Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
15 Май 2022, 11:26

ЙОНДОҘНАМӘ

(16 – 22 май)

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ

 ҠУҘЫ

Иҫәр генә үҙ хатаһында өйрәнә, тиҙәр. Шуға башҡа берәүҙең башынан үткән хәлгә таянып эш итегеҙ. Был кәңәш айырыуса эшлекле партнерҙар һәм ғаилә ҡороу мәсьәләһенә ҡағыла.

 

БУҒА

Ҡушылған эш һеҙгә бик мөһим түгел кеүек тойолһа ла, яңылышаһығыҙ. Уны бөтөн көсөгөҙҙө, фантазияғыҙҙы һалып башҡарығыҙ. Ҙур сығым талап иткән әйбер һатып алырһығыҙ.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Артыҡ бошмаһағыҙ, ҡабалан­маһағыҙ, хәл-ваҡиғалар тап һеҙ теләгәнсә барыр. Яңы техника, программаларҙы үҙләштерә баш­ла­ғыҙ. Киләсәктә уларҙың файҙаһы тейер.

 

ҠЫҪАЛА

Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡат­нашырһығыҙ. Эштә лә, шәхси тормошта ла оло йәштәге кеше­ләр­ҙең йомошо менән күп йөрөргә тура килер.

 

АРЫҪЛАН

Һеҙгә етәксе вазифаһын тәҡдим итмәкселәр. Ризала­шырға ашыҡмағыҙ, әле әҙер түгел кеүекһегеҙ. Юлығыҙҙа осраған әҙәмдең һүҙенә ышанмағыҙ.

 

ҠЫҘ

Хеҙмәттәштәрегеҙҙең яҡ­лауы­на өмөт итмәгеҙ. Улар, киреһенсә, һеҙҙе тәнҡитләр, хаталарығыҙға төртөп күрһәтер. Иғтибарҙы ғаиләгеҙгә йүнәлтегеҙ.

 

ҮЛСӘҮ

Кеше һүҙенә, кәңәшенә иғтибар итмәгеҙ. Ҡарарҙарҙы үҙаллы ҡабул итегеҙ. Алыҫ юлға сығыу һөҙөмтәле булыр, матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу мөмкинлеге тыуыр.

 

САЯН

Ике ҡуяндың ҡойроғон бер юлы тоторға маташырһығыҙ. Барыбер килеп сыҡмаҫ, ошо арҡала мөһим нәмәләрҙе күҙ уңынан ысҡындырырһығыҙ.

 

УҠСЫ

Әүҙемерәк булығыҙ. Был аҙнала ниндәй генә осрашыуға саҡырмаһындар, баш тартма­ғыҙ. Һеҙгә күберәк аралашырға, йышыраҡ кеше араһында булырға кәрәк.

 

ЫЛАҠ

Эске тойомлауығыҙға бик ышанмағыҙ. Етәксегеҙ ҡушҡан эште лә йәһәт кенә атҡарырға ын­тылмағыҙ, сөнки бер нисә көндән уның кире уйлауы бар, көсөгөҙ әрәмгә китер.

 

ҺЫУҒОЯР

Көсөргәнешле аҙна көтә. Эштәрегеҙҙе планлаштырығыҙ, биргән вәғәҙәләрегеҙ тураһында онотоп ҡуймағыҙ. Етәкселәре­геҙҙең күҙенә йышыраҡ салынып, яңы тәҡ­димдәрегеҙҙе әйтеүҙән тартынмағыҙ.

 

БАЛЫҠ

Эшегеҙҙә тауҙар аҡтара алмаҫһығыҙ, шуға ла өҙгөлән­мәгеҙ. Тамамланмаған проект­тарҙы ахырына еткерегеҙ. Һаулы­ғығыҙға иғтибарлы булығыҙ.

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ
Автор:
Читайте нас: