Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
1 Август 2022, 12:01

Йондоҙнамә

( 1 –7 август) Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...  

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр даими тыуып торор. Тик уларҙы бойомға ашырыу өсөн уңайлы мәлде оҙаҡ көтөргә тура килер. Әлегә күптән йыйылып киткән ваҡ-төйәк эштәр менән булышығыҙ. Был арала яңы танышлыҡтар булдырыуығыҙ ихтимал.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Алдығыҙҙа торған маҡсаттар һеҙҙән күп көс талап итер һымаҡ. Еңел уңыштарға берүк өмөтләнмәгеҙ, түҙемлерәк булығыҙ. Йыш ҡына кәңәш-ярҙам да эҙләрһегеҙ. Ғөмүмән, оҙайлы һәм ауыр эштәргә мотлаҡ әҙерләнергә кәрәк булыр.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Был арала ял итә алмаҫһығыҙ, төрлө эштәр күбәйеп китер. Хәйер, был һеҙҙе һис тә ҡурҡытмай кеүек. Ошо көндәрҙә бәғзеләр яҡшы хәбәр ишетер. Кемдер яңы, юҡарыраҡ вазифаға күсеүе тураһында тәҡдим алыр.

Ҡуҙы ( 20.03 – 21.04)

Йондоҙҙар был көндәрҙә үҙегеҙгә бер аҙ ял итергә кәңәш итә. Бик яуаплы эштәр көтөлмәй, ҡалғанын башҡалар ҙа башҡарыр. Яҡын киләсәктә бик ҙур эштәр көтә, шуға көс-хәл йыйығыҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Был арала ҡулығыҙҙан иң ауыр эш тә килер. Элек аңламаған ҡайһы бер ваҡиғаларға асыҡлыҡ индерә алырһығыҙ. Өмөтлө аралашыуҙар ҙа көтөлә. Улар яңы уй-фекерҙәр тыуҙырыр һәм мотлаҡ иҫтә ҡалыр.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Һуңғы ваҡытта күрһәткән иғтибарлығығыҙ емеш килтерер һәр саҡ тейешле һығымталар яһарһығыҙ кеүек. Шаршамбыла тәжрибәгеҙ яңлыш аҙымдан һайлап алып ҡалыр. Шәмбелә яҡшы хәбәрҙәр ишетерһегеҙ һымаҡ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Аҙнаның бер аҙ ҡатмарлы булыуы бар. Яңы мәсьәләләр һәм эштәр ҡалҡып сығыр. Ҡайһылары менән тәүге тапҡыр осрашаһығыҙ. Уларға төшөнөү еңел бирелмәҫ. Ярай әле, тыныс ҡына фекерләү өсөн ваҡытығыҙ булыр.

Арыҫлан ( 27.07–23.08)

Ҡәҙимге осор. Шаршамбы һәм шишәмбелә ыңғай ваҡиғалар булып иҫтә ҡалырлыҡ тәҫьораттар кисерерһегеҙ. Был арала ниндәйҙер ҙур эште башлап ебәрерһегеҙ. Ул, бер яҡтан, мөһим һәм кәрәкле буласаҡ. Уның менән булышыу һеҙгә файҙалы тәжрибә лә бирәсәк.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Был арала һаҡ эш итегеҙ. Шишәмбе икеле хәлдәр килеп сығыуы мөмкин. Ниндәй эшкә тотонорға ла белмәҫһегеҙ, моғайын. Янығыҙҙағы ҡайһы бер кекшеләргә артыҡ ышанаһығыҙ кеүек. Уларҙан һәр саҡ этлек күреүегеҙ бар.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Аҙна уйламағанса һәйбәт килер. Тормошоғоҙ күҙгә күренеп ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Яҡшы хәбәрҙе йыш ишетерһегеҙ. Кесе йома ғына бер аҙ айылыр һымаҡ. Ныҡ тырышыуға ҡарамаҫтан, барыһына ла өлгөрөп булмаҫ.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Шаршамбы һәм йоманың ҡатмарлыраҡ булыуы көтөлә. Ҡайһы бер ваҡиғалар бөтөнләй уйлам ағанса барыр. Ҡайсаҡ үтә үҙгәреүсән хәлдәр һеҙгә фекер төйнәргә лә ваҡыт бирмәҫ. Шулай ҙа күпселек мәсьәләне хәл итеү ҡулығыҙҙан килер.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Мәл әүҙемлекте күрһәтеү өсөн уңайлы. Шишәмбелә һиҙелерлек уңыштар ҙа көтөлә. Был арала фекерҙәштәр табыу һис тә ауыр булмаҫ, моғайын. Алдан күрә белеү һәләтегеҙ һәр саҡ ярҙам итер. Йомала яҡшы хәбәрҙәр килер.

ӨМӨТБАЙ.

Йәшлек

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә
Автор:Йәшлек гәзите
Читайте нас: