

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Эшегеҙ ҡәҙимгенән күбәйер. Был арала шәхси мөнәсәбәттәр тураһында бер аҙ оноторға ла тура килер. Ярҙам итергә һөйләшкән кешенең һүҙендә тормауы ла мөмкин. Өмөтлө фекерҙәрегеҙ күбәйер. Тик әлегә уларҙы бойомға ашырыу ҡыйыныраҡ.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Ваҡытығыҙҙы файҙалы үткәрерһегеҙ, моғайын. Ниндәйҙер ҙур эште башлап ебәреүегеҙ ихтимал. Хатта уның менән тулыһынса мауығып китерһегеҙ. Ҡайсаҡ фекерҙәштәр ҙә эҙләргә тура килер, бәлки. Кесе йомала һеҙҙе мотлаҡ ҙур, иҫтә ҡалырлыҡ уңыш көтә.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Һеҙҙән үтә түҙемлек талап ителә. Таныш эштәрегеҙҙе лә ҙур ҡыйынлыҡ менән башҡарырһығыҙ. Артыҡ сәбәләнмәйенсә, ситкә тайпылмай эш итһәгеҙ, бөтәһен дә булдырырһығыҙ. Кесе йомала ниндәйҙер ыңғай ваҡиға булыуы бар. Яратҡан кешегеҙҙән йылы һүҙ ишетерһегеҙ.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Мәл белем арттырыу өсөн уңайлы. Яңылыҡтарҙы аңлау һәм үҙләштереү еңеләйер. Был аралағы бөтә үҙгәреш һеҙҙең файҙаға булмаҡсы. Шаршамбының бәғзеләргә бер аҙ борсолоу килтереүе лә ихтимал. Хәйер, бының өсөн етди сәбәптәр ҙә юҡ һымаҡ, барыһы ла һәйбәт тамамланыр.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Аҙнаны әүҙем үткәрерһегеҙ кеүек. Шулай ҙа ҡайсаҡ булған мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ һәм тейешенсә файҙаланмайһығыҙ, буғай. Арыуығыҙҙы ла һиҙә башларһығыҙ, моғайын. Бәғзеләр элек биргән һүҙҙәре өсөн яуап та тотор шикелле. Был еңел булмаясаҡ.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Аҡса менән бәйле эштәрҙә һаҡ булығыҙ. Шишәмбелә ниндәйҙер матди юғалтыу кисерерһегеҙ кеүек. Тәжрибәле кешеләрҙең кәңәштәренә һәр саҡ ҡолаҡ һалығыҙ. Кесе йомала иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ, бәлки. Йылы һүҙҙәр әйтеүселәр ҙә табылыр.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Ҡайһы бер ваҡиғаларҙың һеҙ алдан уйлағанса бармауы ла ихтимал. Шулай ҙа һәр хәлдә тыныс булығыҙ, борсолоуығыҙҙы тышҡа сығармағыҙ. Кесе йомала көтөлмәгән осрашыу булыр. Бер юлы һәйбәт яңылыҡтар ҙа көтә.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Был арала уйламаған сығымдарҙан һаҡланығыҙ. Бигүк ҡайғырмағыҙ, уларҙан һиҙелерлек файҙа күрерһегеҙ. Йондоҙҙар бурысҡа аҡса бирмәҫкә ҡуша, кире осраҡта уны оҙаҡ ҡайтармаҫтар. Йомала яҡындарығыҙҙан кемделер ҡотларға онотмағыҙ.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Үткән көсөргәнешле аҙнанан һуң һеҙгә бер аҙ ял итергә һәм көс йыйырға мөмкин. Эштәрегеҙҙе бер аҙға туҡтатһағыҙ ҙа ярар – уларға сират етер әле. Башығыҙҙа яңы уй-фекерҙәр ҙә тыуыр. Бәғзеләре бик өмөтлө күренә һымаҡ. Киләсәктә уларҙың мотлаҡ кәрәге тейер.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Был арала уңайлы мәлдәр күбәйер. Шишәмбе был йәһәттән ыңғай яғы менән айырылып торор. Бүләк, аҡса килеүе лә бар. Иң яҡын кешеләр менән аралашыу мөмкинлеген дә табырһығыҙ. Бер ҡасан да ҡуҙғатмай торған мәсьәлә хаҡында ла хәбәрләшерһегеҙ, бәлки.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Аҙна башындараҡ алыҫтан яҡшы хәбәрҙәр килер. Бәғзеләр юлға әҙерләнә башлар. Был арала ҡулығыҙға аҡса инер. Уның көткәндән бер аҙ күберәк булыуы ла мөмкин. Ошо көндәрҙә кемгәлер ярҙам да итерһегеҙ һымаҡ.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Өйҙә лә, эштә лә абруйығыҙ күҙгә күренеп артыр. Күптәр һеҙҙең кәңәштәргә мохтаж. Кесе йомала көтөлмәгән осрашыуға әҙерләнегеҙ. Ике яҡ өсөн дә был ыңғай ваҡиға булмаҡсы. Йома ниндәйҙер мәшәҡәт килтерер. Ул тәүге ҡарашҡа ғына ауыр кеүек тойолор.