Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
29 Август 2022, 09:22

Йондоҙнамә ( 29 август – 4 сентябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә ( 29 август – 4 сентябрь)
Йондоҙнамә ( 29 август – 4 сентябрь)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Үҙегеҙгә ситтән ҡараш ташлап ҡарағыҙ. Һуңғы ваҡытта эшегеҙ менән артыҡ мауығып, күпте күрмәй башланығыҙ һымаҡ. Ҡайсаҡ мөмкинлектәрегеҙҙе күрмәйһегеҙ, кеше һүҙҙәрен дә ишетмәй башланығыҙ, буғай. Был турала етди уйланырға кәрәктер.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Мәл ижади кешеләр өсөн һәйбәт. Йыш ҡына башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр  тыуыр, уларҙың күпселеген бойомға ашырырға мөмкин булыр. Ҡайһы бер өлкәлә элек булмаған уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Йомала ишеткән кәңәшкә иғтибарлыраҡ булығыҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Уңышлы осор. Аралашыуҙар бигерәк тә өмөтлө көтөлә. Киләсәккә тыныс ҡына маҡсаттарҙы ҡорорға форсат тейер. Яҡындағылар менән мөнәсәбәтегеҙ күҙгә күренеп ыңғай яҡҡа үҙгәрер, элекке ҡаршылыҡтар бөтөнләй онотолор.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Шишәмбелә йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа ҡуша. Бар мәсьәләне һәр яҡтан өйрәнеү өсөн ваҡыт табырға тырышығыҙ. Көтөлмәгән аҡса ла килеүе ихтимал. Уларҙы тотонмай тороғоҙ, кире таптырыуҙары ла бар. Кесе йомала яҡшы яңылыҡтар ишетерһегеҙ, бәлки.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Аҙна бик өмөтлө булырға оҡшай. Әгәр ошо арала ниндәйҙер ҙур эште башлап ебәрһәгеҙ, мотлаҡ уңырһығыҙ. Һис тә икеләнмәгәеҙ, йондоҙҙар һәр саҡ булышлыҡ итеп торрор. Яңы дуҫтар, ышаныслы фекерҙәш тә табырһығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Тыныс осор. Үткән шаулы ваҡиғаларҙан һуң, бер аҙ көс-хәл йыйырға мөмкинлегегеҙ булыр. Киләсәккә ҡорған маҡсаттарығыҙҙы ла асыҡлай алырһығыҙ, моғайын. Шаршамбыла кемдер ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүе ихтимал. Уға яҡты йөҙ күрһәтеү дөрөҫ булыр.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Еңел көндәргә әллә ни өмөт итмәгеҙ. Башҡаларҙан бер ниндәй ҙә ярҙам булмаҫ. Шуға үҙ көсөгөҙгә генә ышанығыҙ. Шишәмбелә үтә иғтибарлылыҡ кәрәк булыр, етди хата ебәреүегеҙ бар. Йомала ҡайһы бер мөмкинлектәр асылырға тейеш.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Аҙнаны артыҡ уңышлы тип әйтеп булмаҫ, мғайын. Күпселек эштәрегеҙ ҙур ҡыйынлыҡтар менән барыр. Шишәмбелә һис тә уйламаған осрашыуы булыуы ла ихтимал. Ул кешене башҡа бер ҡасан да күрмәҫһегеҙ, бәлки. Йондоҙҙар аҡсағыҙҙы йыйыбыраҡ тотонорға ҡуша.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Уңыштарға өлгәшеү ихтималлығы шишәмбе һәм шаршамбыла юғары буласаҡ. Артабан ниндәйҙер етди мәсьәлә килеп сығыр һымаҡ. Йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа, баорыһын да ентекләп тикшерергә ҡуша. Уйланғандан һуң тейешле юлдарҙы таба алырһығыҙ, бәлки.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Шишәмбелә күңелегеҙҙе күтәрерлек яңылыҡтар ишетерһегеҙ. Ҡайһы бер мәшәҡәттәр ҙә килеп сығыр кеүек, уларҙан бер ниндәй ҡыйынлыҡ тоймаҫһығыҙ. Бәғзеләр электән туҡтап торған эште яңынан башлап ебәрер һымаҡ. Был юлы барыһы ла һәйбәт барасаҡ.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Шишәмбенән һуң ҡаршылыҡтар күбәйә башлар, ләкин был һеҙҙе һис тә ҡурҡытмаҫ кеүек. Ҡатмарлы саҡта эске тауышығыҙ һәр саҡ ярҙам итеп торор. Был арала һеҙгә булышлыҡ итергә теләүселәр ҙә табылыр, тик улар араһында ышанысһыҙ кешеләр ҙә булыуы мөмкин.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Ҡәҙимге аҙна. Күпселек ваҡыт таныш эштәр менән шөғөлләнерһегеҙ, моғайын. Матди хәлегеҙҙе нығытыу буйынса тәҡдим алырһығыҙ. Ныҡлап уйлап ҡарағыҙ, килгәнде аҙаҡ икеләтә ҡайтарырға кәрәк булыр.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:AdminQ Admin
Йондоҙнамә ( 29 август – 4 сентябрь)
Йондоҙнамә ( 29 август – 4 сентябрь)
Автор:
Читайте нас: