Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
15 Апрель 2022, 12:58

ЙОНДОҘНАМӘ

(18 – 24 апрель)

ҠУҘЫ

Аҙнаның тәүге яртыһында никах йәки бизнес мәсьәләһендә бәхәскә инмәҫкә тырышығыҙ, юғиһә башлаған эшегеҙ уңышһыҙ тамамланыр. Кесе йома юлда һаҡ булығыҙ. Йома күптән көткән яңылыҡ килер.

 

БУҒА

Осор башында барлыҡ ғәмәл­дәрегеҙгә кәртә ҡуйылғандай тойолор. Борсолмағыҙ, шаршам­быға ҡарай хәл яҡшырыр. Һаулы­ғығыҙға иғтибар бирегеҙ. Сетерекле хәлдә яҡын дуҫығыҙ ярҙам итер.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Аҙнаның тәүге көндәрендә үҙегеҙгә артыҡ иғтибар талап итеү арҡаһында яҡын кешегеҙ менән һүҙгә килеү хәүефе бар. Яҙмышты хәл иткес ҡарар ҡабул итеү зарурлығы тыуһа, эске тойомлауға таянып эш итегеҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Ғаилә, йорт мәшәҡәттәре аҙ­наның төп темалары булыр, мо­ғайын. Кисектерә килгән мәсьә­ләләрҙең киҫкенләшеүе бар. Осор аҙағына ҙур хыялығыҙҙың тормошҡа ашыуы ихтимал. Романтик осрашыуға саҡырырҙар, моғайын.

 

АРЫҪЛАН

Уҡып йөрөгәндәрҙең уҡы­тыу­сылары менән аралашҡанда ҡыйынлыҡтары булыуы ихтимал. Был осорҙа сәфәр ҡылыуҙы, ҡунаҡҡа йөрөүҙе кисектереп тороу хәйерле. Кесе йома аҡсаға бәйле мөһим ҡарар ҡабул итерһегеҙ.

 

ҠЫҘ

Был аҙнала имгәнеү хәүефе ҙур. Йәнә бер проблема – аҡсаға бәйле ҡыйынлыҡтар. Уның ҡа­рауы, төрлө кисәләргә, мәжлес­тәргә йөрөү кәйефегеҙҙе күтәрер. Ошо көндәрҙә никахҡа ингәндәрҙең ғаиләһе ныҡлы булыр.

 

ҮЛСӘҮ

Осор башы бер аҙ көсөр­гәнешле булмаҡсы. Проблемалар тәү сиратта ғаилә мөнә­сәбәттәренә ҡағылыр, моғайын. Шаршамбы финанс өлкәһенә ҡағылышлы өмөтлө тәҡдим көтөгөҙ. Ғөмүмән, аҙна яңы эш башлау өсөн ҡулай.

 

САЯН

Был арала күңелегеҙгә ят­маған эште башҡарырға тура килер, моғайын. Яҡынығыҙ ауырып китеп, уға ярҙам кәрәк булыуы бар. Үҙегеҙҙең һаулығығыҙға ла иғтибар итергә кәрәк. Аҙнаның икенсе яртыһында сағыу романтик осрашыу көтөлә.

 

УҠСЫ

Балалары булғандарға улар­ҙың тәртибен ҡайғыртырға тура килер. Сабыйҙың бөтөнләй бәй­һеҙлә­неүе мөмкин. Икенсе көсөргә­нешле тема – һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәт­тәр. Арағыҙ һыуынма­һын тиһәгеҙ, имеш-мимешкә юл ҡуймағыҙ.

 

ЫЛАҠ

Эш менән йорт араһында өҙгө­ләнергә тура килер. Мәшә­ҡәт­тәргә күмелеп, ял тураһында онотмағыҙ, һаулығығыҙҙы һаҡ­лағыҙ. Йома мул ғына килем алырһығыҙ. Шәмбе тормошоғоҙҙа көтөлмәгән хәл булыр, уны мөғжизә итеп ҡабул итерһегеҙ.

 

ҺЫУҒОЯР

Транспортта, юлда, кафела кеше менән танышмағыҙ, ахыры яҡшы булмаҫ. Әйбер юғалтыу хәүе­фе ҙур. Осор хис-тойғолар йәһә­тенән тотороҡһоҙ күренә. Һөйөүҙең көт­мәгәндә нәфрәткә әүерелеүе ихтимал.

 

БАЛЫҠ

Осор башында бөтә иғти­ба­рығыҙ аҡса мәсьәләһенә йүнәл­телер. Ғаиләлеләрҙең ба­лаға сығымы артып китер. Шаршамбы яңы танышығыҙ шаҡ ҡатырғыс яңылыҡ килтерер. Ял көндәрендә тәбиғәт ҡосағына сығығыҙ.

Автор:
Читайте нас: