Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
3 Сентябрь 2022, 10:00

ЙОНДОҘНАМӘ

(5 – 11 сентябрь)

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ

ҠУҘЫ

Дүшәмбе шәхси проблемалар­ҙы хәл итеү өсөн уңышлы. Ни­әттәрегеҙ тураһында һөйләмәҫкә тырышығыҙ. Килешеүгә ҡул ҡуйыу­ҙы, банкка барыуҙы йомаға ҡалдырығыҙ.

 

БУҒА

Был аҙнала үҙ көсөгөҙгә генә ышанығыҙ. Кесаҙна сетерекле хәл тыуыр, бер нәмәгә лә ҡыҫылмағыҙ, күҙәтеүсе роле менән сикләнегеҙ. Ял көндәрендә яңылыҡ ишетерһегеҙ, уға ышанмағыҙ.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Үҙегеҙҙе оҙайлы йоҡонан уян­ғандай хис итерһегеҙ, әүҙемле­гегеҙ артыр. Тәҡдимдәр, ҡыҙыҡлы ижади идеялар күбәйеп китер. Шәмбе сәйәхәт тураһындағы хыя­лығыҙҙың тормошҡа ашыуы ихтимал.

 

ҠЫҪАЛА

Бөтә ваҡиғалар шәхси тор­мошҡа ҡағылыр. Һөйгән кешегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙәге проблеманы, ниһайәт, уңышлы хәл итерһегеҙ. Был арала күсемһеҙ милек алып йәки һатып ҡыуанырһығыҙ.

 

АРЫҪЛАН

Дүшәмбе яҡшы яңылыҡ менән ҡыуандырыр, ләкин ҡайһы бер мәғлүмәтте боҙоп күрһәтеүҙәре ихтимал. Аҙна уртаһында эштә бәхәс тыуыуы ихтимал. Ғәйепте тирә-йүндәгеләргә ауҙарырға тырышмағыҙ.

 

ҠЫҘ

Шәхси мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ҡулай осор. Эшен алмашты­рырға теләгәндәр ҙә уңышҡа өлгә­шер. Әммә ваҡиғаларҙы ашыҡтыр­мағыҙ, мөһим ғәмәлдәрҙе бөтә нескә­легендә уйлап башҡарығыҙ.

 

ҮЛСӘҮ

Кемгә нимә һөйләгәнегеҙҙе хәтерҙә тоторға тырышығыҙ, юғиһә буталсыҡ хәлгә тарыуығыҙ бар. Ҡунаҡҡа саҡырһалар, баш тартығыҙ, иң яҡшыһы – уларҙы үҙегеҙ ҡабул итегеҙ. Яңы таныштарға ла ышанып бармағыҙ.

 

САЯН

Үткән аҙнала тырышып эшлә­негеҙ, шуға күрә быныһында үҙегеҙгә бер аҙ ял бирегеҙ. Аҙна уртаһында мул ғына аҡса кереме көтөгөҙ. Шәхси тормошта ҙур үҙгәреш булыуы ихтимал.

 

УҠСЫ

Иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ. Осор уртаһында күптәнге хыялығыҙ тормошҡа ашыр. Кесаҙнала тормошоғоҙҙоң аҫтын-өҫкә килтерерҙәй ваҡиға булмаҡсы. Кәңәш – үҙ һүҙле булмағыҙ.

 

ЫЛАҠ

Кемделер үҙегеҙҙең хаҡлы булыуығыҙға инандырырға ты­рышмағыҙ, барыбер теләгән һөҙөмтәгә өлгәшә алмаҫһығыҙ. Һүҙҙе эш менән иҫбатлау яҡшы. Ҡайһы саҡта хәйләкәрлек тә зыян итмәҫ.

 

ҺЫУҒОЯР

Үҙгәрештәр ваҡыты етеп килә, уларға әҙер булырға кәрәк. Үткәндәр менән хушлашырға тура килер. Өмөтһөҙлөккә бирелмәйем тиһәгеҙ, физик күнекмәләр менән шөғөллә­негеҙ. Йәкшәмбе яңғыҙ ҡалырға тырышығыҙ.

 

БАЛЫҠ

Мәғлүмәт сығанаҡтарын иғти­бар менән тикшерегеҙ, уның хаталы булыуы мөмкин. Шаршамбы тыныслыҡ һаҡлағыҙ, бәхәсләш­мәгеҙ, эске тойомлауға ҡолаҡ һалығыҙ. Шәмбе башығыҙҙы әйләндерерлек осрашыу булыр, моғайын.

 

https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2022-09-02/yondo-nam-5-11-sentyabr-2933522

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ
Автор:
Читайте нас: