Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
30 Ғинуар 2023, 09:50

Йондоҙнамә (30 ғинуар – 5 февраль)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (30 ғинуар – 5 февраль)
Йондоҙнамә (30 ғинуар – 5 февраль)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Мәл етди мәсьәләләр менән булышыу өсөн уңайлы. Был йылдағы тәүге аҙымдарығыҙ дөрөҫ булмаҡсы, бер кем дә башығыҙҙы бутай алмаҫ. Шаршамбыла өмөтлө хәбәр ишетеүегеҙ бар. Унан үҙегеҙгә файҙа ла сығарырһығыҙ, бәлки.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был арала эсегеҙҙе бошорған ниндәйҙер иҫке әйберҙән еңел ҡотолорһоғоҙ. Шишәмбелә йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа ҡуша. Ашығыс рәүештә ҡабул иткән ҡарарҙарығыҙҙың хата булыуы бик мөмкин. Йомала күптән туҡтап торған эшегеҙҙе уңышлы тамамларһығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Эштәрегеҙгә ҡыҫылырға теләүселәр күбәйер. Файҙаһыҙ кәңәштәр, юҡ-бар дәғүәләр ҡай саҡ эсегеҙҙе бошорор. Шуныһы мөһим: түҙерһегеҙ һәм бер кем менән дә арағыҙҙы боҙмаҫһығыҙ. Йома бер аҙ мәшәҡәт килтерер. Ғөмүмән, аҙна ҡәнәғәтләнерлек булыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Әллә ни ҙур ҡыйынлыҡтарға осрамаҫһығыҙ. Эштәге мәсьәләләрҙе тикшергәндә һәр саҡ­та­ғыса уяу булығыҙ. Артығын һөйләп ташлауығыҙ ихтимал. Өмөтлө аралашыуҙар көтә. Яҡындарығыҙ менән һөйләшеү кәйефегеҙҙе күтәрер. Кесе йома уңышлы уҙыр.

Буға (21.04 – 21.05)
Уңышлы аҙна. Һуңғы ваҡытта йыйылып киткән эштәрегеҙҙән анһат ҡына ҡотолорға форсат булыр. Уларҙы әүҙем башҡара алырһығыҙ һәм был ауыр тойолмаҫ. Ошо арала яңы фекерҙәштәр табырһығыҙ. Яҡын туғандарығыҙ менән шишәмбелә бәхәскә инеүегеҙ ихтимал. 

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Фекерҙәрегеҙ кеше араһында үтемле булмаҡсы. Теләһә кемде лә ышандыра алыр­һығыҙ. Шишәмбелә мотлаҡ һәйбәт яңылыҡтар ишетерһегеҙ, бәлки. Бәғзеләр был көндәрҙә ниндәйҙер яңы эште башлап ебәрер. Уны башҡарыу һис еңел булмаҫ, ләкин аҙағы уңышлы тамамланыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Йондоҙҙарҙың һеҙҙең яҡлы булғанын һәр саҡ һиҙерһегеҙ. Ниндәйҙер күптән туҡтап торған эштәрегеҙгә әйләнеп ҡайтырһығыҙ. Уларҙы еңел генә тамамларһығыҙ һәм ҡәнә­ғәтлек кисерерһегеҙ. Был арала элекке араларҙы яңыртырға мөмкинлек табырһығыҙ һымаҡ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙнаны әүҙем һәм файҙалы үткәрерһегеҙ. Тик хәлегеҙҙән сығып, үҙегеҙгә ял бирергә онот­мағыҙ. Шаршамбыла ышанысһыҙ кеше­ләрҙән ары тороуығыҙ хәйерле. Уларҙың ғәйбәттәренән зыян күреүегеҙ ҙә бар. Йома бер аҙ мәшәҡәтле көтөлә, быға әҙер булығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Йыш ҡына бушҡа эсегеҙ бошоуы  мөмкин. Икеләнеүҙәр, борсолоуҙар ҙа кисерерһегеҙ. Фекер төйнәүе лә ауырлашыр, моғайын. Үҙегеҙҙе тынысландыра алһағыҙ, барыһы ла һәйбәтләнер. Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр көтөлә. Боҙолған араларҙы тергеҙеү ҙә ауыр булмаҫ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Төрлө ҡыйынлыҡ күбәйгәндән-күбәйер. Бындай саҡта хаталар ебәреүегеҙ ҙә ихтимал. Күптәр ситтәге ярҙамға ла мохтаж булыр, бәлки. Был аҙнала яңғыҙ эш итеү мөмкин дә түгелдер. Хәйер, янығыҙҙа кәңәш бирерлек кешеләр бар һәм кемгә мөрәжәғәт итергә кәрәклеген үҙегеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Һәйбәт, тыныс көндәр. Бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ көтөлмәй. Һуңғы ваҡытта борсоп торған мәсьәләләр ыңғай хәл ителер. Бының өсөн күп көс түгергә лә кәрәкмәҫ. Кесе йомала бик һирәк осрай торған уңайлы мәл булыр. Бәғзеләр күптәнге хыялын тормошҡа ашырыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Күтәренке кәйефегеҙ яңы эштәргә то­тонорға этәрер. Алда һеҙҙе мөһим ваҡи­ғалар көтә, улар тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртер. Шаршамбылағы мәшәҡәт  әллә ни ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ. Бындай хәл һеҙгә күптән таныш кеүек.

Өмөтбай.


https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-01-29/yondo-nam-30-inuar-5-fevral-3121113

Йондоҙнамә (30 ғинуар – 5 февраль)
Йондоҙнамә (30 ғинуар – 5 февраль)
Автор:
Читайте нас: