Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
15 Июль 2022, 14:59

ЙОНДОҘНАМӘ

(18 – 24 июль)

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ

 ҠУҘЫ

Яратҡан кешегеҙ менән мөғә­мәлә иткәндә йомшағыраҡ булырға тырышығыҙ. Ата-әсә, айырыуса атайығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙә көсөргәнешлек һиҙелер. Уларҙың ихтыярына ҡаршы сыҡмағыҙ.

 

БУҒА

Йондоҙҙар һаулыҡҡа күберәк иғтибар бүлергә кәңәш итә. Аҙна килемде арттырыу өсөн ҡулай. Ошо арала сәфәр ҡылырға ниәтләһәгеҙ, планығыҙҙың кинәт үҙгәреүе ихтимал.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Ғәҙәттәгенән күберәк эшләргә тура килер. Шаршамбы дуҫ­тарығыҙ менән мөнәсәбәттәр үҙәктә булыр. Үҙегеҙҙе шикле ғәмәлдәргә йәлеп итергә юл ҡуймағыҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Бәхәстән ҡасырға тырышығыҙ, бер кемгә лә бер нимә лә иҫбатламағыҙ. Ғаиләлә хәлдең киҫкенләшеүе мөмкин. Шулай уҡ халыҡ күп йыйылған ерҙә йөрөмәҫкә тырышығыҙ.

 

АРЫҪЛАН

Йәшәйештең бөтә өлкәләрендә етди бурыстар барлыҡҡа килер. Электр әйберҙәре менән эш иткәндә, физик күнекмәләр яһағанда иплерәк булығыҙ.

 

ҠЫҘ

Балалы ғаиләләргә уларҙың хәле һәм тәртибе хаҡында уйларға тура килер. Үҙегеҙҙе йомшағыраҡ тоторға тырышығыҙ. Аҙна карьера өсөн уңышлы булмаҡсы. Яңы вазифа тәҡдим итеүҙәре бар.

 

ҮЛСӘҮ

Аҙна уртаһында сағыу ваҡиға көтөгөҙ. Етәкселеккә мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡмағыҙ – һөҙөмтә ыңғай булыр. Кесаҙна йөкмәтелгән бурысты үтәү тураһында онотмағыҙ.

 

САЯН

Күптәнге хыялығыҙҙы тормош­ҡа ашыра алырһығыҙ. Бөтә уңыш­тар маҡсатҡа ынтылыу ҡеүәһенә бәйле булыр. Сәфәрҙәрҙе мөмкин тиклем кисектереп тороғоҙ.

 

УҠСЫ

Ғаиләлеләрҙең аҡсаға бәйле ҡыйынлыҡтары тыуыр, моғайын. Тантаналы сараға саҡырыуҙары ихтимал. Унда яратҡан кешегеҙ менән бергә барырға кәңәш ителә. Яңғыҙҙар өйләнергә ҡарар итеүе мөмкин.

 

ЫЛАҠ

Бөтә көсөгөҙҙө йорт мәшәҡәт­тәренә йүнәлтергә кәңәш ителә.  Яҡындарығыҙ менән аралашҡанда түҙемлерәк һәм игелеклерәк булырға тырышығыҙ.

 

ҺЫУҒОЯР

Аҙна романтик ваҡиғалар менән һуғарылыр. Һөйгәнегеҙ менән туристик сәйәхәткә сығыу мөмкинлеге тыуыр, тик яңы кешеләр менән танышыуҙан тыйылығыҙ, төндә яңғыҙ йөрөмәгеҙ.

 

БАЛЫҠ

Эш күләме һиҙелерлек артыр, ләкин һеҙҙең көс-ҡеүәтегеҙ тауҙар аҡтарырға ла етер. Рухи һәм һөнәри кимәлде күтәреү өсөн уңайлы ваҡыт етеп килә.

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ
Автор:
Читайте нас: