Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
25 Апрель 2022, 09:11

Йондоҙнамә (25 апрель – 1 май)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (25 апрель – 1 май)
Йондоҙнамә (25 апрель – 1 май)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙнаның бигүк уңышлы башланмауы ла бар. Шулай ҙа дөйөм хәлегеҙ бик тиҙ үҙгәрергә тейеш. Был үҙенән-үҙе булмаҫ, бер аҙ әүҙемлек күрһәтергә лә тура килер. Кемдер элекке бурысын ҡайтарыр.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Ҡәҙимге, яҡшы таныш эштәр ҙә ҙур ауырлыҡ менән барыр. Артта ҡалмаҫ өсөн тырышырға кәрәктер. Шишәмбенән һуң бер-бер артлы ҡыйын­лыҡтар килеп сығыр, моғайын. Кесе йомала бик өмөтлө осрашыу булыуы мөмкин.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Был арала өйҙә һәм эштә көтөлмәгән хәлдәр күп буласаҡ. Күпселек үҙгәреш барыбер һеҙҙең файҙаға булырға тейеш. Элек кәрәкмәгән тип уйлаған һәләттәрегеҙҙе лә эшкә ҡушырһығыҙ. Бөтөн эште ҡәҙимгенән тиҙерәк башҡарырһығыҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Бер-береһен яратҡан кешеләр араһында һис тә көтөлмәгән ҡаршылыҡтар килеп сығыуы бар.  Мәсьәләне асыҡлау өсөн күпмелер ваҡыт кәрәк булыр. Шулай ҙа барыһы ла һәйбәт тамамланыр. Иң мөһиме – бер-береңә ышаныу.

Буға ( 21.04 – 21.05)
Йыйылып киткән эштәрегеҙ артҡа тартыр, әллә ни алға китә алмаҫһығыҙ, моғайын. Ниндәйҙер күптәнге бурысты ҡайтарырға ваҡыт етте һымаҡ. Шаршамбы бигерәк тә көсөргәнешле көтөлә. Артабан бер аҙ еңеллек тойорһоғоҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Эргәгеҙҙә ышанысһыҙ кешеләр тағы ла күбәйеп китте кеүек. Кемдер үҙ мәнфәғәте тураһында уйлай, бәғзеләре һеҙҙең абынғанды көтә шикелле. Был турала етдирәк уйланығыҙ. Шулай ҙа аҙна һәйбәт кенә үтмәксе.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Көндәр тыныс килер. Ихлас күңелдән ҡәҙимге эштәрегеҙ менән булышырһығыҙ. Шишәмбелә ыңғай яңылыҡтарҙы ишетерһегеҙ. Был арала кемгәлер ярҙамығыҙ тейер. Башҡарған изге эштәрегеҙҙең сауабы ифрат ҙур булмаҡсы.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Аҙна барышында ижади кешеләр мотлаҡ уңыр. Элек күренмәгән һәләттәрегеҙ ҙә уяныр хатта. Бәғзеләр дәртләнеп яңы ҙур эштәргә лә тотонор. Йомала аҡса килеүе ихтимал. Ул көткәндән аҙыраҡ булыр, моғайын.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Дүшәмбе бик һәйбәт башланыр. Ләкин артабан кире хәлдәр күбәйер, йондоҙҙар ашығып эш итергә ҡуша. Шаршамбынан һуң үҙегеҙгә бер аҙ ял бирегеҙ, барыбер артыҡ бер ни ҙә ырата алмаҫһығыҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Артыҡ борсолаһығыҙ. Йыш ҡына юҡҡа шикләнәһегеҙ һымаҡ. Шуның арҡаһында аҙнаның ҡыйын күренеүе ихтимал. Йондоҙҙар тынысыраҡ булырға кәңәш итә. Барыһы ла арыу ғына бара, етди кире хәлдәр ҙә юҡ. Был арала үҙегеҙгә бер аҙ ял бирергә тырышығыҙ.

Саян ( 24.10 – 22.11)
Шишәмбелә ниндәйҙер сәйер, аңлайышһыҙ ваҡиғалар булыуы мөмкин. Уларҙы мотлаҡ аңларға кәрәк булыр, был һеҙҙең өсөн мөһим. Яҡындағылар менән дәғүәләр килеп сығыуы бар. Үҙ фекерегеҙҙе тыныс ҡына еткерә алырһығыҙ һымаҡ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Аҙна тыныс үтер, ләкин бигүк емешле көтөлмәй. Шулай ҙа ҡайһы бер элек башлаған эштәрегеҙҙе тамамлап, тәртипкә килтерергә яй сығыр. Бәғзеләр менән киләсәктә дөйөм эш алып барыу тураһында һөйләшә алһағыҙ, яҡшы булыр ине.

Йондоҙнамә (25 апрель – 1 май)
Йондоҙнамә (25 апрель – 1 май)
Автор:
Читайте нас: