Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
8 Май 2022, 10:34

ЙОНДОҘНАМӘ

(9 – 15 май)

ҠУҘЫ

Аҙна башында бер аҙ талсығыу тойорһоғоҙ, уның ҡарауы, башҡарған эштең һөҙөмтәһе көткәндән байтаҡҡа яҡшыраҡ булыр. Матди хәлегеҙ яҡшырыр, күңелегеҙ тынысланыр.

 

БУҒА

Эшмәкәрлек өлкәһендә һә­ләтегеҙҙе күрһәтеү өсөн уңайлы мәл. Документтар менән бәйле ғәмәлдәрҙә уңыш көтә. Тырышлығығыҙ, ҡаҙаныштарығыҙ һөҙөмтәһендә киләсәгегеҙгә бәйле отошло тәҡдим алырһығыҙ.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Тиҙҙән һеҙҙе байтаҡ үҙгәреш көтә. Был тәү сиратта тормошҡа ҡарашығыҙға бәйле булыр, моғайын. Һөҙөмтәлә кәйефегеҙ яҡшырыр, ҡатмарлы мәсьәләләр еңел генә хәл ителер, алда киң офоҡтар асылыр.

 

ҠЫҪАЛА

Кешенең уңышына, айырыуса матди байлығына көнләшеп ҡарарһығыҙ, моғайын. Сит мөлкәтте үҙләштереү маҡсатында шикле аҙымдарға ла барыуығыҙ ихтимал. Ләкин был ғәмәлдәр яҡшыға килтермәҫ. Дәрәжәгеҙҙе төшөрөүгә юл ҡуймағыҙ.

 

АРЫҪЛАН

Яҡындарығыҙҙың нимә те­ләгәнегеҙҙе аңламауы бар. Шуға күрә зиһенегеҙҙе тупларға, сабыр булырға, тупаҫлыҡтан арынырға тырышығыҙ. Мөһим эш-ғәмәлдәргә тотонмағыҙ.

 

ҠЫҘ

Миһырбанлы булығыҙ, ярҙам һорағандарҙы ситкә этәрмәгеҙ. Яҡындарығыҙҙың әүәлге хаталарын иҫкә төшөрөп, уларҙы хөкөм итмәгеҙ. Үҙегеҙ өсөн тормоштоң бөтөнләй башҡа яҡтарын асырһығыҙ.

 

ҮЛСӘҮ

Матди йәһәттән хәлегеҙ яҡшырыр, моғайын. Алдығыҙҙа киң мөмкинлектәр асылыр. Аҡса эшләүҙең яңы алымдарын та­бырһығыҙ. Шулай ҙа уңыштан башығыҙҙы юғалтмағыҙ.

 

САЯН

Аҙна башында алданыуығыҙ йәки берәй әйберегеҙҙе ур­лауҙары бар, шуға күрә иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ. Хаталы аҙым яһау ҙа кәйефегеҙҙе төшөрөр. Был арала етди эштәр башламай тороғоҙ.

 

УҠСЫ

Законға ҡағылышлы эштәр менән шөғөлләнерһегеҙ, был ғәмәлдәр матди хәлегеҙҙе яҡ­шыртыр. Элегерәк ниндәйҙер хата ҡылһағыҙ, хәҙер барыһы өсөн яуап тоторға тура килер.

 

ЫЛАҠ

Аҙна башында башығыҙға отош­ло фекерҙәр килер. Уңышҡа өлгәшәм тиһәгеҙ, эште кисек­термәҫкә кәңәш ителә. Аралашыу барышында кем дуҫ, кем дошман икәнлекте лә асыҡларһығыҙ.

 

ҺЫУҒОЯР

Әле күңелегеҙҙең нескә сағы, шуға күрә ҡайһы берәүҙәрҙең уйламай әйткән һүҙенән кәйефегеҙ ҡырылыуы ихтимал. Эске донъяғыҙға көсөргәнеш килмәһен тиһәгеҙ, хәлде дөрөҫ баһаларға, һәр нәмәнән һабаҡ алырға тырышығыҙ.

 

БАЛЫҠ

Кеше тормошона ҡыҫылмағыҙ, кәңәш бирмәгеҙ. Аҙна башында бер аҙ көсөргәнеш тойорһоғоҙ, ләкин тиҙҙән күңелһеҙлектәр артта ҡалыр. Осорҙоң аҙағы аралашыу, документтар менән эш итеү өсөн уңайлы булмаҡсы.

Автор:
Читайте нас: