Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
24 Октябрь 2022, 09:17

Йондоҙнамә (24 – 30 октябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (24 – 30 октябрь)
Йондоҙнамә (24 – 30 октябрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала ҡайһы бер таныш нәмәләргә яңыса ҡарай башларһығыҙ. Бәғзеләр  элек ебәргән хатаһын асыҡлар һәм уны төҙәтер. Шишәмбе һәм йомала һиҙелерлек уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Аҡса ҡәҙимгенән күберәк килер.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Аҙна бер аҙ мәшәҡәтлерәк башланыр. Шаршамбыла һис тә уйламаған мәсьәләгә осрарһы­ғыҙ. Уны хәл итеү һеҙҙән күп көс һәм ваҡыт талап итер, моғайын. Тәғәйенләнгән эштәрегеҙҙе тулыһынса башҡарыу һис тә еңел булмаҫ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Был арала яңы эштәр башламаҫҡа кәңәш ителә. Иғтибарығыҙҙы тамамланмағандарына йүнәлтеүегеҙ дөрөҫ булыр. Элекке хаталарығыҙҙы төҙәтеү ҙә байтаҡ ваҡытығыҙҙы алыр. Йомала саҡырған урынға мотлаҡ барығыҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Башҡалар менән еңел уртаҡ тел таба белһәгеҙ ҙә, шишәмбе-шаршамбыла етди һөйләшеүҙән баш тартығыҙ. Кесе йомалағы ваҡиғалар кәйефегеҙҙе күтәрер. Аҙна йомғаҡтары уйла­мағанса яҡшы булыр.

Буға ( 21.04 – 21.05)
Ҡаршылыҡтар ҡапыл күбәйеп китер. Күмәкләп башҡарған эштәрегеҙ насар барыр, ҡайсаҡ бөтөнләй туҡтар ҙа, бәлки. Кеше дәғүәләрендә ҡатнашырға, ҡайһы осраҡта уларҙы яраштырырға ла тура килер.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Шишәмбелә уйламаған мәшәҡәттәр килеп сығыуы ихтимал. Улар ваҡытығыҙҙы алыр, әл­биттә. Шулай ҙа нисектер барыһына ла өл­гөрөрһөгөҙ. Бөтә эште ваҡытында баш­ҡарырһығыҙ. Аҙна йомғаҡтарынан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Аҙна башында ҡаршылыҡтарға осрар­һығыҙ. Кемдер һеҙгә дәғүә белдереүе лә бар. Бының өсөн борсолмағыҙ, ваҡыт үткәс һеҙҙең хаҡлы булыуығыҙ тулыһынса раҫланыр. Йомалағы хәлдәр кәйефегеҙҙе күтәрер.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Был арала сәфәрҙәрегеҙ уңышлы үтер. Ғөмүмән, яңы тәьҫораттар һеҙгә дәрт өҫтәр. Бәғзеләр тормошона яңы үҙгәрештәрҙе әүҙем индерә башлар, моғайын. Кесе йомала һеҙҙең өсөн мөһим ваҡиғалар булыуы ихтимал.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Көндәр төрлө ваҡиғаға бай булмаҡсы. Тыныс ҡына эш итергә мөмкинлегегеҙ юҡ тиерлек. Шишәмбе-шаршамбыла баш күтәрергә лә ваҡытығыҙ булмаҫ. Бынан тыш, башҡаларға ла ярҙам итерһегеҙ. Йомала етди һөйләшеү көтөгөҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Аҙнаны һәйбәт үткәрерһегеҙ. Ниндәйҙер файҙалы эштәр башҡарырһығыҙ – йондоҙҙар һәр саҡ һеҙҙең яҡлы булыр. Бәғзеләр элекке хаталарын төҙәтер, кешеләргә ярҙам-терәк күрһәтер. Йомала уйлағандан икеләтә күберәк булдырырһығыҙ.

Саян ( 24.10 – 22.11)
Етди, хәлегеҙҙән килмәгән мәсьәләләр булмаҫҡа тейеш. Һәр саҡ тәжрибәгеҙ ярҙам итер. Килеп тыуған һорауҙарға яуаптарҙы тиҙ табырһығыҙ. Кесе йомала күптән күрмәгән яҡын кешегеҙҙән хәбәр алырһығыҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр даими тыуып торор. Уларҙы бойомға ашырғанға тиклем әҙерлек үткәрергә кәрәк. Башҡаларға был турала әлегә һөйләмәҫкә ҡушыла. Шаршамбыла һәр аҙымығыҙҙы уйлап эшләгеҙ, сөнки янығыҙҙа ышанысһыҙ кешеләр бар.

 

https://ye102.ru/articles/mahsus/2022-10-23/yondo-nam-24-30-oktyabr-2997633

Йондоҙнамә (24 – 30 октябрь)
Йондоҙнамә (24 – 30 октябрь)
Автор:
Читайте нас: