Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
10 Октябрь 2022, 14:08

Йондоҙнамә (10 – 16 октябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (10 – 16 октябрь)
Йондоҙнамә (10 – 16 октябрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Көндәр ҡатмарлы һәм бер юлы уңышлы ла көтөлә. Ҡулығыҙҙан барыһы ла килер. Элек һис тә булдыра алмағанды еңел башҡара алырһығыҙ. Дәғүәләр ҙә булыр. Аҙаҡ барыбер һеҙҙең хаҡлы булғанығыҙ раҫланыр.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Был арала кеше йомоштары менән күп йөрөрһөгөҙ. Ҡайсаҡ башҡаларҙың хаталарын төҙәтергә мәжбүр булырһығыҙ. Ни хәл итәһең, түҙерһегеҙ. Шаршамбынан һуң кәйефегеҙ мотлаҡ ыңғай яҡҡа үҙгәрер.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Борсолор өсөн сәбәптәр табылып ҡына торор. Иң мөһиме – сәбәләнмәгеҙ, тыныс булығыҙ. Кемдер һеҙҙе махсус рәүештә сығырығыҙҙан сығарырға маташыр. Теләһә ниндәй осраҡта ла башҡалар менән арағыҙҙы һаҡлап ҡалығыҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Шишәмбелә ниндәйҙер еңел булмаған мәсьәлә килеп сығыуы ихтимал. Ашыҡмай ғына уны бар яҡтан да өйрәнһәгеҙ, тейешле юлды  табырһығыҙ. Яҡындағыларға күпте һөйләмәгеҙ, һүҙегеҙҙе үҙгәртеп таратырға теләүселәр күбәйер.

Буға ( 21.04 – 21.05)
Был арала үҙаллы эшләргә тырышығыҙ. Тик шул рәүешле генә уңырһығыҙ һәм ҡайһы бер кире хәлдәрҙән ҡотолорһоғоҙ. Шаршамбыла алдан ҡорған маҡсаттарығыҙҙың боҙолоуы ихтимал. Быға тыныс ҡарағыҙ – аҙаҡтан уларҙы мотлаҡ бойомға ашырырһығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Ҡайсаҡ аҡса яғынан ҡытлыҡ һиҙелер – бер аҙ түҙегеҙ. Яҡын кешеләрҙән бурысҡа алмауығыҙ дөрөҫ булыр. Үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ, ундай саҡта аралар боҙолоуы ла мөмкин. Йома үтә мәшәҡәтле уҙыр.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Кире хәлдәр һирәк-мирәк осрап торор, ләкин борсолор өсөн был сәбәп түгел. Ҡайһы ваҡыт барыһын да үҙегеҙ арттыраһығыҙ, буғай. Шишәмбе үтә уңышлы көтөлә, бөтәһен дә башҡарырһығыҙ. Йомала файҙалы аралашыуҙар  көтә.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Көндәр ҡәҙимгесә үтер. Ыңғай ваҡиғалар шаршамбы һәм кесе йомаға тура килер. Әйткәндәй, һеҙ уларҙы алдан күҙаллай инегеҙ кеүек. Барыһын да тиҙ яйға һалырһығыҙ, моғайын.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Аҙна уңышлы уҙыр. Юҡ-барға иғтибар итмәй, үҙ юлығыҙҙа булығыҙ. Тап был арала ниндәйҙер етди һорауға яуап табырһығыҙ һәм киләсәккә ҡуйған маҡсаттарығыҙға асыҡлыҡ индерерһегеҙ. Йомала яҡшы хәбәр килер.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Эштәрегеҙ һәйбәт кенә барыр. Шишәмбе һәм шәмбелә уңыштарға өлгәшеү ихтималлығы артыр. Кесе йомала кәрәкмәгән бәхәстәргә инеүегеҙ бар. Унда ҡатнашмаҫҡа ине лә, ләкин башҡа әмәлегеҙ юҡ һымаҡ.

Саян ( 24.10 – 22.11)
Күңел тыныслығын һаҡлау  ҡыйыныраҡ булыр, моғайын. Шишәмбелә эс бошорорлоҡ хәлдәргә осрарһығыҙ. Ҡайсаҡ башҡалар һеҙҙең түҙем­лекте махсус һынай кеүек. Был дөрөҫлөккә тап килмәй, әлбиттә, кәйефегеҙҙең ваҡытлыса сағылышы ғыналыр. 

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Үҙегеҙҙе ышаныслы һәм иркен тойорһоғоҙ. Ҡыуаныслы ваҡиғаларҙың шишәмбелә һәм шәмбелә булыуы бар. Ниндәйҙер ҙур һәм мөһим эште  тамамлау алдында тораһығыҙ. Унан һуң иңегеҙҙән ауыр йөк төшкән һымаҡ тойолор.

 

https://ye102.ru/articles/mahsus/2022-10-09/yondo-nam-10-16-oktyabr-2974273

Йондоҙнамә (10 – 16 октябрь)
Йондоҙнамә (10 – 16 октябрь)
Автор:
Читайте нас: