Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
4 Июнь 2022, 09:58

ЙОНДОҘНАМӘ

(6 – 12 июнь)

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ

ҠУҘЫ

Һеҙҙең эргәлә ниндәйҙер иреш-талаш, мөнәсәбәттәр асыҡ­лау барыр. Ҡыҫылмағыҙ, үке­нерһегеҙ. Ғөмүмән, был осорҙа аралашыуҙан баш тартып, яңғыҙлыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ.

 

БУҒА

Ниндәйҙер шикле эшкә тотонор алдынан уның нимә менән тамам­ланырын алдан күҙаллағыҙ. Бәл­ки, баш тартырға кәрәктер? Йәмә­ғәт­селек эше менән шөғөл­ләнһәгеҙ, уңырһығыҙ.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Үҙегеҙҙе һәйбәт ойоштороусы итеп күрһәтер өсөн тәүҙә ышаныс яуларға кәрәк. Мөһим бурысты иңегеҙгә алырға ҡурҡмағыҙ. Уны уңышлы атҡарып сыҡһағыҙ, абруйы­ғыҙ артыр, эштә үрләтеүҙәре ихтимал.

 

ҠЫҪАЛА

Яҡындарығыҙға, хеҙмәттәштә­регеҙгә артыҡ һорау бирмәгеҙ. Уларҙың үҙ сере булырға тейеш. Ярамһаҡланып, һалпы яғығыҙға һалам ҡыҫтырып маташҡан кешенән йыраҡ тороғоҙ.

 

АРЫҪЛАН

Көслө яҡтарығыҙҙы йәшер­мәгеҙ, күрһәтеп барығыҙ. Яҡшы белгән эшкә генә тотоноғоҙ. Көн­ләшеүселәр артыр, шуға аяҡ салып маташыусыларҙан һаҡ булығыҙ.

 

ҠЫҘ

Осор ығы-зығылы булмаҡсы. Юри­дик мәсьәләләргә ҡағылған эштәрҙе кисектереп тороғоҙ. Эргә­геҙҙә низағ сығарырға теләгән әҙәм бар кеүек, уның менән аралашмаҫҡа тырышығыҙ.

 

ҮЛСӘҮ

Тыныс аҙна көтөлә. Был осор­ҙа әллә ни мөһим мәшәҡәттәр тыу­маҫ. Ижад менән шөғөлләнһә­геҙ, әлеге осорҙа тыуған әҫәрҙәрегеҙ уңышлы буласаҡ.

 

САЯН

“Кешене кейеменә ҡарап ҡар­шы алалар” тигән әйтемде хәтерҙә тотоғоҙ. Унан тайпылып, яңы та­ныш­ҡан кешене шунда уҡ кире ҡа­ғып маташмағыҙ, һуңыраҡ үкенергә тура килмәһен.

 

УҠСЫ

Тәү сиратта үҙегеҙҙе йәлләүҙән туҡтағыҙ. Алдығыҙға ҡуйған маҡ­саттар ни тиклем юғары булһа, уларға өлгәшеүе шул тиклем еңе­ле­рәк булыр. Һәр хәлдә, был осорҙа яҡын­дарығыҙҙың ихтирамын сабырлыҡ менән яуларһығыҙ.

 

ЫЛАҠ

Был аҙнала тормошоғоҙҙо үҙгәртергә ашыҡмағыҙ. Ниндәйҙер мөһим аҙым яһарға уйлаһағыҙ, кисектереп тороғоҙ. Айырыуса аҡса мәсьәлә­һендә һаҡ булығыҙ.

 

ҺЫУҒОЯР

Тик ултырырға ваҡыт булмаҫ. Әүҙемлек күрһәтһәгеҙ, отолмаҫ­һы­ғыҙ. Атҡан уҡтарығыҙҙың бары­һы ла сәпкә теймәһә лә, маҡса­тығыҙға өлгәшерһегеҙ.

 

БАЛЫҠ

Бөтә ғәмәлдәрегеҙ уңышлы тамамланыр. Йортоғоҙҙа ремонт башларға йыйынһағыҙ, ҡурҡма­йынса тотоноғоҙ. Эш хаҡы түбәнерәк булһа ла, сит илгә командировкалары йыш булған урын тәҡдим итерҙәр.

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ
Автор:
Читайте нас: