Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
4 Апрель 2022, 09:58

Йондоҙнамә

(4 – 10 апрель) Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Башығыҙға төрлө фекер килеп торор. Тәүҙә улар бер аҙ сәйерерәк күренер, бәлки. Шулай ҙа ваҡыт үткәс, уны тормошҡа ашырырға мөмкин­лектәр тыуыр. Йомала яңы кеше менән танышыуығыҙ ихтимал.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Шишәмбе һәм шаршамбыла уйлағандан күберәкте булдыра алырһығыҙ, моғайын. Уңайлы мәлдәр ҙә булыр. Һәр осраҡта ла эске тауышығыҙ ярҙам итер. Аҡсағыҙҙы бик уйлап тотоноғоҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Бөтөн эшегеҙ туҡтағандай тойолор. Элек башҡарған эштәрегеҙгә киренән тотонорға тура килер. Бәғзеләр элек ебәргән хаталарын төҙәтергә мәжбүр булыр. Ғөмүмән, был аҙнала әллә ни алға китеп булмаҫтыр, шикелле.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Ҡәҙимге осор. Аҡса менән бәйле мәсьәләләр бер аҙ борсоп торор. Ниндәйҙер ҡиммәтле әйбер алыу өсөн аҡса йыйырға кәрәк булыр, моғайын. Шаршамбыла бер юлы ике ыңғай яңылыҡ ишетерһегеҙ. Йомала бер ҙә уйламаған яҡтан аҡса килер.

Буға ( 21.04 – 21.05)
Өйҙә лә, эш урынында ла эс бошорғос ҡаршылыҡтар килеп сығыуы бар. Бының сәбәбе лә юҡҡа тиң булыр. Күңелегеҙ төшмәһен, хәл тиҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Артабан үҙегеҙгә оҡшаған эш менән булышырһығыҙ, моғайын. Үткән ваҡиғалар тиҙ онотолор.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Был арала бик ышаныслы кешенән өмөтлө тәҡдим ишетеүегеҙ бар. Уға шундуҡ ыңғай яуап бирегеҙ. Һеҙҙең өсөн ҡайһы бер офоҡтар ҙа киңәйер, шикелле. Яңы фекерҙәр ҙә тыуып торор. Яҡындарығыҙҙан һәр саҡ ярҙам-терәк булыр. 

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Уңыштарға өлгәшеү өсөн тиҙ эш итегеҙ. Был бигерәк тә шишәмбегә ҡағыла. Шаршамбыла бик файҙалы һөйләшеү булыр. Йомала кире хәлдәргә юлығырһығыҙ. Шулай ҙа бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫһегеҙ һымаҡ. 

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Аҙна тыныс үтергә оҡшай. Ашыҡмай ғына элек башлаған эштәрегеҙҙе тамамлағыҙ. Һуңғы арала һеҙҙең менән аралашырға теләүселәр күҙгә күренеп күбәйер. Кәңәш һораусылар ҙа булыр. Кесе йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Үҙегеҙгә бер аҙ ял бирергә кәрәктер, моғайын. Бының өсөн тап ошо аҙна уңайлы кеүек. Бәғзеләр ниндәйҙер яңы һөнәр үҙләштерер. Кесе йомала мөһим яңылыҡ ишетерһегеҙ. Ул һеҙҙең эшегеҙ менән бәйле булыр, моғайын.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Был арала күптән күрмәгән кешеләр менән осрашырһығыҙ кеүек. Ул осраҡлы булыр. Шаршамбы бик уңышлы көтөлә. Элек тотонорға ла баҙнат итмәгән ҡатмарлы эште булдыра алырһығыҙ, буғай. Йомала һеҙ өмөт бағлаған кеше һүҙендә тормаҫ.

Саян ( 24.10 – 22.11)
Ҡыйынлыҡтар шишәмбе һәм йомала осрар. Яңғыҙ эш итеү ауырыраҡ булыр, яҡындарығыҙҙың ярҙамына таянығыҙ. Әйткәндәй, был арала фекерҙәштәр табыуы ҡыйын булмаҫ. Кесе йомала аҡсалата килем алырһығыҙ. Бәғзеләргә бүләк тә бирерҙәр.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнә башлар. Кемдер күптән ҡыҙыҡһыныу уятҡан кеше менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеген табыр. Эске тауышығыҙға тулыһынса ышанығыҙ, нимә эшләргә кәрәген ул ваҡытында аңғартыр.

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә
Автор:
Читайте нас: