Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
22 Апрель 2022, 10:45

ЙОНДОҘНАМӘ

(25 апрель – 1 май)

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ

ҠУҘЫ

Артыҡ көс һалып эшләргә кәрәкмәй. Һеҙҙең тырышлыҡты баһаламаҫтар, ғәмәлдәрегеҙҙе күрмәҫтәр. Яҡын кешегеҙ аҡсалата ярҙам һорар, моғайын. Ярҙам итһәгеҙ, бурысты бик оҙаҡ ҡайтармаҫтар.

 

БУҒА

Һеҙҙең аҙна. Бар яҡтан да уңырһығыҙ. Алыҫ юлға сығыу – уңышлы, эшлекле һөйләшеүҙәр һөҙөмтәле булыр. Тик ҙур әйбер һатып алыуҙан баш тартығыҙ, айырыуса техникаға ҡыҙыҡмағыҙ.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Көнәркәшлектән ҡурҡмағыҙ. Ул һеҙгә, киреһенсә, көс туплап, артабан көрәшергә этәргес бирер. Был көрәштән еңеүсе булып сығырһығыҙ. Һаулыҡҡа иғтибарлыраҡ булығыҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Бер маҡсатығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн бар көсөгөҙҙө һалырға әҙерләнәһегеҙ. Төрлө алымдарҙы барлағыҙ. Киләсәккә план ҡорғанда яҡындарығыҙҙың фекерен иҫәпкә алығыҙ.

 

АРЫҪЛАН

Ғәҙел булығыҙ! Ихласлыҡ ярҙамында барлыҡ ауырлыҡ­тарҙы ла еңеп сыға алырһығыҙ. Шәхси тормошта яңы осрашыу көтә. Был мөнәсәбәттәрҙең ныҡлы булыуы ихтимал.

 

ҠЫҘ

Үҙегеҙгә һәр яҡлап иғтибар йәлеп итегеҙ. Һаулығығыҙҙы ҡайғыртығыҙ. Алыҫ юлға сығыу­ҙан баш тартығыҙ. Һәүетемсә генә йәшәп тороғоҙ.

 

ҮЛСӘҮ

Ниндәйҙер мөһим ҡарар ҡабул итеү алдында тораһығыҙ. Был аҙнала төплө фекергә ки­лергә кәрәк, яуапты оҙаҡҡа һуҙма­ғыҙ. Шәхси мөнәсәбәттәр киҫкен­ләшер.

 

САЯН

Һеҙҙе көсөргәнешле аҙна кө­тә. Ҡасандыр юлығыҙ айы­рыл­ған дуҫтарығыҙҙы осра­тырһы­ғыҙ. Һаҡ булығыҙ, уларҙы ҡабат­тан тормошоғоҙға индерергә ашыҡ­мағыҙ.

 

УҠСЫ

Баҙап ҡалмайынса, үҙ мән­фәғәттәрегеҙҙе яҡлауға тото­норһоғоҙ. Үҙегеҙҙе көсһөҙ итеп тойорһоғоҙ. Ошо мәлдә, бәғзе­ләрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалып, экстрасенс һәм гипноз менән шөғөлләнеүселәргә мөрәжәғәт итә күрмәгеҙ.

 

ЫЛАҠ

Етәкселек менән аңлашыл­маусанлыҡ килеп сығыр. Шулай ҙа үҙегеҙҙең хаҡлы икәнегеҙҙе дәлилләгеҙ. Барыһы ла асыҡлан­ғас, үрләтеүҙәре ихтимал. Ҙур проекттарҙы тормошҡа ашыра башларға иртәрәк әле, саҡ ҡына сабыр итегеҙ.

 

ҺЫУҒОЯР

Үҙ-үҙегеҙгә артыҡ ышаныу хатаға килтереүе ихтимал. Дуҫтарығыҙҙан бурысҡа алма­ғыҙ, үҙегеҙ ҙә аҡса мәсьәләһендә ярҙам итмәгеҙ, һуңынан үкенерһегеҙ.

 

БАЛЫҠ

Хәл итергә уйлаған матди мәсьә­ләләрҙе хәл итеү еңелдән булмаҫ, шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Аралашҡанда һаҡ булы­ғыҙ: яңылыш һүҙ менән берәйһен йәберләүегеҙ бар.

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ
Автор:
Читайте нас: