Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
6 Февраль 2023, 09:17

Йондоҙнамә (6–12 февраль)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (6–12 февраль)
Йондоҙнамә (6–12 февраль)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Аҙна бигерәк тә һәйбәт башланыр. Йондоҙҙар ярҙамы менән иң ҡатмарлы мәсьләләрҙе лә хәл итерһегеҙ. Шаршамбынан һуң уйламаған мәшәҡәттәр күбәйер. Шулай ҙа, ғөмүмән, эштәрегеҙ, артҡа ҡалмай, бер аҙға туҡтап ҡына торор.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Аралашыуҙар үтә уңышлы буласаҡ. Фекерҙәрегеҙ менән бүлешә алырһығыҙ, аҡыллы кәңәштәр ҙә ишетерһегеҙ. Ниндәйҙер етди ваҡиға өмөттәрегеҙҙе тағы ла йәнләндереп ебәрер. Аҡса эштәрегеҙҙә генә һаҡ булығыҙ, йомала кәрәкмәгән сығымдарҙан һаҡланығыҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Был арала өй-йорт мәсьәләләренә иғтибар бирергә форсат сығыр. Сығымдар булыуы ла мөмкин, улар һеҙҙең өсөн әллә ни һиҙелмәйәсәк. Шаршамбыла ниндәйҙер ыңғай ваҡиға көтөлә, бүләктәр алыуығыҙ ҙа бар. Йомалар кемгәлер арыуыҡ ярҙамығыҙ тейер.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Һәйбәт осор. Үҙегеҙ һәм яҡындарығыҙ өсөн дә файҙалы эштәр башҡара алырһығыҙ. Кеше араһында абруйығыҙ артҡанын асыҡ күрерһегеҙ. Кесе йомала ҡапыл хәл итә алмаҫлыҡ күренгән ҡыйынлыҡтарға осрауығыҙ ихтимал. Уларҙы сисергә тәжрибәгеҙ етергә тейешю

Буға ( 21.04 – 21.05)

Аҙна ҡәҙимгесә көтөлә. Әллә ни иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар булмаҫ та кеүек. Шулай ҙа кире хәлдәргә лә тап булмаҫһығыҙ, моғайын. Яйлап булһа ла, барыбер алға табан барырһығыҙКүптән хәбәре ишетелмәгән кеше үҙе хаҡында белдерер.

Игеҙәктәр (  22.05 – 21.06)

Башта көндәр тыныс ҡына һымаҡ күренер. Хатта үҙегеҙҙе артыҡ тыныс тоя башларһығыҙ. Шишәмбенән һуң дөйөм хәлегеҙ ҡапыл үҙгәреп китер. Уйламаған мәшәҡәттәр ҙә тыуыр. Артабан баш күтәрмәй эш итерһегеҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Ҡайһы бер хәлдәрҙең һеҙ алдан уйлағанса бармауы ла мөмкин. Шулай ҙа борсолорға кәркмә:ҫ, һуңғараҡ булһа ла барыһын да булдырырһығыҙ. Шуныһы мөһим – бер ниндәй ҙә хата яһамаҫһығыҙ. Шаршамбылағы һөйләшеүҙәр күңелегеҙҙе мотлаҡ күтәрер. Эштәрегеҙ әкренләп яйланыр.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Аҙна һәйбәт башланып китер. Нимә һәм ҡасн эшләргә – барыһын да асыҡ беләһегеҙ. Шишәмбелә алдығыҙҙа ҡапыл тыуған ҡатмарлы мәсьәлә лә һис тә аптыратмаҫ, моғайын. Дөйөм хәлегеҙ көндән-көн ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Кесе йоманан һуң яңы мөмкинлектәр ҙә асылыр.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Осор өмөтлө булыр һымаҡ. Күтәренке күңел менән эш итерһегеҙ. Ҡайсаҡ башҡалар булдыра алмағанды ла уңышлы башҡарырһығыҙШаршамбылағы ваҡиғаларҡайһы бер эшегеҙҙе туҡтатырға мәжбүр итер. Ләкин был кәйефегеҙгә бер ниндәй йоғонто яһамаҫ.

Үлсәү ( 24.09 – 21.10)

Шишәмбелә йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа ҡуша. Үҙегеҙгә ваҡыт бирһәгеҙ, һәр осраҡта ла иң ҡатмарлы мәсьәләгә лә төшөнә алырһығыҙ. Бер аҙ артта ҡалһағыҙ ҙа аҙаҡ барыбер ҡыуып етерһегеҙ. Йомала яҡындарығыҙҙы ҡыуандырырға сәбәп табырһығыҙ кеүек.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Һеҙҙең тирәләге ваҡиғаларборсолорға мәжбүр итер. Шулай ҙа хәл итә алмаҫлыҡ мәсьләләр булмаҫҡа тейеш, ярҙам эҙләргә лә кәрәкмәҫ. Шаршамбыла күңелегеҙгә ятмаған кеше менән аралашырһығыҙ, бәлки. Был арала сәфәрҙәрегеҙ уңышлы булыр.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Аҙна ҡыйыныраҡ башланып китер. Эштәрегеҙ күп булғанлыҡтан барыһына ла өлгөрмәҫһегеҙ. Хаталанмаҫ өсөн бик һаҡ эш итегеҙ. Шаршамбынан һуң дөйөм хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Йомала яҡшы яңылыҡтар килер.

ӨМӨТБАЙ.

https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-02-05/yondo-nam-6-12-fevral-3124564

Йондоҙнамә (6–12 февраль)
Йондоҙнамә (6–12 февраль)
Автор:
Читайте нас: