Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
28 Март 2022, 09:23

Йондоҙнамә

(28 март – 3 апрель) Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һеҙҙе уңышлы аҙна көтә. Иң ҡатмарлы эш тә һис ҡурҡытмаҫ. Ниндәйҙер өр-яңы йүнәлештә лә үҙегеҙҙе күрһәтә алырһығыҙ. Кесе йомала бүләк йәки аҡса алыуығыҙ ихтимал. Кемдәндер рәхмәт һүҙе лә ишетерһегеҙ, буғай.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Был арала эш сәфәренә сығырһығыҙ. Ул мотлаҡ өмөтлө булырға тейеш. Үҙегеҙҙә һиҙгерлек артҡанын асыҡ күрерһегеҙ. Элек аңғармаған мөмкинлектәрҙе файҙаланырһығыҙ. Кесе йомала бәғзеләрҙең дәғүә белдереүе лә бар.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Дүшәмбе–шишәмбе үтә мәшәҡәтле көтөлә. Артабан еңелерәк булыр. Ваҡ-төйәк эштәргә иғ­тибар бирмәгеҙ, иң мөһимдәренә генә ваҡыт бүлегеҙ.Ҡайһы бер икеләнеүҙәр китер, үҙегеҙҙе ышаныслыраҡ тойорһоғоҙ. Йомалағы ваҡиға­ларҙан фәһем алырға тырышығыҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Эштәрегеҙ ҡапыл күбәйеп китер һымаҡ. Күптән тотонорға баҙнат итмәгән ниндәйҙер ҡатмарлы эшкә тотонорһоғоҙ. Һеҙ уны барыбер булдырырһығыҙ, тик көс-ваҡытығыҙҙы күп алыр. Йомала ят урында булырға форсат тейер, бәлки.

Буға ( 21.04 – 21.05)
Аҙна уңышлы ғына көтөлә. Үҙегеҙҙе тыныс һәм ышаныслы тойорһоғоҙ. Элек башлаған эштәрегеҙҙе ашыҡмай тамамлау мөмкинлеге булыр. Был әллә ни ауыр түгел һымаҡ. Кесе йомалағы осрашыу ҡыуандырыр һәм яңы өмөттәр уятыр.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Барыһы ла һәйбәт барыр. Шаршамбыла ғына ниндәйҙер уйламаған хәл килеп сығыуы ихтимал. Шулай ҙа уларҙы сисеү юлдарын тиҙ табырһығыҙ, моғайын. Бер ниндәй ярҙам да кәрәкмәҫ хатта. Аҡсағыҙ ҡәҙимгенән күбәйер. 

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр эсегеҙҙе бошорор. Уларға артыҡ иғтибар бүләһегеҙ һымаҡ. Һәр осраҡта ла тыныс булығыҙ. Шаршамбылағы ваҡиғаларҙан үҙегеҙгә фәһем алырһығыҙ, бәғзеләр тейешле йүнәлеште асыҡ күрер, моғайын.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Был арала күптәр ниндәйҙер яңы эш менән шөғөлләнер. Юлығыҙ мотлаҡ уңыр. Шишәмбелә эске тауышығыҙ хата яһауҙан ҡурсалар. Байтаҡ ваҡыт үткәс кенә быны аңларһығыҙ. Аҙна йомғаҡтарынан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Эштәргә сумыу өсөн уңайлы мәл. Элек булдыра алмағанды аҙна барышында еңел башҡара алырһығыҙ. Эргәгеҙҙә ярҙам итергә теләүселәр ҙә табылыр, моғайын. Йомала ниндәйҙер рәсми хаттар менән булышырһығыҙ һымаҡ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Мөмкин тиклем ашыҡмаҫҡа тырышығыҙ. Һәр саҡ һаҡ булһағыҙ, мотлаҡ уңырһығыҙ. Үҙаллы эш итеүегеҙ күпкә файҙалыраҡ булыр, бәлки. Ишеткән яңылыҡтарҙы, мәғлүмәттәрҙе ентекле тикшерергә кәңәш ителә. Шаршамбыла кемдер башығыҙҙы бутарға маташыр, бәлки.

Саян ( 24.10 – 22.11)
Ҡайһы бер нәмәгә күҙегеҙ асылыр. Бөтөнләй хәл итә алмаҫлыҡ күренгән эштәргә лә тотонорға теләк тыуыр. Яңы эшлекле танышлыҡтар булды­рыуығыҙ ҙа бик ихтимал. Өмөтлө тәҡдимдәр ҙә ишетерһегеҙ, бәлки. Был арала йөҙ-ҡиәфәтегеҙгә иғтибар бүлегеҙ, сөнки кеше араһында йыш булырһығыҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Айырым ваҡиғаларҙың һеҙ уйлағанса бармауы ла мөмкин. Был бигерәк тә шишәмбелә күҙәтелер. Шулай ҙа бер ҙә бирешмәҫһегеҙ кеүек. Алдан төҙөлгән маҡсаттарығыҙҙан тай­пылырға тура килһә лә, аптырамаҫһығыҙ, моғайын. Кесе йомалағы яңылыҡтар күңелегеҙҙе мотлаҡ күтәрер.

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә
Автор:
Читайте нас: