Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
31 Октябрь 2022, 11:41

Йондоҙнамә (31 октябрь – 6 ноябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (31 октябрь – 6 ноябрь)
Йондоҙнамә (31 октябрь – 6 ноябрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Иң тәүге сиратта түҙемлек кәрәк булыр. Күпселек эшегеҙ ҡыйынлыҡ менән барыр, уларҙы тамамлау өсөн көс-ваҡыт түгерһегеҙ. Башҡалар ҙа аҙымдарығыҙҙы башта аңламаҫ, тәнҡит һүҙҙәре лә ишетерһегеҙ һымаҡ.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Үҙгәреүсән хәл-ваҡиғаларға әҙер тороғоҙ. Йыш ҡына ашығыс эш итергә мәжбүр булырһығыҙ. Ваҡытығыҙ аҙ булғанлыҡтан, ниндәйҙер хата ебәреүегеҙ ҙә ихтимал. Хәйер, уны тиҙ арала еңел генә төҙәтерһегеҙ, моғайын.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна көтөлмәгәнсә һәйбәт килер. Һүҙегеҙҙе һәр саҡ иғтибар менән тыңларҙар. Хатта күптәнге дошманығыҙ ҙа эштәрегеҙгә ҡаршы килмәҫ. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә ҡыйынлыҡтар осрар-осрауын, тик уларҙы еңел хәл итерһегеҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Кире ваҡиғалар әллә ни осрамаҫ. Һәр осраҡта ла ашығыс эш итергә тырышмағыҙ. Килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе ныҡлап өйрәнегеҙ, уйланығыҙ, кәңәшләшегеҙ. Шунан һуң ғына ҡарар ҡабул итегеҙ. Тик шулай ғына уңышҡа өлгәшерһегеҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Көндәрҙе файҙалы үткәрерһегеҙ. Бер юлы ышаныслы фекерҙәш тә табырһығыҙ, бәлки. Шаршамбынан һуң бер аҙ арыуығыҙҙы һиҙерһегеҙ. Әүҙемлегегеҙҙе кәметһәгеҙ, үҙегеҙгә ял бирергә лә мөмкин.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ҡәҙимге осор. Бөтәһе лә үҙ яйы  менән барған кеүек. Тирә-яҡтағыларҙың һүҙҙәренә ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Ышанысһыҙ кешеләрҙән дә файҙалы һәм кәрәкле хәбәр ишетеүегеҙ бар. Сығымдарығыҙ күбәйер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла шыма бармаған һымаҡ. Элекке үпкәләшеүҙәрҙе оно­торға ваҡыттыр, моғайын. Шишәмбелә түҙем­лерәк булығыҙ. Уйламаған яҡтан ҡыйынлыҡтар килеп сығыр. Шулай ҙа ҡул ҡаушырып ултырмағыҙ, урау юлдар эҙләгеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала ҡатмарлы мәсьәләләрҙе үҙаллы хәл итерһегеҙ. Бәғзеләр кеше хаталарын да төҙәтеү менән шөғөлләнер. Күңелегеҙ төшмәһен, үҙегеҙҙе күрһәтергә яҡшы мөмкинлек килеп сығыр. Йомала етди һөйләшеү көтөгөҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна тыныс башланыр. Яҡшы белгән эштәр ғәҙәттәгесә һәйбәт барыр. Ғөмүмән, ни менән булышырға икәнен үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Бер ҡайҙа ла ашыҡмағыҙ, былай ҙа барыһына ла өлгөрөрһөгөҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был юлы мәшәҡәт күбәйер һымаҡ. Яҡындарығыҙҙың береһенә ярҙам талап ителер, был бигүк еңел булмаҫҡа оҡшай. Өй-йорт мәсьәләләре лә бер аҙ борсоп торор. Уларҙы хәл итеү өҫтәмә сығымдарға ла килтерер.

Саян (24.10 – 22.11)
Дүшәмбенән үк ваҡиғаларҙың һеҙ уйламаған йүнәлеш алыуы бар. Йондоҙҙар артыҡ сәбәләнмәҫкә, тыныс ҡына күҙәтергә ҡуша. Уңайлы мәл килеп сығыу менән әүҙемлек күрһәтергә мөмкин булыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор яҡшы хәбәрҙәр һәм ыңғай ваҡиғалар менән ҡыуандырыр. Эш араһында бер аҙ ял итергә лә форсат табырһығыҙ. Шаршамбынан һуң кеше йомоштары менән бик күп булышырһығыҙ. Ҡайсаҡ башҡалар ебәргән хаталарҙы ла төҙәтерһегеҙ.


Автор:Артур Хасанов
https://ye102.ru/articles/mahsus/2022-10-30/yondo-nam-31-oktyabr-6-noyabr-3006992
Йондоҙнамә (31 октябрь – 6 ноябрь)
Йондоҙнамә (31 октябрь – 6 ноябрь)
Автор:
Читайте нас: