Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
23 Июль 2022, 09:00

ЙОНДОҘНАМӘ

(25 – 31 июль)

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ

 ҠУҘЫ

Аралашыуға ихтыяж артыр. Юлда ҡыҙыҡлы кеше менән танышыуығыҙ ихтимал. Шулай уҡ көтмәгәндә элекке мөхәббәтегеҙҙе осратыу мөмкинлеге ҙур.

 

БУҒА

Эш әүҙемлеге артып китер. Матди хәлегеҙ яҡшы булмаҡсы. Шәжәрәгеҙ менән ҡыҙыҡһына башларһығыҙ. Өлкәндәр менән аралашҡанда ниндәйҙер серҙе асырҙар.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Элекке бәйләнештәрҙе терге­ҙерһегеҙ. Осраҡлы рәүештә нин­дәйҙер мәғлүмәтте белеп ҡалыр­һығыҙ. Башҡа кешеләрҙең проблемаларын көйләүгә йәлеп итеүҙәре ихтимал.

 

ҠЫҪАЛА

Был аҙнала һеҙгә физик һәм рухи ял талап ителә. Бер аҙға яңғыҙ ҡалырға тырышығыҙ, эске тойомлауға ҡолаҡ һалығыҙ. Кемдер ярҙам һорар, баш тартмағыҙ, мөмкин булғандың барыһын да эшләгеҙ.

 

АРЫҪЛАН

Тормоштағы өҫтөнлөктәрҙе ҡайтанан баһалау мәле. Күптәнге хыялығыҙҙың көтмәгәндә тормошҡа ашыуы бар, тик сәйер кешеләргә был турала һөйләмәҫкә кәңәш ителә. Шаршамбы юлда иғтибарлы булығыҙ.

 

ҠЫҘ

Ҡайһы бер мәсьәләләрҙә үҙегеҙгә иғтибарҙы йәлеп итмәү хәйерле. Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған кешеләр тураһында белешмә алыу, йәшерен мәғлүмәтте эҙләү өсөн ҡулай аҙна.

 

ҮЛСӘҮ

Ҡыҙыҡлы һәм файҙалы хеҙмәт­тәшлек осоро. Башҡаларҙың фекеренә ҡолаҡ һалығыҙ, үҙегеҙҙең ҡарашығыҙҙы белдермәй тороғоҙ. Интернет селтәрендә әүҙемлек көсәйер, үҙ эшегеҙҙе асыу мөмкинлеге бар.

 

САЯН

Насар ғәҙәттәрҙән ҡотолоу аҙнаһы. Һәр йәһәттән ҡыйыу эш итә алаһығыҙ, тәү сиратта был карьераға, эш алмаштырыуға ҡағыла. Ошо аралағы хәл-шарттарҙың тормошоғоҙҙо яңыртыуға килтереүен хәтерҙә тотоғоҙ.

 

УҠСЫ

Никахтағыларҙың үҙ-ара мөнә­сә­бәттәре яҡшырыр. Яңғыҙҙарҙың ғүмерлек юлдашын осратыуы ихтимал. Осор ғаилә ҡороу өсөн ҡулай. Хеҙмәттәшлеккә ҡағылған, шулай уҡ юридик мәсьәләләр уңышлы хәл ителер.

 

ЫЛАҠ

Һаулығығыҙҙы ярайһы уҡ яҡшырта алырһығыҙ, шифаханаға, курортҡа барыу мөмкинлеге тыуһа, баш тартмағыҙ. Бер генә кәңәш – ашыҡмағыҙ. Был йәшәйештең бөтә өлкәләренә ҡағыла.

 

ҺЫУҒОЯР

Һөйөүҙән ҡаса алмаҫһығыҙ. Көтмәгәндә бүләк яһауҙары бар. Никахтағылар мөнәсәбәттәренә яңыса ҡараш ташлар. Хәләлегеҙ менән бөтә мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүҙән тартынмағыҙ.

 

БАЛЫҠ

Иғтибар үҙәгендә ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ булыр. Хужалыҡ мәшәҡәттәре менән булығыҙ. Торлаҡты тәртипкә килтереү,  иҫке әйберҙәрҙән ҡотолоу өсөн ҡулай осор.

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ
Автор:
Читайте нас: