Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
5 Декабрь 2021, 10:46

ЙОНДОҘНАМӘ

(6 – 12 декабрь)

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ

 ҠУҘЫ

Һеҙҙе ярайһы уҡ көсөр­гәнешле аҙна көтә. Дүшәмбе матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу мөмкинлеге бар. Шишәмбе эшлекле тәҡдим яһауҙары ихтимал. Ҙур вазифалағы таныштарығыҙ булһа, улар менән пландарығыҙҙы уртаҡлашыу зыян итмәҫ.

 

БУҒА

Был арала сит кешеләрҙең проблемаларын ситкә ҡуйып тороғоҙ. Шишәмбе эшкә тикшереү менән килеүҙәре мөмкин, алдан әҙерләнегеҙ. Етәкселек тырышлығығыҙҙы тейешенсә баһалар – ҡулығыҙға мул ғына аҡса төшөр.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Аҙна белемде камиллаштырыу өсөн ҡулай. Хәүефле ғәмәлдәрҙән алыҫ торһағыҙ, күптәнге хыялығыҙ тормошҡа ашыр. Ниндәйҙер мәсьәләнең хәл ителеше кисекретелер. Борсолмағыҙ, был яҡшыға ғына булыр.

 

ҠЫҪАЛА

Осор бер аҙ мәшәҡәтле башланыр. Уның ҡарауы, матди хәлегеҙ яҡшырыр. Тик аҡсағыҙҙы уйлап тотоноғоҙ, уйланылмаған эшкә йүнәлтмәгеҙ. Аҙна уртаһында хеҙмәттәшлеккә әҙер булығыҙ.

 

АРЫҪЛАН

Осор башында яҡындарығыҙ­ҙан кемдер аҡса һорар, тик бурысҡа бирмәҫкә кәңәш ителә – ҡайтарып алыу ҡыйынға төшөр. Шаршамбы мөһим һөйләшеү, килешеү төҙөү көтөлә. Йома көн сәфәргә сыҡмау хәйерле.

 

ҠЫҘ

Аҙна уңышлы булмаҡсы. Дүшәмбе күп кенә аҡса алырһығыҙ, тик хәйриәлек менән шөғөлләнеп, уны уңға-һулға таратмағыҙ, бурысығыҙҙан ҡотолорға тырышығыҙ. Осорҙоң икенсе яртыһында мөһим осрашыу көтөлә.

 

ҮЛСӘҮ

Аҙна башында етәкселеккә саҡыртырҙар, үҙегеҙҙе ышаныслы тотоғоҙ, борсолорға урын юҡ. Шаршамбы пландарығыҙҙы сит кешеләргә һөйләмәгеҙ. Ял көндәрендә ҡыҙыҡлы кеше менән танышырһығыҙ.

 

САЯН

Осор ижади хеҙмәттә үтер. Ҡайһы берәүҙәр үтенестәре менән ялҡытып бөтөр, “юҡ” тип ныҡлы әйтергә көс табығыҙ. Иң уңышлы көнөгөҙ – шаршамбы. Кесе йомала яңы шөғөл тәҡдим итеүҙәре ихтимал.

 

УҠСЫ

Көсөргәнешле һәм ҡыҙыҡлы аҙна көтә, тик йондоҙҙарҙың бер нисә шарты бар. Шикле финанс ғәмәлдәрендә ҡатнашмағыҙ, аван­тю­ристарҙан йыраҡ тороғоҙ. Аҙнаның икенсе яртыһы ғишыҡ мажараларына бай булмаҡсы.

 

ЫЛАҠ

Шишәмбе дәүләт органдары яғынан ниндәйҙер булышлыҡ күрһәтерҙәр. Был аҙнала бағыусылыҡ ярҙамына ла иҫәп тоторға мөмкин. Коллектив эшмәкәрлектә әүҙемерәк ҡатнашығыҙ, тырышлығығыҙ мотлаҡ һөҙөмтә бирер.

 

ҺЫУҒОЯР

Күптәр яңы тәьҫораттар артынан ҡыуыр, ләкин йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа кәңәш итә – аҙна аҙағына тиклем түҙегеҙ. Әлегә бизнес өлкәһендәге мәсьәләләр менән шөғөлләнегеҙ. Был арала отошло килешеү төҙөрһөгөҙ, матди хәлегеҙ яҡшырыр.

 

БАЛЫҠ

Көндәлек мәшәҡәттәрҙән ялҡтығыҙмы? Сағыу тәьҫораттар кәрәкме? Улайһа, әүҙемлекте арттырыу зыян итмәҫ. Аҙна башында етәкселектең күҙенә салынмаҫҡа, эшкә ваҡытында килергә тырышығыҙ. Шаршамбы алған яңылыҡтан бик ҡәнәғәт булырһығыҙ.

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ
Автор:
Читайте нас: