшәҡәттәре лә өҫтәлер һымаҡ. Шишәмбелә үк үҙегеҙҙе ҡәҙимгесә тоя башларһығыҙ. Шаршамбы бик уңышлы көтөлә, ҡанат ҡуйғандпай кеүек эш итерһегеҙ. Был арала сығымдарығыҙ артыуы ихтимал.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Аҙна барышында кире ваҡиғалар булмаҫҡа тейеш. Бөтәһе лә һеҙ алдан фаразлағанса барасаҡ. Шишәмбелә яҡшы хәбәр ҙәр килер. Был көндәрҙә кемгәлер ярҙамығыҙ ҙа тейе. Бәғзеләр менән мөнәсәбәттәрҙе нығыта алырһығыҙ – был киләсәктә кәрәк булыр.

ӨМӨТБАЙ.

https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-02-12/yondo-nam-13-19-fevral-3132301
 
Йондоҙнамә ( 13 – 19 февраль)
Йондоҙнамә ( 13 – 19 февраль)
Автор:
Читайте нас: