Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
12 Ноябрь 2022, 11:00

ЙОНДОҘНАМӘ

(14 – 20 ноябрь)

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ

ҠУҘЫ

Аҙна буйы рух күтәренкелеге күҙәтелер. Һөҙөмтәлә шәхси мө­нә­сәбәттәрҙә, коммерция эштә­рендә уңыш ҡаҙанырһығыҙ. Абруйлы кеше­ләрҙең ярҙамында вазифала үҫеү, мул ғына аҡса эшләү мөмкинлеге тыуыр. Лотерея уйынында отоуығыҙ бар.

 

БУҒА

Уңышлы осор башлана, айырыу­са гүзәл заттар өсөн. Тормошоғоҙҙа үҫеш йәһәтенән юғарыраҡ кимәлгә сығырһығыҙ. Яңы танышлыҡ донъяға ҡарашығыҙҙы үҙгәртер, моғайын. Көслө заттарға маҡсатҡа өлгәшеүҙә ныҡыш­малылыҡ талап ителер.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Бөтә эштәрегеҙҙе барлағыҙ, юғиһә мөһим бурысты башҡарырға онотоп, етәкселектән тәнҡит һүҙе ишетеүегеҙ бар. Аҙна аҙағына күптән борсоған мәсьәләне хәл итеү юлын табырһығыҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Төҫ-ҡиәфәтегеҙҙе үҙгәртергә телә­һәгеҙ ҙә, был арала ниәтегеҙҙән кире ҡайтыу хәйерле. Сәс киҫтереү, буятыу, яңы кейем һатып алыу әллә ни ҡыуандырмаҫ. Уның ҡарауы, яҡында­ры­ғыҙ менән мөнәсәбәттәр аҙна аҙағына яйланыр.

 

АРЫҪЛАН

Етәкселек менән аралашыу, дәүләт органдарына һәм ойошмаларына мөрәжәғәт итеү өсөн ҡулай осор. Яңы хеҙмәттәшлек өсөн офоҡ­тар асылыр. Ниндәйҙер коммерция ғәмәленән мул ғына аҡса алырһығыҙ.

 

ҠЫҘ

Аҙна яңы кешеләр менән танышыу йәһәтенән уңышлы булыр. Күп­тән тыныслыҡ бирмәгән коммер­цияға бәйле эштә алға китеш күҙәте­лер. Был арала ҡылынған сәфәрҙәр күңелегеҙҙе күтәрер.

 

ҮЛСӘҮ

Финанс мәсьәләһе әленән-әле ҡалҡып сығыр. Йондоҙҙар ошо арала бурыстан ҡотолорға кәңәш итә. Осор аҙағына туғандар менән мөнәсәбәт киҫкенләшеп китеүе ихтимал.

 

САЯН

Элек башҡарған ниндәйҙер мө­һим эшкә әйләнеп ҡайтырға тура килер, моғайын. Аҙна уртаһында матди мәсь­ә­лә күп ваҡытты алыр. Әйбер юғалтыуығыҙ йәки электр приборының боҙолоуы бар. Аҡсағыҙҙы бушҡа сарыфламай тороғоҙ.

 

УҠСЫ

Һөйгәнегеҙҙең ихласлығына шик тыуыр, моғайын. Шулай уҡ был арала күңелегеҙҙе икенсе кешенең биләп алыуы ла ихтимал. Ниндәйҙер ҡарарға килер алдынан, ныҡлы уйларға кәңәш ителә. Был арала яҡындарығыҙҙың ярҙамына өмөт итмәү хәйерле.

 

ЫЛАҠ

Аралашыуҙарға бай аҙна. Осор уртаһында алған мәғлүмәттең кәйе­фе­геҙҙе төшөрөүе ихтимал. Туғанда­рығыҙ, дуҫтарығыҙ менән аралар һыуынмаһын тиһәгеҙ, уларға тормошоғоҙ тураһында тәфсирләп һөйләмәгеҙ.

 

ҺЫУҒОЯР

Төрлө инстанцияларға документ йыйыу менән шөғөлләнергә тура килер. Аҙна уртаһында бурысҡа аҡса бирмәгеҙ, юғиһә был кеше менән мөнә­сәбәтегеҙ боҙолор. Ял көндәрен мөмкинлек булһа, яңғыҙ үткәрергә кәңәш ителә.

 

БАЛЫҠ

Был аҙнала әйбер, самолетҡа билет һатып алмаҫҡа кәңәш ителә, алдаҡсыларҙың тоҙағына эләгеү хәүе­фе бар. Шаршамбынан һуң эштә үҙгәреш­тәр булыр. Ял көндәрендә күптәнге хыялығыҙ тормошҡа ашыр.

 

https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2022-11-11/yondo-nam-14-20-noyabr-3026341

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ
Автор:
Читайте нас: