Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
14 Октябрь 2022, 16:27

ЙОНДОҘНАМӘ

(17 – 23 октябрь)

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ

 ҠУҘЫ

Осор бик уңышлы булмаҡсы. Һеҙҙең аҡыл ҡеүәһенә, күңел бай­лығына күптәр һоҡланыу белдерер. Мөмкинлек булһа, сәйәхәт ҡылығыҙ, күргәҙмәләргә йөрөгөҙ, төрлө сараларҙа ҡатнашығыҙ. Яңы тәьҫораттар юғарыраҡ үҫешкә ҡанатландырыр.

 

БУҒА

Һәр саҡ тотороҡло булып ҡала бел­гән, аҡылға таянып эш иткән буға­ларҙа ла тормошто тамырынан үҙгәртеү теләге тыуыр. Әле бының өсөн бик ҡулай мәл. Үткәндәрҙән арынып, көндәлек мәшәҡәттәрҙән ял итеү, дуҫтарығыҙ менән осрашыу яҡшы һөҙөмтә бирер.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Был аҙнала шәхси тормошҡа ҡа­рағанда һөнәри эшмәкәрлек ҙур иғ­ти­бар талап итер, моғайын. Хис-той­ғо­лар икенсе юҫыҡҡа күсер, килешеү­ҙәр, йөкләмәләр, аҡса эшләү күп ваҡыт талап итер.

 

ҠЫҪАЛА

Шәхси тормошоғоҙҙа аңлашыл­маусанлыҡ килеп тыуһа, хәлде үҙгәр­тергә тырышмағыҙ. Әүҙемлек күрһә­теүегеҙҙең кире һөҙөмтә биреүе ихтимал. Шуға күрә тыныс, сабыр булырға тырышығыҙ.

 

АРЫҪЛАН

Бик ҡатмарлы, бер үк ваҡытта ҡы­ҙыҡлы осор. Әүҙемлегегеҙ бита­раф­лыҡ менән алмашынып торор. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә һалҡынлыҡ һиҙелер. Шуға күрә һәр нәмәлә алтын урталыҡты һаҡлап ҡалырға, сабыр булырға тырышығыҙ.

 

ҠЫҘ

Ғаиләлә мөнәсәбәттәрҙең киҫкен­ләшеүенә юл ҡуймағыҙ. Хәләл ефе­тегеҙҙең һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ, битараф ҡалмағыҙ, аҡыл менән эш итегеҙ. Эшмәкәрлек өлкәһендә лә әллә ни үҙгәреш көтөлмәй.

 

ҮЛСӘҮ

Мөнәсәбәттәрҙе яңы кимәлгә еткереү теләге әллә ни уңыш кил­термәҫ, моғайын. Хис-тойғоларҙы бушҡа сарыфламағыҙ, һөйгәнегеҙҙе үҙгәртергә тырышмағыҙ, ҡәнәғәтһеҙлек күрһәт­мәгеҙ. Хәл тиҙ арала ыңғай яҡҡа үҙгәрер.

 

САЯН

Шәхси мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңайлы мәл етте. Тырышлы­ғығыҙ һәм әүҙемлегегеҙ күптәрҙе һоҡландырыр. Ҡыйыу алға барырға мөмкин. Мотлаҡ еңеүгә өлгәшерһегеҙ.

 

УҠСЫ

Теләйһегеҙме, юҡмы, ғаилә мәшә­ҡәттәренә сумырға тура килер. Байрам сараларынан, дуҫ-иш менән ос­рашыуҙарҙан баш тартып торорға кә­ңәш ителә. Был аҙнала күсемһеҙ милеккә, ҡуртымға бәйле мәсьәләләрҙе ҡыйыу хәл итергә мөмкин.

 

ЫЛАҠ

Башкөллө эшкә сумырһығыҙ. Өҙ­лөкһөҙ осрашыуҙар, шылтыра­тыу­ҙар, рәсми саралар арҡаһында хис-тойғоларға ваҡытығыҙ ҡалмаҫ, моға­йын. Шулай ҙа яҡындарығыҙ менән тыныс шарттарҙа ял итергә лә онотмағыҙ.

 

ҺЫУҒОЯР

Яңы танышлыҡтар өсөн дә, әүәлге мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу йәһәтенән дә уңышлы мәл. Яҡындарығыҙға йылы һүҙегеҙҙе, иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, сөнки тиҙҙән барыһы ла үҙегеҙгә артығы менән әйләнеп ҡайтыр.

 

БАЛЫҠ

Ғаилә, шәхси мөнәсәбәттәрҙе көй­ләү йәһәтенән уңайлы аҙна. Бар мөм­кинлекте файҙаланып ҡалырға тыры­шығыҙ. Осрашыуҙарға йөрөгөҙ, таныш­лыҡ­тар булдырығыҙ, тик был яңылыҡтар яҡында­ры­ғыҙға зыян килтермәһен, уларҙың кәйефен боҙмаһын ине.

 

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/g-zitk-ya-ylyu/2022-10-14/to-ro-du-taryby-a-a-na-ayyn-b-l-k-2989697

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ
Автор:
Читайте нас: