Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
19 Декабрь 2022, 10:37

Йондоҙнамә ( 19 – 25 декабрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...  

Йондоҙнамә ( 19 – 25 декабрь)
Йондоҙнамә ( 19 – 25 декабрь)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Мәл уҙып барған йылға йомғаҡ яһау өсөн уңайлы. Уйлағандарығыҙҙы тулыһынса бойомға ашыра алмағанға күңелегеҙ төшмәһен  – бында һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡ. Арыу ғына тәжрибә тупларһығыҙ, уның киләсәктә һеҙгә кәрәге тейәсәк.

Һыуғояр ( 21.01  – 19.02)

Ҡәнәғәтлек кисереү өсөн етди сәбәптәр бар һымаҡ. Кеше алдында үҙегеҙҙе таныта алдығыҙ, фекерҙәштәрегеҙ ҙә күбәйҙе, шикелле. Күптәр үҙаллы эш итергә өйрәнде. Ғөмүмән, үҙ аҡылығыҙға таяныу һәр саҡ дөрөҫтер. Башҡаларға ярҙам итә алдығыҙ, бының сауабын тойорһоғоҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Быйыл күп эшләнегеҙ. Һиҙелерлек уңыштарығыҙ ҙа булды. Хаталар, яңылыш аҙымдар ҙа булманы түгел. Ғәҙттәгесә, бының сәбәптәрен ситтән эҙләргә өйрәнгәнһегеҙ, ләкин һөҙөмтәлә үҙегеҙҙең дә ғәйебегеҙ булғандырн моғайын. Шуны айырып әйтергә кәрәк – иң ауыр саҡта ла ҡойолоп төшмәнегеҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Йыл мәшәҡәтлерәк килһә лә, ыңғай ваҡиғалар  ҙа күп булды кеүек. Ҡыйынлыҡтар һеҙҙе әллә ни ҡурғытманы. Күпселек осраҡта үҙегеҙҙе ышаныслы тоттоғоҙ, нимә эшләргә икәнен яҡшы белдегеҙ. Был яҡтан һеҙ маҡтауға тулыһынса лайыҡ. Ҡайһы бер эшегеҙҙе киләһе йылға  күсерергә мәжбүр булдығыҙ – быға көйөнмәгеҙ, барыһы ла һәйбәт буласаҡ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Йылды һәйбәт кенә тамамлап киләһегеҙ, буғай. Йондоҙҙар ярҙамы менән ауыр күренгән эште лә башҡара алдығыҙ. Осраған мөмкинлектәрҙе ысҡындырманығыҙ һәм киләсәк өсөн ышаныслы нигеҙ булдырҙығыҙ. Һуңғы арала аралашыу даирәһен һиҙелерлек киңәйтегеҙ – был һеҙгә һәр саҡ терәк булыр.

Игеҙәктәр (  22.05 – 21.06)

Ныҡлап уйлағанда, 2022  йыл һеҙҙең өсөн  үтә файҙалы булды. Күптәр тормошҡа ысынбарлыҡтан сығып ҡарай башланы, элеккесә һауала осоп йөрөүҙәр бөттө, тиерлек. Кәрәк саҡта үҙ иңегеҙгә яуаплыҡ алырға ла ҡурҡманығыҙ. Ғөмүмән, алдығыҙға тормош ҡуйған имтихандарҙы уңышлы тапшырҙығыҙ, шикелле.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Ғөмүмән, йыл барышында иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар күп булды. Тәүҙә бик әүҙем эш итә башлағайнығыҙ, аҙаҡ һағыраҡ ҡыландығыҙ. Ысынлап та, ҡыйынлыҡтар артыҡ күбәйеп киткәйне һәм уларҙы еңер өсөн мөмкинлектәрегеҙ күп түгел ине. Иң мөһиме – позицияғыҙҙы апаруҡ нығыта алдығыҙ, элекке хаталарығыҙҙы төҙәттегеҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Йыл һеҙҙең өсөн арыуыраҡ килде һымаҡ. Ҡайһы бер хәл итәһе мәсьәләләр һеҙ уйлағандан ҡатмарлыраҡ булып сыҡты. Шулай ҙа аптырап ҡалманығыҙ, көсөгөҙҙән килгәнсе барыһын да башҡарҙығыҙ. Шуның арҡаһында төп эшегеҙҙә лә, шәхси тормошоғоҙҙа ла ыңғай үҙгәрештәр асыҡ күренде.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Йыл барышында уйламаған хәлдәргә артыҡ күп осранығыҙ кеүек. Йыш ҡына алдан ҡорған маҡсаттарығыҙҙан тайпылып, икенсе эштәргә тотонорға мәжбүр булдығыҙ. Бында ҡайсаҡ икенсе кешеләрҙең ғәйебе лә булғандыр. Бер нисә мәртәбә ныҡлап алдандығыҙ, юлығыҙҙа ышанысһыҙ кешеләр ҙә осраны. Быларҙан тейешле һабаҡ алғанһығыҙҙыр, моғайын.

Үлсәү ( 21.09 – 23.10)

Әллә ни ҙур еңеүҙәргә өлгәшә алманығыҙ шикелле. Хәйер, йыл барышында ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр  һеҙҙе күп борсоно. Шулай ҙа ыңғай хәлдәр ҙә булманы түгел. Йорт-ғаилә өсөн файҙалы эштәр башҡарҙығыҙ, яҡындарығыҙға һәр саҡ ярҙам-терәк булдығыҙ. Дуҫтар-фекерҙәштәрегеҙ ҙә күбәйҙе. Күберәкте күрә, аңлай башлауығыҙ маҡтауға лайыҡ.

Саян ( 24.10 – 22.11)

2022 йылға тәғәйенләгән эштәрегеҙҙең барыһын да башҡара алманығыҙ. Бының өсөн үҙегеҙҙе ғәйепләмәгеҙ – уйламаған ҡаршылыҡтар күп осраны. Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер йүнәлештәрҙә тотороҡло аҙымдар яһау өсөн булған мөмкинлектәрҙе файҙаландығыҙ. Уҡыуҙа, белем алыуҙа һиҙелерлек уңыштарға өлгәштегеҙ. Эштәрегеҙҙе етди тәртипкә килтерҙегеҙ, шәхси тормошоғоҙҙа ла ыңғай хәлдәр күп булды.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Үтеп барған йыл һеҙҙе төрлө мәшәҡәт борсоно. Улар әллә ни ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырманы. Нигеҙҙә уларға һәр саҡ әҙер инегеҙ. Шуныһы яҡшы, һәр саҡ янығыҙҙа тейешле кәңәш бирерлек кеше табылып торҙо. Әлегә киләһе йыл өсөн ныҡлы нигеҙ булдырҙығыҙ һәм яҡын киләсәккә асыҡлыҡ бар һымаҡ.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Айбулат Ишназаров
https://ye102.ru/articles/mahsus/2022-12-18/yondo-nam-19-25-dekabr-3067625
Йондоҙнамә ( 19 – 25 декабрь)
Йондоҙнамә ( 19 – 25 декабрь)
Автор:
Читайте нас: