Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
14 Март 2022, 14:12

Йондоҙнамә

  (14 – 20 март) Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Был арала һаҡ булығыҙ. Айырыуса аҡса мәсьәләһендә. Уйламайынса кәрәкмгән әйбер һатып алыуығыҙ бар. Кесе йомала алыҫтан яҡшы хәбәр килер, бәлки. Йондоҙҙар көс йыйырға кәңәш итә. Алда һеҙҙе мәшәҡәтле көндәр көтә.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Икеләнеүҙәр хаҡында онотоғоҙ. Аҙна уңышлы үтер. Хатта уйлағандан күберәкте башҡара алырһығыҙ. Шишәмбелә өмөтлө тәҡдим ишетеүегеҙ бапр. Уға яуап бирергә ашыҡмағыҙ, бер аҙ уйланығыҙ. Йомала көтөлмәгән хәлдәр булыр, улар һеҙҙе ҡурҡытмаҫ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Һәр башҡарған эшегеҙгә етди ҡарағыҙ. Кире осраҡта хаталаныуығыҙ ихтимал. Күберәк үҙ көсөгөҙгә генә ышанығыҙ. Янығыҙҙа йүнле кәңәш бирерлек кеше лә юҡ кеүек. Йомала мөһим хәбәр килер, моғайын.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Уҡып йөрөгәндәр мотлаҡ уңыр. Бәғзеләр киләсәктә кәрәге тейерҙәй яңы белем алыр. Шишәмбе ыңғай ваҡиғалар менән ҡыуандырыр. Ғөмүмән, аҙна барышында эшегеҙ уйлағандан күбәйер. Барыһына ла өлгөрөүе ауыр буласаҡ.

Буға ( 21.04 – 21.05)
Ҡайһы бер мәсьәләргә яңыса ҡарағыҙ. Һеҙҙе алда етди  һәм мөһим маҡсаттар көтә. Улар яңыса эш итеүҙе талап итәсәк. Был турала етди уйланығыҙ. Шаршамбыла ниндәйҙер дәғүә килеп сығыуы бар. Кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба алмаҫһығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Ҡатмарлы аҙна. Төрлө ҡаршылыҡ менән осрашыуығыҙ ихтимал. Бәғзе эштәрегеҙҙе туҡтатып торорға ла мәжбүр булырһығыҙ. Уңайлы мәлде бер аҙ көтөргә кәрәк. Элек башҡарылған эш өсөн әкрен  алыуығыҙ мөмкин.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Көндәр һәйбәт килер. Эшләргә лә, бер юлы ял итергә лә форсат сығыр. Шишәмбелә тормош алдығыҙға етди мәсьәлә ҡуйыр, уны хәл итеү еңел булмаҫ һымаҡ. Ашыҡмай, уйлап эш итһәгеҙ, барыһы ла һәйбәт бөтөр.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Дүшәмбелә ниндәйҙер дәғүәләр килеп сығыуы бар. Барыһы ла бик тиҙ яйланыр, бер кемдең дә үпкәһе булмаҫҡа тейеш. Башҡаларға ҡарата һәр саҡ иғтибарлы булыуығыҙ, фекерҙәренә ихтирам менән ҡарау ярҙам итер. Йомала һеҙгә элекке бурысты ҡайтарырҙар кеүек.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Осор бар яҡтан да уңышлы көтөлә. Дөрөҫ эш итеүегеҙ арҡаһында бер ниндәй ҙә хата ебәрмәҫһегеҙ. Һөнәри оҫталығығыҙҙы күрһәтергә лә мөмкинлектәр булыр. Был арала ниндәйҙер күптәнге сетерекле хәлде асыҡларһығыҙ. Күңелегеҙ бер аҙ бушап ҡалыр.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Бик көсөргәнешле ваҡыт. Эш һәм эшлекле һөйләшеүҙәр күбәйер. Бер ҙә шикләнмәгеҙ, барыһын да булдырырһығыҙ. Шаршамбылағы ваҡиғалар ҡайһы бер ҡараштарығыҙҙы үҙгәртер, бәлки. Айырым маҡсаттарығыҙҙы үҙгәртергә лә тура килер.

Саян ( 24.10 – 22.11)
Был арала уйлап, ашыҡмай ғына эш итерһегеҙ. Быны маҡтарға ғына ҡала, сөнки күпселек кире ваҡиғаны урап үтерһегеҙ. Шаршамбыла ниндәйҙер көнүҙәк мәсьәлә күп ваҡытығыҙҙы алыр, шулай ҙа уны сисеү юлын табырһығыҙ. Башҡалар ҙа йомоштары менән даими бимазалап торор.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Әллә ни артыҡ көс түкмәй ваҡытығыҙҙы файҙалы үткәрерһегеҙ. Башығыҙҙа яңы фекерҙәр ҙә тыуыр, моғайын. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ярҙамсылыр ҙа табылыр. Аҡса уйлағандан күберәк килер. Йомала һис тә көтмәгән һөйләшеү булыр. 

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә
Автор:
Читайте нас: