Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
26 Декабрь 2022, 12:55

Йондоҙнамә

(26 декабрь – 1 ғинуар)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Үҙегеҙгә бер аҙ ял бирергә форсат сығыр. Үткәнде байҡағанда, хәлегеҙҙән килгәнсә барыһын да эшләй алдығыҙ һымаҡ. Һеҙгә ярҙам иткән кешеләр ҙә булды. Уларға нисектер р әхмәтегеҙҙе белдерергә ономағыҙ.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Көндәр һәйбәт килер. Ниндәйҙер мөһим  эщте әллә ни күп көс түкмәй башҡарырһығыҙ. Көткән аҡса ла килергә тейеш. Бәғзеләргә уның икенсе рәүештә булыуы ла мөмкин. Һәр хәлдә күләмһеҙ уйланғандан күберәк булыр.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Кәйефегеҙ һәр саҡ яҡшы булыр. Бының өсөн сәбәптәр ҙә бар. Үткән ваҡиғаларҙан да етди һабаҡ алдығыҙ – хәәҙер үҙегеҙҙе ышаныслыраҡ һәм тәжрибәлерәк тояһығыҙ. Яңы йыл алдынан ғына бәғзеләр уйламаған ҡунаҡты ҡаршы алыр.

Ҡуҙы ( 23.03 – 20.04)

Ғөмүмән, барыһы ла яҡшы бара. Тик бер генә мәсьәлә күңелегеҙҙе бер аҙ өйкәп тора. Һүҙ ниндәйҙер ҡайтарылмаған бурысығыҙ тураһында баралыр, моғайын. Әле ваҡыт бар, уны өлөшләтә булһа ла ҡайтара тороғоҙ.

Буға (21.04 – 21.05)

Был осор аралашыуҙарға бай булмаҡсы. Һуңғы ваҡытта эш менән мауығып, яҡындарығыҙға ҡарата иғтибарығыҙ кәмене, буғай. Әле быны төҙәтеү өсөн уңайлы мәл. Бәғзеләр ошо арала алыҫ булмаған сәфәргә лә сығыр.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Һуңғы арала эш менән ныҡ булышып, үҙегеҙ тураһында бер аҙ онотоп та ҡуйҙығыҙ, шикелле. Йондоҙҙар бөтә эштрҙе ситкә ҡуйып, күңел асырға, көс-хәл йыйырға ҡуша. Алда һеҙҙе ҙур һәм яуаплы бурыстар көтә, шуға әҙер булығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Үҙгәреүсән кәйефегеҙ ҡайсаҡ ҡамасаулап торор. Яҡын кешеләр менән дә дәғүәләшеп китеүегеҙ ихтимал. Төптән уйлағанда, бының өсөн етди сәбәптәр юҡ. Ғөмүмән, көндәр яҡшы үтер. Хатта ниндәйҙер ярҙамға мохтаж кешегә ярҙам итерһегеҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Был көндәрҙә төрлө кеше менән осрашырһығыҙ. Йондоҙҙар күпте һөйләмәҫкә ҡуша. Кем менән һаҡ булырға кәрәклеген үҙегеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ. Шишәмбе-шаршамбы бигерәк тә һәйбәт үтәсәк. Һис тә уйламағанда  бүләк алырһығыҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Тап ошо көндәрҙә милек менән бәйле мәсьәләне хәл итерһегеҙ. Ул күңелегеҙҙе бик оҙаҡ борсоно, хәҙер тынысланырға ла мөмкин. Шуныһы айырыуса мөһим, һеҙҙең ҡарарығыҙға ҡаршы төшкән кешеләр табылмаҫ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

 Осор файҙалы үтер. Башығыҙҙа мең уй-фекер тыуыр. Бәғзеләр тап ошо арала күп көс түккән ҙур эште тамамлар. Башҡалар быны күреп, уны тейешенсә баһалар.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Аҙнаны файҙалы үткәрерһегеҙ. Бер нисә мөһим һөйләшеү буласаҡ. Бәғзеләр ниндәйҙер дөйөм эш тураһында хәбәрләшә алыр. Уны 2023 йылда  башҡарыу өсөн мөмкинлек булырға оҡшай. Ҡайһы бер әллә ни ҙур күренмәгән ҡаршылыҡты ыңғай хәл итерһегеҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Нигеҙҙә көндәр һәйбәт килер. Дүшәмбе һәм шаршамбыла иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар булыуы мөмкин. Йорт-хужалыҡ мәшәҡәттәре лә килеп сығыр, уларҙы хәл итеү ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ. Башҡа кешеләрҙең эштәренә ҡыҫылырға тура килер, бәлки – бында ла үпкәләгәндәр булмаҫ.

ӨМӨТБАЙ.

https://ye102.ru/news/mahsus/2022-12-25/yondo-nam-26-dekabr-1-inuar-3078098

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә
Автор:
Читайте нас: