Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Йондоҙнамә
18 Февраль 2022, 11:26

ЙОНДОҘНАМӘ

(21 – 27 февраль)

 ҠУҘЫ

Ҡаршылыҡтар күбәйер. Атҡа­ра алмаҫтай эшкә тотонмайыраҡ тороғоҙ. Көтөү файҙаға ғына буласаҡ. Эшегеҙҙә үҫеш көтөлә, аҡса яғынан да һәйбәт осор буласаҡ. Иң мөһиме – ашыҡмай, һәр аҙымды үлсәп баҫырға кәрәк.

 

БУҒА

Үҙегеҙгә оҡшамаған кешеләр­ҙең күҙенә салынмайыраҡ торо­ғоҙ. Шәхси тормошта һайлау алдында тораһығыҙ икән, ашыҡ­мағыҙ. Һәр нәмәгә ҡурҡмайынса тотоноғоҙ. Был аҙнала “күҙ ҡурҡа – ҡул эшләй” девизы тап һеҙҙең өсөн.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Эшегеҙҙә үҙегеҙгә кәрәкле мәғлүмәтте ҡайҙан алыуығыҙҙы хеҙмәттәштәрегеҙгә һөйләмәгеҙ. Үҙ файҙаһына бороусылар табылыр. Балаларығыҙға ҡағылыш­лы мә­шәҡәттәр тураһында тәжрибәле кеше менән кәңәшләшегеҙ. Бушҡа аҡса сарыф итмәгеҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Үҙ мәшәҡәттәрегеҙгә күмелеп, башҡаларҙы күрмәҫһегеҙ ҙә. Ғаиләлә бәхәс ҡубыр. Яңы таныштарығыҙ менән асылып китмәгеҙ, ниндәйҙер башланғысҡа тотонмау хәйерлерәк.

 

АРЫҪЛАН

Ғаилә ҡаҙнаһын туплауға ҡарашығыҙҙы үҙгәртегеҙ. Аҡсаны кәрәкһеҙ әйберҙәргә сарыф итәһегеҙ. Бурыстарығыҙ тура­һында онотмағыҙ. Атҡараһы уй-ниәттәрегеҙҙе яйлап ҡына тормошҡа ашырығыҙ. Һеҙгә уңыш йылмайыр.

 

ҠЫҘ

Ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшер өсөн ваҡланмағыҙ. Аҡсағыҙҙы ҡайҙа йүнәлтеүгә ҡарап, эше­геҙ­ҙең һөҙөмтәһен баһалау мөмкин буласаҡ. Уңыш һеҙҙең ҡәтғи ҡарарығыҙға бәйле.

 

ҮЛСӘҮ

Эшлекле даирәлә әүҙемлек күрһәтегеҙ. Ижад менән шөғөл­ләнегеҙ. Ниндәйҙер ҙур эш атҡарырға тораһығыҙ икән, уны икенсе аҙнаға ҡалдырып тороғоҙ.

 

САЯН

Иңегеҙгә байтаҡ мәшәҡәт йөкмәрһегеҙ. Һөҙөмтәлә ҡайһы берҙәрен эшләп еткерә алмаҫ­һығыҙ. Шуға һәр ғәмәлгә мөм­кинлектән сығып тотоноғоҙ.

 

УҠСЫ

Хис-тойғоларығыҙҙы һәр кем­гә белдереп бармағыҙ. Аңламаҫ­тар. Кисерештәрегеҙҙе яҡын дуҫ­тарығыҙ менән генә бүле­шегеҙ. Шәхси тормошта көтөлмәгән бүләк алырһығыҙ.

 

ЫЛАҠ

Эксперименттарҙан баш тар­тығыҙ. Осрашыу, аралашыу күп булыр. Ниндәйҙер яңы аш-һыуҙы ауыҙ итмәгеҙ, һаулығы­ғыҙға ҡур­ҡы­ныс янар. Үткән аҙнала башҡарған эшегеҙҙең уңышын йыйыр мәл.

 

ҺЫУҒОЯР

Яңы эшкә тотонһағыҙ, уңмаҫ­һығыҙ. Яҡындарығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ, ял итегеҙ, хыял­дарға бирелеү ҙә ҡамасау­ламаҫ. Тиҙҙән уларҙың тормошҡа ашыуы мөмкин.

 

БАЛЫҠ

Ниндәйҙер ҡағиҙәләр уйлап сығарып, яҡындарығыҙҙы ла шул ҡағиҙәләр буйынса йәшәтергә маташырһы­ғыҙ. Улар менән араны боҙмаҫ өсөн үҙегеҙгә йомолоп, буш ва­ҡытығыҙҙы яңғыҙ ғына үткәреү хәйерлерәк булыр.

 

 

Автор:
Читайте нас