Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
3 Октябрь 2022, 12:04

Йондоҙнамә (3 – 9 октябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (3 – 9 октябрь)
Йондоҙнамә (3 – 9 октябрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ғөмүмән, үҙегеҙҙе ышаныслы тойорһоғоҙ. Шулай ҙа шишәмбелә ниндәйҙер етди мәсьәлә буйынса шикләнергә мәжбүр булырһығыҙ һымаҡ. Был хәлгә табиғи ҡарарға кәрәктер. Тиҙҙән күңелегеҙ тынысланыр.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Дүшәмбелә ҙур булмаған хата ебәреүегеҙ ихтимал. Хәйер, янығыҙҙа уны ваҡытында төҙәтергә ярҙам итеүселәр табылыр. Артабан ыңғай үҙгәрештәр нығыраҡ беленә башлар. Аҙна йомғаҡтары алдан уйлағандан уңышлыраҡ булыр.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Һирәк осрай торған уңышлы мәл. Күптәргә яңы офоҡтар асылыр, элек беленмәгән мөмкинлектәр асыҡ күренер. Бәғзеләр тормошон әүҙем үҙгәртә башлар. Яңы эштәр был арала һәйбәт барыр. Байтаҡ ваҡыт үткәс кенә ҡыйынлыҡтар үҙҙәрен һиҙҙерер.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Үткән шаулы ваҡиғаларҙан һуң бер аҙ хәл йыйырға мөмкиндер. Борсолоуҙарығыҙ онотолор, ауыр уйҙарығыҙ яйлап юҡҡа сығыр. Оҙаҡ күрмәгән яҡын кешеләр менән осрашыуға ваҡыт бүлһәгеҙ, бик тә яҡшы булыр ине – файҙалы кә­ңәштәр, кәрәкле мәғлүмәт ишетерһегеҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)
Осорҙо күтәренке кәйеф менән үткәрерһегеҙ. Иң ауыр эш тә еңел тойолор. Һәр хәлдә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Был һеҙҙең өсөн бер ни тормаҫ. Дуҫ булырға теләүселәр ҙә күбәйер, һиҙгер булығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Күпмелер ваҡыт артыҡ әүҙемлек күрһәтмәй эш итерһегеҙ. Дөйөм хәл үҙгәргәнен үҙегеҙ асыҡ күрерһегеҙ. Бер юлы ижади һәләтегеҙ ҙә асылыр һымаҡ. Кесе йомалағы һөйләшеү ҙә өмөтлө булырға оҡшай. Ғөмүмән, аҙна йомғаҡтарынан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Етди ҡыйынлыҡтар осрамаҫҡа тейеш. Шишәм­белә генә ҡайһы бер мәсьәләләр килеп сығыуы бар – уларҙы хәл итеү һеҙгә ауыр булмаҫ. Элекке таныштарығыҙ үҙҙәре хаҡында йыш белгертеп торор. Бәғзеләрҙән файҙалы хәбәр ишетерһегеҙ, бәлки. Юҡ менән бимазалап йөрөүселәр ҙә табылыр.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Элегерәк туҡтатып торған эштәрегеҙгә кире әйләнеп ҡайтыу өсөн форсат табылыр. Хәҙер иһә улар әллә ни ауыр күренмәҫ тә кеүек. Ғөмүмән, аҙна тыныс үтер. Оҡшаған эштәр менән булы­шырға, яратҡан кешеләр менән осрашырға мөмкинлек табырһығыҙ. 

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Кәйефегеҙ һәр саҡ күтәренке буласаҡ. Шулай ҙа шишәмбелә мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ сама­ламауығыҙ ихтимал. Әйткәндәй, быға әллә ни иғтибар ҙа итмәҫһегеҙ. Башҡа кире ваҡиғалар көтөлмәй. Йома бигерәк тә һәйбәт үтер.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Ҡәҙимге аҙна. Шаршамбыла ғына уйламаған хәлдәр килеп сығыуы мөмкин. Кесе йомала аҡсағыҙҙы юҡ-барға тотоноуҙан һаҡланығыҙ. Ғөмүмән, был арала йондоҙҙар һәр саҡ һеҙҙең яҡлы булыр. Шәмбе бик файҙалы үтер.

Саян ( 24.10 – 22.11)
Уйлағанығыҙҙы күпселек осраҡта бойомға ашыра алмаҫһығыҙ һымаҡ. Төрлө ваҡ-төйәк сәбәп һәр саҡ ҡамасаулап торор. Шишәмбелә ашыҡмаҫҡа ҡушыла. Килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе бар яҡтан да өйрәнеүегеҙ мөһим.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Был арала яҡындағылар менән дәғүәләр күбәйеп китеүе ихтимал. Үҙ ҡараштарығыҙҙы тулыраҡ аңлатырға тырышһағыҙ, башҡалар һүҙегеҙгә ышаныр. Тәжрибәле кешенең кәңәше лә ярҙам итер. Кесе йомала ыңғай яңылыҡ ишетерһегеҙ.

Сығанаҡ: https://ye102.ru/articles/mahsus/2022-10-02/yondo-nam-3-9-oktyabr-2971480

Йондоҙнамә (3 – 9 октябрь)
Йондоҙнамә (3 – 9 октябрь)
Автор:
Читайте нас: