Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
12 Сентябрь 2022, 14:23

Йондоҙнамә (12 – 18 сентябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (12 – 18 сентябрь)
Йондоҙнамә (12 – 18 сентябрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Белгән эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Шулай ҙа бәғзеләр элек осрамаған мәсьәләгә тап булыр һымаҡ. Был осраҡта ярҙам эҙләмәйенсә булмаҫ, моғайын. Бер юлы дуҫтарығыҙҙы ялғандан айырырға форсат булыр.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Күп нәмәне алдан уйлап эшләргә кәрәк булыр. Был арала йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа ҡуша. Теле­геҙҙе тыйһағыҙ ҙа һәйбәт булыр ине: кәрәкмәгән һүҙҙәр ысҡындырып, мөнәсәбәттәр боҙолоуы бар. Күптәр өсөн яңы һөнәргә өйрәнеү ихтыяжы тыуыр.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Аҙна бер аҙ көсөргәнешле башланыр. Алдан ҡорған уй-маҡсаттарығыҙҙың боҙолоуы ихтимал. Ҡайһы бер эштәрегеҙҙе ваҡытлыса туҡтатырға мәжбүр булырһығыҙ. Дөйөм хәлегеҙ йоманан һуң ғына бер аҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Шишәмбелә кемдер һеҙгә ҡарата дәғүә белдерер. Башҡа ҡыйынлыҡтар ҙа осрар. Хәйер, был ваҡиғалар күңелегеҙҙе төшөрә алмаҫ. Ҡайсаҡ маҡсаттарығыҙға ирешеү өсөн икенсе юлдар эҙләрһегеҙ. Быныһын да еңел генә булдырырһығыҙ. 

Буға ( 21.04 – 21.05)
Көндәр һәйбәт килер. Ниндәйҙер күптән башлаған ҡатмарлы эште тамамлау өсөн форсат сығыр. Башҡалар эштәрегеҙ менән ҡәҙимгенән күберәк ҡыҙыҡһыныр. Быға тыныс ҡарағыҙ. Бәғзеләрҙән файҙалы кәңәш ишетерһегеҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Шишәмбе һәм шаршамбыла ыңғай ваҡиғалар булыр. Бөтөнләй уйламаған кешеләрҙән йылы һүҙҙәр ишетерһегеҙ. Аҡса килеп торор. Ҡиммәтле әйбер, кейем һатып алыу өсөн кесе йома һәм шәмбе уңайлыраҡ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Аҙна башындараҡ бәғзеләр ҡайһы бер ҡыйынлыҡтарға осрар. Күпселеге менән беренсе мәртәбә осрашаһығыҙ һымаҡ. Тырышлыҡ күр­һәтһәгеҙ, дөйөм хәлегеҙҙе тиҙ генә юғалтыуһыҙ  ыңғай яҡҡа үҙгәртә алырһығыҙ. 

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Дүшәмбелә күңел күтәрерлек ваҡиға кисерерһегеҙ. Был арала яҡшы таныш эштәр менән мәшғүл булырһығыҙ, моғайын. Кемдер ниндәйҙер күптәнге бурысын ҡайтарыр. Ғөмүмән, осор йомғаҡтарынан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Осор элек башлаған эштәрегеҙҙе уңышлы тамамлау өсөн уңайлы.
Шуныһы мөһим: был арала бер ниндәй ҙә хатаға юл ҡуймаҫһығыҙ. Ҡайһы бер дошмандарығыҙҙың һемәйеп ҡалыуы ла бар. Шәхси тормошоғоҙҙа ла ыңғай үҙгәрештәр булыр.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Шишәмбе һәм шаршамбыла яңы мөмкин­лектәр асылыр. Уларҙы күрергә тырышығыҙ. Бәғзеләр элек боҙолған араларҙы яйға һалыр. Был аҙымдан аҙаҡ һиҙелерлек файҙа күрерһегеҙ. Йомала ниндәйҙер иҫтә ҡалырлыҡ осрашыу булыуы ихтимал.

Саян ( 24.10 – 22.11)
Аҙна башы бер аҙ көсөргәнешле көтөлә. Яңылышыуығыҙ ҙа мөмкин. Аҡланырға ашыҡ­мағыҙ – аҙаҡ яйлап барыһын да төҙәтерһегеҙ. Хәйер, янығыҙҙа аҡыллы кәңәш бирерлек кешеләр ҙә бар кеүек. Шаршамбынан һуң күңелегеҙ урынына ултырыр.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Көндәр ҡәҙимгесә килер. Шулай ҙа ҡайсаҡ белемегеҙ һайыраҡ икәне асыҡ беленер. Кесе йомала ниндәйҙер өмөтлө һөйләшеү  булыр. Бер юлы һеҙҙе күптән борсоған мәсьәләне лә асыҡларһығыҙ. Йомала эске тауышығыҙ дөрөҫ юл күрһәтер.







Автор:AdminQ Admin

https://ye102.ru/news/mahsus/2022-09-11/yondo-nam-12-18-sentyabr-2942112

Йондоҙнамә (12 – 18 сентябрь)
Йондоҙнамә (12 – 18 сентябрь)
Автор:
Читайте нас: